Өфөнөң Красин баҙары янында партизан Клавдия Абрамованың һәйкәле бар ине. Тик бер заман ул юҡҡа сыҡты. Бөтөнләйгә алып ырғыттылармы икән?
Ғ. Ғаянова.
Өфө ҡалаһы.
Был һорауға яуап бирер өсөн тәүҙә Клавдия Абрамованың ниндәй шәхес икәнлеген билдәләп үтәйек.
Клавдия Разуваева 1906 йылда Башҡортостанда тыуа. Хеҙмәт юлын Өфөнөң 8 Март исемендәге тегеү фабрикаһында башлай. Артабан Мәскәүҙә Хоҡуҡ институтында белем ала, студент осоронда буласаҡ тормош иптәше, Белорет егете Павел Абрамов менән таныша. Институтты тамамлағас, йәш белгестәрҙе Ставрополь крайына эшкә ебәрәләр.
Һуғыш башланыу менән ғаилә башлығы фронтҡа китә, ә ҡатыны прокурор ярҙамсыһы вазифаһында эшен дауам итә. Фашистар төбәкте баҫып алғас, Клавдия Абрамова партизандар хәрәкәтен ойоштора, листовкалар тарата, халыҡ араһында аңлатыу алып бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кемдер был хаҡта дошманға еткерә һәм уны ике балаһы менән бергә 1942 йылдың сентябрендә ҡулға алалар.
Оккупанттар хеҙмәттәшлек тәҡдим итә, әммә Клавдия Абрамова үҙ иленә тоғро ҡала. Октябрь айында уны һәм ике ҡыҙын аталар. Батырлығы өсөн яҡташыбыҙ үлгәндән һуң I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана.
Уның исемен Башҡортостанда онотмайҙар. 1967 йылда Өфөнөң Октябрь районындағы урамға ҡурҡыу белмәҫ партизандың исеме бирелә. 8 Март исемендәге тегеү фабрикаһы (хәҙер унда баҙар урынлашҡан) янында Клавдия Абрамоваға һәйкәл дә ҡуйыла.
Ике бала ҡосаҡлаған әсә һынының баҙар эргәһендә тороуы халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Һәйкәл реконструкциялауҙы ла талап итә ине.
Мәрмәрҙән ҡойолған әсә һыны бер ҡайҙа ла юғалмаған. Яңыраҡ ҡына уны, тәртипкә килтереп, үҙ исемен йөрөткән урамға күсерҙеләр.
Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү өсөн мәшһүр шәхестәребеҙҙе оноторға ярамай.
А. БАЙМӨХӘМӘТОВ.