Әсә булыу анһат түгел05.12.2012
Быйыл, барыбыҙҙы ла һөйөндөрөп, игеҙәк улдарыбыҙ донъяға килде. Мәшәҡәттәрҙең күплегенә зарланмайым, әммә һуңғы ваҡытта арҡам ауыртыуын һиҙәм. Ҡайһы саҡ ҡул быуындарының һыҙлауы ла борсой. Йәш әсәгә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
Зәлифә.
Бала табыу — бик яуаплы, мәшәҡәтле “һөнәр”. Шатлыҡ-ҡыуаныстан тыш, ул көйөнөс тә, борсолоу ҙа килтерә. Йәш әсәгә физик көсөргәнеш арта, сөнки сабыйҙар “ай үҫәһен көн үҫә” тигәндәй, аҙ ғына ваҡыт эсендә лә шаҡтай ауырайып китә. Сит ил ғалимдарының иҫәпләүенсә, йәш әсә көн дә дөйөм ауырлығы 900 килограмм тәшкил иткән йөктө күтәрергә мәжбүр. Уның арып-талсығыуына ғәжәпләнергә ярамай. Бындай көсөргәнеште күнекмә ваҡытында штанга күтәреүселәр генә татый.
Ошоға тиклем арыу-талсығыу сәбәбен йоҡо туймауға ғына бәйләп килделәр. Ҡатындарҙың баланы карауаттан күтәреүе, йоҡларға һалыуы ғына иҫәпкә алынды. Башҡа бөтә эш-хәрәкәт — сабыйҙы кейендереү, өҫ-башын алмаштырыу, коляскала урамға алып сығыу, һыу индереү, ҡулда бәүетеү — береһе лә иҫәпкә алынманы. Шулай булғас, йәш әсәләрҙең арҡа, ҡул быуындары ауыртыуына ни өсөн зарланыуы яҡшы аңлашыла торғандыр. Айырыуса был хәл әсәлектең тәүге айҙарында ныҡ һиҙелә. Әгәр ҙә ҡатын кеше ауырға ҡалғанға ҡәҙәр һәм йөклөлөк осоронда аҙ хәрәкәтләнгән булһа, артабан уның арҡа һәм ҡулдарҙа ауыртыу тойоуы, тиҙ арыуы бик ихтимал.
Ғәҙәттә, быуындар ауыртҡанда физик көсөргәнеште кәметергә, дарыуҙар эсергә, массаж, физиотерапия тәҡдим итәләр. Әммә йәш әсә өсөн был кәңәштәрҙең барыһы ла үтәлерлек түгел. Бала имеҙгәндә дарыуҙарҙың ниндәй зарарлы һөҙөмтәгә килтереүе билдәле. Ауыртыуҙан массаж һәм физиопроцедуралар ғына ҡотҡара ала. Һөйөнөскә күрә, хәҙер арҡа һәм быуындарҙағы ауыртыуҙы баҫыу өсөн хатта өйҙә лә үҙаллы ҡулланыу мөмкин булған төрлө аппараттар бар. Улар мускулдарҙың киҫкен ҡыҫылыуын бөтөрә, һөҙөмтәлә ҡан әйләнеше яҡшыра, быуындарҙың кимерсәге нығый. Һәр хәлдә, ваҡыт табып, табип менән кәңәшләшергә кәрәк.