1980 йылда Мәскәүҙә үткән Олимпиадала АҠШ спортсылары ҡатнашмаған тип ишеттем. Шул дөрөҫмө?
Ринат СОБХАНҒОЛОВ.
Федоровка районы.
Ысынлап та, Америка президенты Картер СССР-ға бойкот иғлан иткәйне. Уға Канада, Ҡытай, ГФР, Япония ла ҡушылды. Барыһына ла СССР менән АҠШ араһындағы “һалҡын һуғыш” сәбәпсе ине. Шуға ла был илдәрҙең спортсылары, уйынға дүрт йыл буйы әҙерләнеүенә ҡарамаҫтан, Мәскәүҙәге Олимпиадала сығыш яһай алманы.