Буран
10.12.2011
Буран яман ҡотора,
Әсе еле һыҙғыра.
Танау, ҡолағыңды һаҡла —
Һә тигәнсе туңдыра.
Үҙ йырына, көйөнә
Дерелдәтә, бейетә.
Ҡупырыш малайҙарҙы
Йылы өйгә йүгертә.
Лиана КӘРИМОВА,
Табын мәктәбе уҡыусыһы.
Ғафури районы.
Вернуться назад