Нәфиғә Фаһамова ғүмеренең 32 йылын үтә лә яуаплы һәм етди һөнәргә бағышлай. Район хакимиәтенең мәғариф бүлегенә бухгалтер-кассир булып килә ул.
Тәүге көндәрҙән үк тырышлығы, эшһөйәрлеге, тәртип һәм теүәллекте яратыуы менән коллективта ихтирам яулай. Белемгә ынтылған ҡыҙ ситтән тороп Өфө финанс-иҡтисад техникумын тамамлай. Һөнәренең бөтә нескәлектәренә төшөнөр өсөн бар көсөн, һәләтен, түҙемлеген һала, хеҙмәттәштәренең тәжрибәһен өйрәнә. Мәғариф өлкәһендәге туҡтауһыҙ үҙгәрештәргә лә, яңылыҡтарға ла тиҙ өйрәнә, ҡулайлаша Нәфиғә Фәрзәт ҡыҙы. Ошоға бәйле әленән-әле яңы алымдар, береһенән-береһе ҡатмарлыраҡ программалар үҙләштерергә тура килә. Бай тәжрибә туплап өлгөргән белгес һынатмай, үҙенә ышанып тапшырылғанды һәр саҡ еренә еткереп, ваҡытында башҡарып, заман менән бергә атлай.
“Бәләкәйҙән математика фәнен үҙ иттем. Күңелемә яҡын һөнәрҙе һайлап, уға ғүмерем буйы тоғро ҡала алыуым менән бәхетлемен. Юлымда һәр саҡ яҡшы кешеләр осраны. Бигерәк тә Нәғимә Хөсәйен ҡыҙы Тайыповаға рәхмәтлемен. Ул мине бухгалтер эшенең бөтә нескәлектәренә өйрәтте. Ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, һәр саҡ аңлата, ярҙам итә ине. Хеҙмәттәштәремдән дә, етәкселәрҙән дә уңдым. Кәңәшләшергә, фекер алышырға, ярҙам итергә әҙер, кәрәк саҡта яҡлап һүҙ әйтә алған етәксең булғанда, әлбиттә, бер ниндәй ауырлыҡ та ҡурҡыныс түгел”, — ти Нәфиғә апай.
Финанс эштәрен ҙур оҫталыҡ менән башҡарған бухгалтерҙы 1996 йылда төп иҡтисадсы итеп үрләттеләр. “Үҙ эшенең оҫтаһы ул Нәфиғә Фаһамова”, — ти мәғариф бүлеге етәксеһе Рим Таһиров.
Нәфиғә Фәрзәт ҡыҙы эшендә тәрән белемле, тәжрибәле белгес булһа, өйҙә — һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле һәм наҙлы әсәй, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн ҡәҙерле өләсәй, оҫта хужабикә. Нәҡип Нурихан улы менән ныҡлы ғаилә ҡороп, бына тигән өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Наилә ИМАЕВА.
Асҡын районы.