Үткерерәктәрен көтәбеҙ05.12.2012
Һаумыһығыҙ, “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре! Баҫмаға киләһе йыл өсөн күптән яҙылдыҡ. Ғөмүмән, уны алдырмай ҡалған сағыбыҙ юҡ тиһәк тә була.
Баймаҡ почтаһы яҡшы эшләй, беҙҙе белеп бөткәндәр, һәр һанын килтереп торалар. Бабайым Рәүил Бәҙретдин улы Байрамғолов менән ярышып уҡыйбыҙ. Ул быйыл 70 йәшен тултырҙы. Икебеҙгә лә гәзиттең йөкмәткеһе оҡшай. Тәнҡит мәҡәләләре күберәк урын алһа, айырыуса ҡыуанабыҙ.

Гөлсара ЙӘНТҮРИНА.
Баймаҡ ҡалаһы.

Баҫмаһыҙ йәшәп булмай

«Башҡортостан» гәзитенең аҙнаһына биш тапҡыр килә торғанына йыл һайын яҙылам.

Хәҙер ул айырыуса уҡымлы. Республикалағы барлыҡ хәл-ваҡиғаларҙы белеп барам. Һуңғы ваҡытта «Өлгөрбай яҙмалары» күренә башланы. Минең өсөн ул бигерәк тә һөйөнөслө. Бына шулай инде – бер өйрәнгәс, гәзитһеҙ йәшәп булмай!

Әнүәр ЯХИН.
Стәрлебаш районы,
Табылды ауылы.
Яратып уҡыйбыҙ

«Башҡортостан» гәзитен 40 йылдан ашыу уҡыйбыҙ. Һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ.

Беҙҙең ауылда почта ваҡытында килеп тора. Хат ташыусы Сәлмән Лотфуллин гәзит-журналды ваҡытында килтерә. Йылдың тәүге яртыһына «Башҡортостан» гәзитенә яҙылып, сәйнүк отҡайныҡ. Әммә эш бүләктә түгел – республика, донъя яңылыҡтары менән танышып барабыҙ. Уҡымлы, фәһемле мәҡәләләр йыш баҫылып тора гәзиттә. «Көн һайын ошо урында» рубрикаһында сыҡҡандары айырыуса оҡшай.

Радик ШАМИҒОЛОВ.
Учалы районы,
Рәсүл ауылы.

Ярты быуат алдырам

Оло йәштә булыуыма ҡарамаҫтан, «Башҡортостан»дан айырылғаным юҡ.

50 йылға яҡын алдырам баҫманы. Гәзиттә тарихи яҙмалар, республика яңылыҡтары, дин хаҡында мәҡәләләр баҫыла. Йәштәр – беҙҙең киләсәгебеҙ. Улар өсөн дә фәһемле рубрикалар булдырылһын ине.

Ғәлесамат ИҠСАНОВ.
Белорет районы,
Йөйәк ауылы.


Вернуться назад