“Баланың күҙендә осҡон ҡабынғанын күреү — уҡытыусы өсөн иң ҙур шатлыҡ. Йәш быуындың күңелендә дәресеңдән һуң ниндәйҙер яҡты эҙ ҡала икән, тимәк, көнөң бушҡа үтмәгән”, — ти Зилә Ҡәнипова.
Дүрт тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған ул. Хеҙмәт юлының күп өлөшө Йүкәлекүл мәктәбендә үтә. Эше өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәгән Зилә Әхмәтғәли ҡыҙының уҡыусылары урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән төплө белемле булыуы менән айырылып тора, район, республика ярыштарында ошо фәндән тәүге урындарҙы яулай.
Балаларҙа әҙәп-әхлаҡ тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлә Зилә Ҡәнипова. Йәш педагогтарға ла бик теләп ярҙам итә. Тырыш уҡытыусының хеҙмәте бихисап наградаға лайыҡ булды.
Зилә Әхмәтғәли ҡыҙы ярты быуаттан ашыу район гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе булып та эшләй, әхлаҡ, тәрбиә мәсьәләләрен яҡтырта. Өс тапҡыр баҫманың лауреаты итеп билдәләнде.
Тынғыһыҙ педагогтың буш торғанын бер ваҡытта ла күрмәҫһең. Йәш сағынан донъя гиҙергә әүәҫ кеше булараҡ, ул теплоходта сәйәхәт итергә ярата, бер нисә тапҡыр Кавказда булып ҡайтҡан, Эльбрус тауына күтәрелгән. Ошондай өлгөр, ихлас, ауылдағы йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәгән Зилә Әхмәтғәли ҡыҙына һоҡланмау мөмкин түгел.
З. ЗАКИРОВА.
Ҡыйғы районы.