Яңы Шах бөркөтө05.12.2012
Советтар Союзы Геройы Ғәли Мәжитовтың тыуыуына – 100 йыл
2012 йыл юбилейҙарға бай булды. Әлбиттә, һүҙ арҙаҡлы шәхестәр тураһында. Мәҫәлән, легендар хәрби осоусы, Советтар Союзы Геройы, өлкән лейтенант Мәғүбә Сыртланованың тыуыуына – 100, Башҡортостандың берҙән-бер ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, полковник Муса Гәрәевтең донъяға килеүенә 90 йыл тулды. Тағы ла бер ҡыйыу «бөркөтөбөҙ», Советтар Союзы Геройы, гвардия подполковнигы Ғәли Мәжитовтың тыуыуына 100 йыл тулыу ваҡиғаһы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Кем һуң ул Ғәли Мәжитов, тамырҙары ҡайһы яҡтан? Түңәрәк датаны билдәләгәндә был ҡаһарман шәхес хаҡында тәфсирләп яҙыу кәрәктер, моғайын.

Дошман унан
“төнгө ҡарсыға” тип ҡурҡты


Яңы Шах бөркөтөҒәли Әхмәт улы Мәжитов 1912 йылдың 14 сентябрендә Йәрмәкәй районының Яңы Шах ауылында 11 балалы ғаиләлә донъяға килгән. Атайҙары иртә вафат булған. Ғәли Приют мәктәбендә уҡыған, 1933 йылдан армияға алынған.
1936 — 1939 йылдарҙа Ҡазан хәрби пехота, Ырымбур осоусылар училищеларын уңышлы тамамлай. 1939 йылда – Көнбайыш Украинала совет ғәскәрҙәренең азатлыҡ походында, 1939 — 1940 йылдарҙа совет-фин, 1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Алыҫ осош авиацияһында гвардия майоры дәрәжәһендә штурман вазифаһында хеҙмәт итә. Советтар Союзы Геройы исеменә 1944 йылдың 19 авгусында лайыҡ була. 1954 йылдан – отставкалағы подполковник.
Ошо яҡты, матур донъяла ғүмер кисергәндә нишләптер киләсәгебеҙ өсөн бихисап батырлыҡ күрһәткән яугирҙәр хаҡында йыш уйландыра. Ҡайһы берҙәре һуғыш яланында мәңгелеккә башын һалған, икенселәре иҫән-имен әйләнеп ҡайтҡан. Ғәли ағай Мәжитовҡа ла Бөйөк Еңеү таңын хәрби дуҫтары менән ҡаршы алырға насип була.
Осоусы-штурман яҡташыбыҙҙың оло хәрби юлы Финляндия күгендә совет-фин һуғышы осоронда башлана. 1941 йылдың июлендә уны Көньяк-көнбайыш фронттың 24-се авиадивизияһындағы 98-се авиаполкка күсерәләр. Ғәли Мәжитов Көнбайыш Украинаны азат итеүҙә ҡатнаша, Мәскәү, Сталинград, Бухарест, Берлин ҡалалары күктәрендә дошманға ут яуҙыра. 282 хәрби осош яһай. Шуларҙың 60-ы – көндөҙ, ҡалғандары – төндә. Ә 25 хәрби осошто Германия биләмәһендә хәрби-сәнәғәт объекттарына һөжүм маҡсатында башҡара. Был ваҡытта ул дивизияның өлкән штурманы вазифаһын үтәгән була.
Мәскәү янындағы һуғышта Ғәли Мәжитовтың ҡанатлы машинаһы тәүлегенә биш-алты тапҡыр күккә күтәрелә. Боровск ҡалаһы эргәһендә танк колоннаһын тар-мар итеү бигерәк тә хәтерендә ҡала. Мәжитовтың экипажы бер осошта ғына өс танкты, күп кенә фашист һалдатын сафтан сығара. Шул ваҡытта самолет 200-ләп урындан тишкеләнә һәм ул ғәмәлдән сыға. Атыусы ла, радист та һәләк була, штурман ғына иҫән ҡала.
Һуғыштың һуңғы көндәренә ҡәҙәр Ғәли Мәжитов полк, дивизия штурманы, һуңыраҡ хәрби берләшмәнең өлкән штурманы вазифаларын үтәй. Йыш ҡына уңышлы хәрби осоштар яһай. Һуғышыу менән бер рәттән, өлкән штурман полктарҙы яңы көс менән тулыландырырға ла тейеш. Хәрби йөкләмә башҡарған ваҡытында уға 30 экипажды тикшерергә һәм әҙерләргә тура килә.
Ғәли Мәжитов өсөн фронттағы иң ҡатмарлы операция, әлбиттә, Сталинград һуғышы була. Төтөн таралған күктә үҙеңдең самолеттарҙы дошмандыҡынан айырыуы ифрат ауыр, әлбиттә. Ул картанан, приборҙарҙан айырылмай тиерлек, һәр метрҙы иҫәптә тота. Дошман өҫтөнә бомба ташлау мәлен теүәл белергә уға оло тәжрибәһе ярҙам итә.
Мәжитовтың осоу экипажы фронт авиацияһы составында Ленинград, Тамань ярымутрауы, Курск дуғаһы, Ҡырым өсөн барған ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнаша, ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Яуым-төшөм, томанға ҡарамай, төнөнмө-көндөҙмө, урмандарҙа йәшеренгән дошман базаларын, ҡарлы ҡыялар аҫтында һыйынып ултырған доттарҙы бик теүәл таба улар. Яҡташыбыҙ шул осорҙа тәүге наградаһы — «Хәрби хеҙмәттәр өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Ваҡыт үтеү менән командованиеның бойороҡтарын теүәл үтәгәне өсөн Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була. Һуңыраҡ, дошмандың Ржевск төркөмөн тар-мар иткәс, Ғәли Мәжитовҡа икенсе тапҡыр Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены тапшырыла. Тора-бара ҡурҡыу белмәҫ, ҡыйыу осоусы-штурман тере легендаға әүерелә. Немец осоусылары уны «төнгө ҡарсыға» тип йөрөтә башлай хатта...
Генералдар Мәжитовтың ҡатмарлы шарттарҙа ла бурысты еренә еткереп үтәйәсәгенә шикләнмәй, шуға ла уға Германияның әһәмиәтле бер объектын утҡа тотоуҙы ышанып тапшыралар. Дошман иһә был урынды ерҙән дә, һауанан да ныҡ һаҡлай. Әммә ҡурҡыу белмәҫ, тәүәккәл яҡташыбыҙ был йөкләмәне уңышлы үтәй. Дошман ҡаланы дер һелкетеп торһа ла, штурман үҙ маҡсатына өлгәшә.
Оҙаҡламай матбуғатта СССР Юғары Советының Ғәли Әхмәт улы Мәжитовҡа Советтар Союзы Геройы исемен биреү тураһында (1944 йыл, 19 август) Указы баҫыла. Илебеҙ күгендә Бөйөк Еңеү салюттары балҡығас та Ғәли Мәжитов хәрби хеҙмәтен дауам итә. 1948 — 1954 йылдарҙа Балашов авиация мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Һуңынан отставкалағы подполковник йәшәү өсөн Ялта ҡалаһына юллана. Унда ла эшһеҙ ятмай, оҙаҡ йылдар ҡала етәкселегендә, автомәктәптә начальник урынбаҫары булып эшләй. Ошонда яҙмышын Валентина исемле ҡатын менән бәйләй. Улар Геннадий менән Галинаны тәрбиәләп үҫтерә. Балалары тормошта үҙ урынын таба.
Ғәли Әхмәт улы, әлбиттә, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, йәштәр араһында хәрби-ватансылыҡ тәрбиәһе эшен алып бара. Йыл һайын полкташтары, мәктәп уҡыусылары, студенттар менән осрашыуҙа була, үҙе үткән хәрби хеҙмәт юлы хаҡында һөйләй. Заманында Ялта ҡалаһының хәрби комиссариатында ла әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Быларҙың береһе лә эҙһеҙ ҡалмай. Ғәли Әхмәт улына «Ялта ҡалаһының маҡтаулы гражданы» исеме бирелеүе лә уның фиҙаҡәр хеҙмәтен раҫлай.

Бормалы юлдар тыуған
яҡҡа илтә


Мөмкинлек сығыу менән яҡташыбыҙ тыуған яғына ҡайтырға тырышҡан, нишләптер был хаҡта матбуғатта яҙып бармағандар. Шулай ҙа Ғәли Мәжитовтың 1967 йылдың 9 майында Бәләбәй районында Еңеү байрамы тантанаһында ҡатнашыуы тураһында мәғлүмәт һаҡланған. Уны тыуған ауылы Яңа Шахҡа хәрби комиссариат хеҙмәткәре оҙата килгән.
Ә инде Геройҙың тыуған ерендә күп йылдарҙан һуң әсәһе Рабиға инәй менән осрашыуы бигерәк тә тетрәндергес һәм онотолмаҫлыҡ ваҡиға була.
...Әлбиттә, ғәзиз улы менән күрешеүҙе тилмереп көткән әсә тулҡынлана ине. Машина Рабиға инәй эргәһенә килеп туҡтаны. Кабинанан ике кеше сыҡты. Әсә шунда уҡ улын танып алды ла, уның эргәһенә табан аҙымдарын тиҙләтеп, сәстәренә сал йүгерә башлаған улының ҡосағына ташланды.
— Һаумы, әсәй!
Рабиға инәйҙең күҙҙәре йәшләнгәйне.
— Ниһайәт, улым, иҫән-һау күҙемә күрендең. Ҡарт әсәйеңде онотмаған өсөн рәхмәт.
Улы менән күрешеү һөйөнөсөнән тулҡынланған, күңеле тулған әсәнең ирендәре ҡалтырай ине. Ҡаршыһында Советтар Союзы Геройы, подполковник, ҡаһарман яугир һәм, иң мөһиме, уның улы баҫып тора бит!
Был көндә Ғәли Мәжитов ауылдаштары, мәктәп уҡыусылары менән осрашҡан, йәш быуынға үҙенең хәрби хеҙмәт юлы хаҡында һөйләгән, уларҙы яҡшы уҡырға, физик яҡтан ныҡлы булырға өндәгән. Осрашыу ваҡытында пионерҙар уға «Башҡортостандың данлы улдары» тигән күп томлы китапты иҫтәлеккә тапшырған.
Шул уҡ көндө Ғәли Мәжитов клубта ауылдаштары алдында сығыш яһаған, СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы исеменән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға юбилей миҙалдары тапшырған. Үҙе уҡыған Приют ҡасабаһында ла, Иҫке Сүлле ауылында ла уның менән осрашыу бына шул ваҡытта ойошторолған.
Яҙмыш Геройҙың туғандары менән осраштырҙы

Бөгөн Геройҙың иҫән туғандары бармы? Улар ҡайҙа йәшәй? Ошо һорауға яуап табыу өсөн тәүҙә Иҫке Сүллегә юлландыҡ. Унда беҙҙе Ғәли ағай Мәжитовтың бер туған һеңлеһе, 75 йәшен тултырған Любовь Әхмәт ҡыҙы Ғәбрәҡипова бик йылы ҡаршыланы. Ул заманында кооператив техникумын тамамлаған, күп йылдар сельпола бухгалтер, почта бүлексәһе начальнигы булып эшләгән. 1992 йылдан лайыҡлы ялда. Өс бала әсәһе. Гөлүзә Спартакта йәшәй, бухгалтер булып эшләй, Ринат – нефтсе, кинйәһе Ришат – музыкант, Мәскәүҙә төпләнгән.
Әңгәмә ваҡытында һүҙ башлыса Ғәли ағай тураһында барҙы. Любовь апай бер туған ағаһын былайыраҡ хәтерләй: «Ғәли ағайым сибәр, тыңлаусан, йомшаҡ күңелле, ярҙамсыл кеше булды. Мин дә уға оҡшағанмын, тиҙәр. Беҙгә ул посылка менән кейеҙ итек, пальто, күлдәк, төрлө күстәнәстәр ебәрҙе. Әлбиттә, һағынышлы хаттары ла килеп торҙо.
Һуғыштан һуң әсәйем ағайым хеҙмәт иткән ергә – Балашов ҡалаһына барып ҡайтты. Ғәли ағай уны хәрби училищеның аэродромына алып барған, самолеттарҙың нисек һауаға күтәрелеүен күрһәткән.
Ағайым Ялта ҡалаһына йәшәргә күскәс, 1957 йылда әсәйем менән икәүләп ғаиләһен күрергә барҙыҡ. Уның ДОСААФ-тың автомәктәбендә эшләгән осоро ине. Ағайым беҙҙе Ҡара диңгеҙҙә һыу инергә күндерҙе. Рәхәтләнеп ял иттек.
Ғәли ағай тыуған яҡты һағынып йәшәне. Ғаиләһе, улы Геннадий менән дә ҡайтҡан сағы булды, тормош иптәшем Дәүләтйән иҫән саҡта беҙгә ҡунаҡҡа килгеләне.
96 йәшлек әсәйебеҙҙе ерләгәндә Ғәли ағайыбыҙ тере аҡ сәскәләр тотоп ҡайтҡайны. Хәҙер үҙенең вафатына ла 19 йыл ваҡыт үтеп киткән...”
Ике туған Рәшиҙә апаһы тыуған ауылында – Яңа Шахта йәшәй. “Уның менән дә осрашырға мөмкин”, – тине Любовь Әхмәт ҡыҙы, беҙҙең менән һаубуллашҡанда.
Беҙ, туғандар кәңәшенә ҡолаҡ һалып, йәнә юлға сыҡтыҡ. Рәшиҙә апай яҡты сырай менән ҡаршыланы. Үҙе һөйләй, үҙе сәйен хәстәрләй. Заманында фермала һауынсы булып эшләгән, хеҙмәт ветераны. 35 йыл дауамында әсәһен ҡараған. Инде 24 йыл яңғыҙы ғүмер кисерә...
“Ғәли ағайым тураһында күп әйтә алмайым инде. Ул бик тыйнаҡ, ярҙамсыл, алсаҡ ине. Һәр саҡ изге маҡсат ҡуйып йәшәне, грамоталы булырға ынтылды һәм теләгенә өлгәште. Тәртипле, бик сибәр, һүҙендә тороусан кеше ине. Тыуған яғын онотманы, хаттар яҙып торҙо...”
Геройҙың ауылдаштары менән дә һөйләштем. Ҡасандыр мәктәп директоры булып эшләгән, “Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы” исемен алған Нил Асылхан улы Бикбаев бына нимәләр һөйләне: “Миңә Ғәли Әхмәт улы менән өс тапҡыр осрашып һөйләшергә тура килде. Мәктәптә үҙен почетлы пионер сафына алдыҡ. Беҙҙең уҡыусылар Герой йәшәгән Ялта ҡалаһында булып ҡайтты. Үҙ сиратыбыҙҙа ауылдашыбыҙ хөрмәтенә аллея булдырҙыҡ, Геройҙың тыуыуына 95 йыл тулған осорҙа мәктәп стенаһына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйғайныҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәбебеҙ ябылды...”
Советтар Союзы Геройы, һуғышта оло батырлыҡ күрһәткән яҡташыбыҙ тыуған ауыл буйлап атлайбыҙ. Ҙур булмаған урамға өлөшләтә асфальт түшәлгән, магазиндар бар, почта, клуб эшләй. Былары яҡшы. Ҡаһарман яҡташтарының тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләгәндә, уның тыуған йорто урынында аҡҡан шишмәне тәртипкә килтереп, берәй урамға Геройҙың исемен биргәндә, был уға оло хөрмәт булыр ине. Башҡарып сыға алмаҫлыҡ эш түгел.
Был хаҡта һүҙ сыҡҡас, ауыл Советы хакимиәте башлығы Альмира Латипова әлеге тәҡдимде хупланы.
Ә бына Советтар Союзы Геройы Ғәли Әхмәт улы Мәжитовҡа район үҙәге Йәрмәкәйҙә бронза бюст ҡуйылыуын, бер урамдың уның исемен йөрөтөүен, шулай уҡ тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы янында самолет-истребителдең постаментта тороуын ихтирам билдәһе тип танырға кәрәк, сөнки беҙ матур киләсәк, яҡты донъя бүләк иткән ҡаһарман шәхестәребеҙ рухы алдында баш эйергә тейешбеҙ...

Әнүәр СӨЛӘЙМӘНОВ.
Йәрмәкәй районы.


Вернуться назад