Кеше именлеге һағында05.12.2012
Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре кешеләрҙең именлеген, етеш тормошта йәшәүен тәьмин итеү бурысына оло яуаплылыҡ менән ҡарай. Хеҙмәт килешеүенә ҡул ҡуйған һәр кем Фондта страховкаланған тип иҫәпләнә, тимәк, страховка осрағы тыуһа, ул законда ҡаралған пособие һәм түләүҙәрҙең бөтә төрҙәренән дә файҙалана аласаҡ.
Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ һәм әсәлек менән бәйле осраҡтарҙа мотлаҡ социаль страховкалау, эш урындарындағы бәлә-ҡазанан һәм профессиональ сирҙәрҙән мотлаҡ страховкалау — Фондтың төп йүнәлештәре. Ошо ике төр буйынса түләүҙәрҙең дөрөҫлөгөн контролләү ҙә уның иңендә.
Бынан тыш, Фонд эш урынында йәрәхәтләнеү һәм профессиональ сир осраҡтарын ҡыҫҡартыуҙы күҙҙә тотҡан социаль программаларҙы, шул иҫәптән “Бала табыу сертификаттары”н финанслай.
Яңыраҡ төбәк бүлексәһенең быйыл туғыҙ айлыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Үрҙә әйтелгән төп йүнәлештәр буйынса түләүҙәргә һигеҙ миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған. Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осрағына һәм әсәлек менән бәйле мотлаҡ социаль страховкалауға иғәнәләр 5096 миллион һум тәшкил иткән (былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 10,3 процентҡа үҫкән). Эш урындарындағы бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм профессиональ сирҙәрҙән мотлаҡ страховкалауға ла иғәнәләр артҡан — 1118,8 миллион һум. Үҫеш — 16,8 процент.
Фондтың төбәк бүлексәһендә 95 меңдән ашыу страховкалаусы иҫәпләнә. Уларҙың күбеһе түләү мәсьәләһенә намыҫлы ҡарай, әммә ҡайһы берҙәре менән айырым эш алып барырға тура килә. Нигеҙҙә, улар — бөлгөнлөккә төшкән ойошмалар. Бурыстарҙы ҡайтарыу буйынса ентекле эш алып барыу һөҙөмтәһендә туғыҙ ай эсендә Фонд бюджетына ошо йүнәлештән 166 миллион һумдан ашыу аҡса ингән.
Хеҙмәтте һаҡлауға иғтибар йылдан-йыл арта. Әйтеүебеҙсә, производствола имгәнеүҙәрҙе һәм профессиональ сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса сараларҙы финанслау Фонд иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Башҡортостан был йәһәттән Рәсәй төбәктәре араһында тәүге тиҫтәгә инә, ә Волга буйы федераль округында — өсөнсө урында. Байтаҡ учреждениеларҙа имгәнеү һәм профессиональ сир осраҡтарының кәмеүе үткәрелгән сараларҙың һөҙөмтәле булыуын дәлилләй. Мәҫәлән, үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда производствола һәләк булғандар — ун, ә ауыр йәрәхәт алғандар 34 кешегә кәмегән.
“Бала табыу сертификаты” тыуымды арттырыуға һәм демографик хәлде яҡшыртыуға лайыҡлы өлөш индерә. Һаулыҡ һаҡлау учреждениелары заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыла, хеҙмәтләндереү сифаты яҡшыра, белгестәрҙең һәм урта медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы күтәрелә. Туғыҙ ай эсендә республикала 42 817 сабый донъяға килгән (үткән йылдың ошо осорондағынан дүрт процентҡа күберәк). Тыуым күрһәткесе буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында алдынғы булһа, Рәсәй буйынса Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Краснодар крайы, Свердловск өлкәһенән ҡала бишенсе урынды биләй.
Һәр кем һорауҙары менән “ҡыҙыу линия” буйынса белгестәргә мөрәжәғәт итә ала, ә бөтә кәрәкле мәғлүмәтте Фондтың сайтында табырға мөмкин. Төбәк бүлексәһе идарасыһы йыл дауамында аҙна һайын республикабыҙҙың төрлө райондарында граждандарҙы ҡабул итеү ойошторҙо. Артабан да халыҡ менән тығыҙ аралашыу, мәғлүмәттәр менән таныштырыу дауам итәсәк.

Раушания КӘБИРОВА.


Вернуться назад