Компьютер булһаң ине10.12.2011
Белгәнемде оноттом —
Бына хәтер тигәнең!
“Икеле” алдым дәрестә —
Әсәй-атай тиргәне.
— Етте! — тине әсәйем,
— Етте! — тине атайым. —
Һөнәрбашты бөгөндән
Берәйһенә һатайым.
Эшең дә юҡ дәрестә,
Бар белгәнең — Һөнәрбаш.
Көн-төн шунда ултырып,
Йә булырһың түмәрбаш!
...Их, беҙҙең дә мейелә
Булһа икән компьютер!
Рәхәт: кәрәк сағында
Төрткө төртөп тик ултыр!

Әлдә “Һөнәрбаш” түгелмен!

Нимә булды һиңә бөгөн,
Һөнәрбаш дуҫҡай?
Ҡуҙғата алмай төрткө лә —
Бар эшең туҡтай.
Яҙыуҙар юйылып бөткән,
Буталған башың.
Ултырам ғәжәпкә ҡалып,
Башымды ҡашып.
Хәтерең юйылған, тиҙәр,
Вирустан кисен.
...Әлдә компьютер түгелмен —
Кешесә иҫем.

* * *
Һөнәрбаштар ҙа сирләй икән шулай. Беҙ ауырыһаҡ, үлән төнәтмәләре, дарыуҙар эсәбеҙ. Ә компьютерҙарҙы махсус программалар индереп дауалайҙар. Дуҫым вирустан йонсоғанда миңә бик күңелһеҙ булды. Уның һауыҡҡанын саҡ көтөп алдым.
Хәҙер уны йәлләп, бик кәрәк сағында ғына тоҡандырам. Дуҫ тигәс тә, шул хәтлем йонсоторға ярамай ҙа инде! Күберәк саф һауала йөрөйөм, спорт менән шөғөлләнәм, атай-әсәйемә булышам — үҙемдең дә һау-сәләмәт булғым килә.
Гүзәл СИТДИҠОВА


Вернуться назад