Донъяла һөнәрҙәр күп, шулай ҙа айырыуса етди, изгеләренең береһе табиплыҡтыр, моғайын. Әҙәм балаһы ниндәй генә бәлә-ҡаза, ауырыуға дусар булмай. Һаулыҡ һағында тороусылар бер минутты ла сарыф итмәй, һәр кемде, дөрөҫ диагноз ҡуйып, дауалап, аяҡҡа баҫтырырға тырыша. Улар — ысын мәғәнәһендә ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыусы.
Оло йәштә булғас, һаулығым “шаяртырға” ярата. Үҙемде бик тә насар тойғас, Еҙем-Ҡаран участка дауаханаһына шылтыраттым. Күп тә үтмәне, табип Рафаэль Хәсәнов килеп етте. Ҡан баҫымын үлсәп, тиҙ арала беренсе ярҙам күрһәтте. Хәлемдең шәптән булмауын һиҙһәм дә, Рафаэль Камил улының яғымлы тауышы, урынлы һүҙҙәр табыуы мине тынысландырҙы.
Тейешле дауа тәғәйенләнде. Ләкин, ауылыбыҙҙың фельдшеры ауырып киткәс, мин йәнә ярҙамһыҙ ҡалдым. Был мәсьәләне лә Рафаэль Камил улы тиҙ хәл итте: баш ҡалабыҙҙың Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында эшләп йөрөүсе, әле ялдағы шәфҡәт туташы Лилә Сәлихованы миңә тәғәйенләне. Рәхмәт уға!
Дауалар алып, аяҡҡа баҫтым. Үҙ миҫалымда Рафаэль Хәсәновтың ысын табип икәненә инандым. Дарыу, энәләр менән генә түгел, ихласлығы, күңел йылыһы менән дә дауалай бит ул. Кешелекле булыуы ифрат һоҡландырҙы. Уның атаһы ла халыҡ араһында быуын ултыртыусы булараҡ танылыу алған. Күрәһең, Рафаэль Камил улында дауалау һәләте — нәҫелдән.
Хөрмәтле докторыбыҙ райондың Юлыҡ ауылынан. 1994 йылда, табип һөнәрен үҙләштереп, тыуған яғына ҡайта. Тәүҙә Красноусол үҙәк район дауаханаһында эш башлай, һуңынан Еҙем-Ҡаран участка дауаханаһында хеҙмәтен дауам итеп, бөгөнгәсә һаулыҡ һағында тора. Күп тә үтмәй, тырыш, булдыҡлы белгескә баш табип вазифаһын йөкмәтәләр.
Рафаэль Камил улы һәр саҡ һөнәри яҡтан камиллаша. Бөгөн ул — юғары категориялы дөйөм практика табибы. Хеҙмәте лә тейешле баһаһын ала — республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.
Халыҡ араһында абруй ҡаҙанған, олоһо ла, кесеһе лә ихтирам иткән табипты байтаҡ йылдар дауамында ауыл Советы депутаты итеп һайлайҙар. Ул үҙ эшенең бар нескәлектәрен белеп атҡарыусы оҫта ҡуллы белгес кенә түгел, ә өлгөлө ғаилә башлығы ла. Хәләл ефете Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы изге һөнәр эйәһе — шәфҡәт туташы.
Татыу ғаиләлә өс бала тәрбиәләнә. Өлкән ҡыҙҙары Диана журналистика өлкәһендә хеҙмәт юлын башланы. Улдары Айҙар менән төпсөктәре Лиана Красноусолдағы башҡорт гимназияһында белем ала. “Бишле” билдәһенә генә өлгәшеүсе балалары ла киләсәктә аталары юлынан китмәксе: хыялдары — табип булыу.
Хәсәновтарҙың йорто әллә ҡайҙан балҡып тора. Семәрле тәҙрә яңаҡтары, ҡапҡа һәм ҡоймалар, йәйен аллы-гөллө сәскәгә, еләк-емешкә күмелгән баҡса әкиәт илен хәтерләтә. Тырыш ғаилә күпләп мал, ҡош-ҡорт, умарта тота.
Һаулыҡ — кешенең иң ҙур байлығы. Сәләмәтлек һағында Рафаэль Камил улы Хәсәнов кеүек аҡ халатҡа тап төшөрмәгән намыҫлы белгестәр торғанда, ғүмеребеҙ өсөн тыныс булырға мөмкин.
Нажиә ИСМӘТОВА.
Ғафури районы,
Бурлы ауылы.