Хөкүмәттең ишектәре асыҡ...05.12.2012
Ниндәй генә мәсьәлә килеп тыумаһын, уны урындағы етәксе, хакимиәт башлығы, бик тә булмаһа министр хәл итәсәгенә күнегеп бөткәнбеҙ. “Бының өсөн яуаплылар бар, ул минең эшем түгел” тигән фекер йәмғиәтебеҙҙә ныҡлы урын алған. Баҡтиһәң, һуңғы ун йыл эсендә кешеләрҙең йәмәғәт эшендәге әүҙемлеге күпкә кәмегән икән. Ә был үҙ сиратында халыҡтың етәкселектән алыҫлашыуына, ябай кешеләрҙең түрәләргә ҡарата ышанмауына килтерә.
Ошо хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеү маҡсатында “Асыҡ Хөкүмәт” федераль проекты үҙ эшен башлай. Тәүгеләрҙән булып Рәсәйҙең 18 төбәгендә үҙенсәлекле программа бойомға ашырыласаҡ. Башҡортостан — шул иҫәптә.
— “Асыҡ Хөкүмәт” тигәнде ҡайһы берәүҙәр дөрөҫ аңламай, — тине матбуғат конференцияһында ошо проекттың етәксеһе Георгий Белозеров. — Яңы барлыҡҡа килгән йәмәғәт ойошмаһы тип тә бутайҙар. Асылда иһә төбәктә шул уҡ власть системаһы ҡала. Тик ул халыҡ өсөн инде асыҡ була. Һәр кеше теге йәки был мәсьәләгә ҡарата үҙенең тәҡдимен еткерә ала.

А. БАЙМӨХӘМӘТОВ.


Вернуться назад