Һәләтле йәштәргә ҡытлыҡ кисерәбеҙ05.12.2012
Һуңғы осорҙа республикабыҙҙың кадрҙар мәсьәләһенә айырыуса ҙур иғтибар талап ителә, сөнки төбәгебеҙгә килергә, яңы предприятиелар асырға теләгән инвесторҙар күбәйгән мәлдә, заман технологиялары менән эш итеүсе белгестәргә ҡытлыҡ арта. Өфөнөң Конгресс-холында кисә һәм бөгөн барған "Кадрҙар ҡеүәтен үҫтереү: төбәк аспекты" төбәк-ара форумында хеҙмәт баҙарындағы ошондай мөһим темалар ҡаралды. Сараға төрлө ерҙән килгән дәүләт органдары вәкилдәре, предприятиелар һәм уҡыу йорттары етәкселәре, ғалимдар йыйылды. Уларҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сәләмләне.
— Инвесторҙарҙы йәлеп итеүе еңел түгел, әммә улар асҡан предприятиеларҙа эшләрҙәй кешеләрҙе табыуы тағы ла ауырыраҡ. Беҙҙә һәйбәт белгестәр әҙерләүсе университеттар етерлек, әлбиттә, шулай ҙа белем биреүҙең заманса алымдарын ҡулланырға ваҡыт. 2013 йылда электрон белем биреү менән шөғөлләнәсәк дәүләт бюджет учреждениеһын асырға йыйынабыҙ, — тине Рөстәм Зәки улы. — Бынан тыш, Башҡортостан электрон университеты булдырыласаҡ. Ул белгестәрҙе ҡайтанан әҙерләү, һөнәри оҫталыҡтарын арттырыу менән шөғөлләнәсәк.
Республика Президенты һәләтле йәштәрҙе үҙебеҙҙә ҡалдырыу мәсьәләһен дә күтәрҙе.
— Берҙәм дәүләт имтиханы уҡыусыларға ҙур ҡалаларҙа уҡыуға юл аса. Һөҙөмтәлә өмөтлө йәштәр ситкә китә. Әлегә был ағымға ҡаршы сығып булмай, әммә уны кәметергә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.
Был йәһәттән Башҡортостан Хөкүмәте һәм Президент Хакимиәте мөһим сара күрҙе — кадрҙар һайлау үҙәген булдырҙы. Уның маҡсаты — власть органдарының кадрҙар резервын булдырыу, алдынғы ҡарашлы йәштәрҙе туплау.

Н. ЙЫЛҠЫБАЕВА.


Вернуться назад