Ҡәҙерле кешем10.12.2011
Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Мөхәррәм Булатов — минең ҡартатайым. Уға күптән түгел 75 йәш тулды. Ҡәҙерлемдең бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Ул өс йәшенән өләсәһендә, аҙаҡ балалар йортонда тәрбиәләнә. Тырышып уҡый.
Мәктәптән һуң олатайым армияла хеҙмәт итә. Ауылға ҡайтҡас, физкультура, хеҙмәт дәрестәренән уҡыта башлай. Балалар уны бик ярата, дәрестәрен көтөп ала.
Аҙаҡ олатайым, юғары уҡыу йортон тамамлап, тарихтан белем биреүгә күсә.
Ҡартәсәйем Алмабикә лә беҙҙең ауылдыҡы. Ҡәҙерлеләрем 54 йыл бергә татыу ғүмер итә. Ике ул, бер ҡыҙ үҫтергән улар. Хәҙер инде беҙҙе тәрбиәләшәләр.
Вилүр БУЛАТОВ,
Әбделкәрим мәктәбе уҡыусыһы.
Баймаҡ районы.


Вернуться назад