Хәҙер Ҡыш аҙашмаҫ!05.12.2012
Хәҙер Ҡыш аҙашмаҫ!Ә һеҙ беләһегеҙме, ни өсөн Өфөгә һаман ысын Ҡыш килеп етә алмай? Ысынлап, календарҙа декабрь, ә тышта ямғыр яуа, урамда күләүектәр гөрләшә. Баҡтиһәң, ул төндәрен баш ҡалабыҙҙы күрмәй урап оса ла китә икән. Завод һәм автомобиль төтөнө баҫҡан ҡалаға ай менән йондоҙҙарҙың ғына яҡтылығы етмәй, күрәһең... Ошондай ябай ғына сюжетлы тамаша Өфө халҡын үҙенә йәлеп итте. Ленин урамы башланған урында, опера һәм балет театры янында йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә бихисап ине. Араларында хатта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Өфө ҡалаһы мэры Ирек Ялалов та бар ине. Эштән, уҡыуҙан өйҙәренә ашыҡҡандар ҙа күңелле музыка уйнап торған ерҙә туҡтамай булдыра алманы. Түргә Ҡыш бабай, Ҡар бөртөктәре, Ҡыш, Ай һәм башҡа әкиәт геройҙары килеп сыҡҡас, йыйылыусылар тағы бер аптыраны. Яңы йылға тиклем иртәрәк кеүек, шыптырлап ямғыр яуып торғанда йылдың иң мөһим байрамының кәйефе лә юҡ кеүек.
Тиҙ арала был тиклем халыҡтың йыйылыу сәбәбе асыҡланды: ҡаланың Ленин урамында Яңы йыл иллюминацияһы тоҡандырылды. Моғайын, иғтибар иткәнһегеҙҙер: уға әҙерлек эштәре йәй аҙағында уҡ башланғайны. “Өфөгорсвет” предприятиеһының тырышлығы ҙур булған. Ленин урамында ғына 11 километрлыҡ гирлянда һуҙылған, 20 меңдән ашыу төрлө төҫтәге һәм формалағы лампалар, 48 аҫылмалы һәм 28 яҡтылыҡ ҡабы ҡуйылған.
Әйткәндәй, байрам төҫөн ҡаланың башҡа урамдары ла аласаҡ. Цюрупа, Туҡай, Зәки Вәлиди урамдары шулай уҡ гирляндалар, янып торған флагтар һәм ҡала символы — һыуһар — менән балҡып торасаҡ. Өфө — Аэропорт юлына ла 800 флаг ҡуйылған.
Мөғжизәле уттарҙы тоҡандырыу бәхете балаларға тейҙе. Йәш шахматсы Динар Әбелғужин менән Бөтә Рәсәй Гагарин олимпиадаһы еңеүсеһе Артур Хәйруллин Ҡыш бабайҙың таяғы менән өс тапҡыр ергә һуғыуы булды, мең төҫтәр менән балҡыған уттар тоҡанды. Һәм шул саҡта тағы ла бер ысын мөғжизә булды: күктән ямғыр урынына эре ҡар бөртөктәре яуа башламаһынмы... Эй шатланды халыҡ, балалар менән йәштәр бейергә төшөп китте хатта.
Хәҙер был уттар көн һайын өфөләрҙе һәм ҡунаҡтарҙы сағыу төҫтәре менән һөйөндөрәсәк. Ә Ҡыш беҙҙең уттарҙы, ниһайәт, күрер һәм оҙаҡ көттөрмәй килеп тә етер...
Әлфиә ӘЙҮПОВА.


Вернуться назад