Лайыҡлы баһа04.12.2012
Ленин исемендәге хужалыҡ республика Хөкүмәтенең дипломы һәм 100 мең һумлыҡ аҡсалата премияһы менән бүләкләнде.
Йылдың ҡоро килеүенә ҡарамаҫтан, иген культураларынан быйыл да яҡшы ғына уңыш алынды, етерлек орлоҡ һалынды. Халыҡҡа ашлыҡ таратылды. Урып йыйыу эштәрендә Мостафа Сәлихов, Закир Балхин, Альберт Шахморатовтар ҙур тырышлыҡ күрһәтте.
Хужалыҡта 1360 баш һыйыр малын имен ҡышлатыу өсөн кәрәгенсә бесән, сенаж, һалам әҙерләнде. Ферма мөдирҙәре Шамил Үҙәнбаев, Иршат Айытбаев, Фәнис Усмановтарҙың малсылар коллективы һөт етештереүҙе арттырыу өсөн бар көсөн һала. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Сәлимов етәкселегендәге ауыл хужалығы кооперативының төбәктә тәүгеләрҙән булып “500 ферма” республика программаһында ҡатнашыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй.
Хужалыҡ урып йыйыу эштәре һәм мал аҙығы әҙерләү буйынса районда еңеүсе булды.

Ауылда завод төҙөлә
Районда инвестиция йәлеп итеү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Ошо йүнәлештә беҙҙең төбәк республиканың башҡа райондарына өлгө булырҙай. Был фекерҙе Баймаҡҡа эш сәфәрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та әйткәйне.
Ысынлап та, инвесторҙар көсө менән күп нәмәгә нигеҙ һалына. Әле Темәстә “Башагрофин” йәмғиәте ярҙамында һөт комбинатын төҙөү тамамланып килә. Ошо уҡ инвестор Бетерә ауылында ағас эшкәртеү предприятиеһы асыу буйынса эш алып бара.
Икенсе Этҡол ауылында түбән сортлы ағастан һәм ағас ҡалдыҡтарынан брикет етештереү цехы буласаҡ. Был хаҡта йәй уның инвесторы булған “ПромРегионЛес” компанияһы, Баймаҡ районы хакимиәте һәм Башҡортостан Хөкүмәте араһында өс яҡлы килешеү төҙөлгәйне.
Әле инвестор тарафынан бина һайлап алынған, бөгөн унда үҙгәртеп ҡороу бара. Төҙөлөшкә Сибайҙың “Строймеханизация” йәмғиәте бригадаһы (бригадиры — Амур Әминев) йәлеп ителгән. Унда Икенсе Этҡол ауылынан туғыҙ кешегә эш тапҡандар.

Элемтә заманса
Бөгөнгө тормошобоҙҙо телефонһыҙ, Интернетһыҙ, IP-телевидениеһыҙ күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Элемтәселәр эшенең әһәмиәте артҡандан-арта.

— Алға ҡуйылған бурыстарҙы тейешле кимәлдә ғәмәлгә ашырабыҙ, пландар айҙан-айға үтәлеп бара, — ти райондың элемтә узелы начальнигы Марат Ҡадиров.
Ысынлап та, халыҡ элемтәселәрҙең эшенән ҡәнәғәт, техник бәйләнеш яҡшыра. Быйыл, мәҫәлән, Беренсе Этҡол — Йомаш — Ишбирҙе йүнәлешендә сүс-оптика кабеле үткәрелде. Төпкөл ауылдарҙағы байтаҡ кеше телефондан, Интернеттан һәм IP-телевидениенан файҙаланыу мөмкинлеге алды. Заманса бәйләнеш Татлыбай менән Урғаҙа ауылдары араһында ла (48 километр) булдырылды. Баймаҡтың Көньяҡ биҫтәһен телефонлаштырыу буйынса ҙур эш алып барыла. Элекке кабелдәр урынына замансалары ҡуйыла.
Заман ҡоролмаларын тейешле кимәлдә хеҙмәтләндереү өсөн оҫта белгестәр талап ителә. Был йәһәттән ауырлыҡтар юҡ. Инженер Әлфәт Ураҙбахтин, бригадир Марат Сәлихҡолов, монтерҙар Альберт Байтурин, Игорь Ивановтар үҙ бурысына яуаплы ҡарай.

Сәнғәт бишеге
Ғата Сөләймәнов исемендәге Баймаҡ балалар сәнғәт мәктәбенә — 60 йыл. Әлеге мәлдә ҡалала — 430, ә Темәс, Аҡморон, Урғаҙа, Иҫке Сибай филиалдарында тағы 410 бала уҡый.

Ошо йылдар эсендә мәктәпте өс мең самаһы кеше тамамлаған, уларҙың 400-ҙән ашыуы белемен махсус уҡыу йорттарында дауам иткән. Тағы бер үҙенсәлекле хәл: мәктәп асылғандан бирле уны ике кеше генә етәкләй. Беренсе директоры — Фәүзи Хафизов, ә 1981 йылдан — Александр Бондарев. Икеһе лә — сәнғәткә мөкиббән бирелгән педагогтар, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре.
Яңыраҡ Баймаҡ халыҡ ижады йортонда сәнғәт мәктәбенең юбилейына арналған ҙур тантана булды. Унда уҡыусылар, уҡытыусылар, мәктәптең элекке тәрбиәләнеүселәренән билдәле ҡурайсы Азат Биксурин, бейеүсе Рафаэль Сәғитов (Өфө ҡалаһы), йырсы Андрей Богаткин (Магнитогорск), композитор Валерий Клепинин (Мәскәү) һәм башҡалар үҙҙәренең оҫталығын күрһәтте.

Ү. ЗИННӘТОВ.


Вернуться назад