Райондың инвалидтар йәмғиәтенә килеп ингәндә бер ҡатындың ихлас күңелдән рәхмәт әйтә-әйтә сығып барған мәленә тап булдым.
— Ниндәй изгелектәрегеҙ өсөн йылы һүҙ ишеттегеҙ әле? — тип төпсөнәм йәмғиәт рәйесе Александра Ламзинанан. — Әллә һеҙ ойошторған әйберҙәр банкының ярҙамы тейҙеме?
— Эйе. Әйберҙәр банкы мәрхәмәтле кешеләр ярҙамында тулыланып тора. Был ҡатындың исем-шәрифен дә һорашманым, кешене уңайһыҙ хәлгә ҡуйғым килмәй. Ул балаларына кейем-һалым һайлап алды. Һүҙ ҙә юҡ, мохтажлыҡ арҡаһында ярҙам һорап килгәндәр тартына, ояла, әлбиттә. Ихлас ҡабул иткәс, улар ҙа йәнләнеп китә.
Йәмғиәт рәйесе үҙен борсоған мәсьәләләр хаҡында ла өндәшмәй ҡалманы. Баҡһаң, үҙҙәренең айырым бинаһы булмағас, мәҙәни сараларҙы, ял кисәләрен улар төрлө урындарҙа үткәрергә мәжбүр икән.
— Өҫтәүенә билет хаҡтары ҡиммәт, шуға күрә ауыл инвалидтарының беҙ ойошторған сараларға килеү мөмкинлеге сикле. Алыҫ ауылдарҙа йәмғиәттең тәүге ойошмаларын булдырҙыҡ, — тине Александра Ивановна.
— Бик әүҙемдәр үҙҙәре. Төпкөлдәге Күгиҙел (етәксеһе Фәнүзә Дауытова), Ҡолсора (Рита Муллағәлләмова), Темәс (Илсур Ирназаров, Әлфиә Бикбирҙина) ауылдары йәмәғәтселәре тап шундайҙар иҫәбендә. Ҡуянтау ауылы инвалидтары ла үҙ ойошмаһына берләште (етәксеһе — Әҡлимә Үтәмешева).
Миңә инвалидтарҙың төрлө сараларында ҡатнашырға, шахмат, шашка ярыштарын ойошторорға тура килгәне бар. Һәр ваҡыт уларҙың көслө рухлы булыуҙарына, тормош ауырлыҡтарына бирешмәүҙәренә һоҡланам. Физик мөмкинлектәре сикләнгәнлеген, ауырыуҙарын онотоп, төрлө спорт ярыштарында, туристик походтарҙа, үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә ихлас ҡатнашалар. Ғөмүмән, береһе лә һыр бирергә, зарланырға яратмай. Был йәһәттән ирле-ҡатынлы Рамаҙан Мөхәмәтйәнов менән Гөлиә Ғәбитованы өлгө итеп ҡуйырға була. Рамаҙан теннис, атыу, йөҙөү, ярыштарында әүҙем ҡатнаша, туристик походтарҙа иптәштәренә ярҙам итә. Гөлиә лә иренән һис ҡалышмай, өҫтәүенә бәйләү менән шөғөлләнә, яҡшы хужабикә лә ул. Үҙ-ара ым менән генә аралашҡан кешеләрҙең дуҫ-татыу булыуы, уртаҡ тел табыуы һоҡландыра.
Йәмғиәттең башҡа әүҙем ағзаларын да телгә алырға кәрәктер: Ринат Ишкилдин, Венер Исламғолов, Илнур Атанғолов, Сергей Зинченко. Төрлө саралар, ял кисәләрен ойоштороуҙа йәмғиәт белгесе Луиза Иванова ҙур тырышлыҡ күрһәтә. Инвалидтар үҙендә генә бикләнеп ҡалмаһын өсөн аралашыу сараларына ҙур әһәмиәт бирелә. Һәр осрашыу, бергә ял итеү байрам төҫөн ала, оҙаҡ ваҡытҡа иҫтә ҡала.
Быйыл йәй Әбйәлил районы сигендәге Күгиҙел ауылында ике көнлөк туристик слет ойошторғандар. Унда улар Ирәндек һыртына артылған, күңелле ял иткән. Баймаҡтың 3-сө мәктәбендә йыл да үткәрелгән “Көҙгө бал” да бик матур хәтирәләр ҡалдырған. Унда төрлө уйын, йыр-бейеү менән бер рәттән, ололарҙы тәбрикләгәндәр, юбилярҙарҙы ҡотлағандар. Йәмғиәт мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы ла онотмай, улар өсөн махсус саралар ойоштора. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡаланың 4-се лицейында дискотека үткәрелгән. Инвалидтарҙың аралашыуында, танышыуында күрше ҡала-райондар йәмғиәттәре менән үткәрелгән саралар бигерәк тә әһәмиәтле. Мәҫәлән, быйыл “Граф күле” ял базаһында “Ҡышҡы уйындар”ға хәйбуллалар ҙа саҡырылды. Сара бик күңелле үтте. Сибайҙар менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Йәй Бөрйәндә еңел атлетика ярыштарында ҡатнашыу, Шүлгәнташта булыу онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырған.
Быйылғы Халыҡ-ара инвалидтар көнө йәмғиәт ағзалары өсөн айырыуса әһәмиәтле булды. Уны тәүге көнөнән үк етәкләүсе икенсе группа инвалиды Александра Ламзинаға 70 йәш тулды. Яҡшы ойоштороусы, ихтирамлы ханым район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
— Мин үҙемде һис тә 70 йәшлек әбей тип хис итмәйем, — тип йылмая Александра Ивановна. — Яратҡан эшемде дауам итеп, ауыр яҙмышҡа дусар булған иптәштәремә ярҙамлашырға теләйем, дәрт-дарманым бөтмәгән әле, тик бына аяҡтарым ғына һыҙлай...
Рәшит ҮТӘЕВ.