Өйҙә яҡын дуҫым — ташбаҡам бар. Уның исеме Таштуған. Дуҫым мине танып тора, мәктәптән ҡаршы ала. Мендәр аҫтына инеп ята торған ҡыҙыҡ ғәҙәте лә бар уның. Ҡараңғы урындарҙы ярата. Ҡайһы саҡта уны саҡ эҙләп табып алам.
Таштуғанды нығыраҡ белеү өсөн төрлө мәғлүмәт йыям. Шулай уҡ кеҫәртке, йыландарҙы күҙәтеү, улар тураһындағы китаптар оҡшай.
Алһыу ХӘКИМОВА,
Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы.