Баймаҡ районындағы Семеновка ауылы мәктәбенең башланғысҡа ҡалдырылыуына бәйле борсолоу белдерелгән хатҡа Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан яуап бирҙеләр.
Хәбәр ителеүенсә, “Мәғариф тураһында”ғы һәм “Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар тураһында”ғы федераль закондарға ярашлы, муниципаль белем биреү учреждениеларын булдырыу, ҡайтанан ойоштороу, ябыу мәсьәләләре район һәм ҡалаларҙың урындағы үҙидара органдары вәкәләтенә ҡарай, фәҡәт улар билдәләгән тәртиптә тормошҡа ашырыла.
“Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүлегенән килгән мәғлүмәттә әйтелеүенсә, дөйөм белем биреү учреждениеларында уҡыусыларҙың һаны кәмеүе сәбәпле һәм контроль нормативтарҙы үтәү маҡсатында, быйыл 20 августа районда мәғариф учреждениеларын ҡулайлаштырыу тураһында программа раҫланған, — тиелә хатта. — Унда Мерәҫ мәктәбенең Семеновка филиалын башланғыс итеп ҡалдырыу мәсьәләһе ҡуйылған. Быйылғы август мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, филиалдың V — IX кластарында 12 уҡыусы иҫәпләнгән.
Әйтелгәндәрҙән сығып, район хакимиәте Семеновка һәм Монасип мәктәптәренең икенсе баҫҡыс уҡыусыларына Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә белем бирергә ҡарар итте. Балалар 12 саҡрым аралыҡҡа “УАЗ-2206” автобусында йөрөй. Юл яҡшы”.
Д. ИШМОРАТОВА.