Апайҙарым — тормош маяҡтарым04.12.2012
Апайҙарым — тормош маяҡтарымБеҙ совет осоронда тәрбиәләнеп үҫтек, шул дәүерҙең ҡанундарына буйһоноп, үҙ өҫтөбөҙгә юғары әхлаҡи талаптар алып, яҡты киләсәккә инанып йәшәнек һәм эшләнек. Уғрылыҡ, эскелек кеүек сифаттар ул йылдарҙа бик һирәк күренеш ине. Була ҡалһа, совет закондары тарафынан ғәҙел хөкөм ителде. Ә эшһеҙлек тураһында һөйләп тороу ҙа көлкө һымаҡ. Һәр кем үҙ урынында тырышып хеҙмәт итте, донъя көттө.
Һүҙ юҡ, хәҙер ҙә ауыл ерендә уңғанлығы, егәрлелеге менән һоҡландырып йәшәгәндәр етерлек. Әммә мине, етенсе тиҫтәне ваҡлаған кешене, ауыл ерендәге элекке әхлаҡи ҡиммәттәрҙең юғала, хатта бер туғандар араһында ла татыулыҡтың ҡаҡшай, низағтарҙың йышая барыуы борсоуға һала. Ислам ҡанундарына ярашлы, күрше-күләнең менән татыу йәшәү — изге ғәмәл. Юҡҡа ғына Ҡөрьән Кәримдә лә был хаҡта телгә алынмаған.
Минең ике яҡ күршем булды: береһе — Нурфәйез, ә икенсеһе Йәүҙәт исемле. Минән ун йәшкә олораҡ инеләр. Заманында колхозда янып-көйөп эшләгән, ғаиләһен ҡурсалаған шәп атай ҙа, ғаилә башлығы ла булдылар. Нурфәйез ағайҙың ихатаһы менән минең йорт-ҡура йәнәш кенә ине, әле лә текәлеп тора. Һөйләшеп ҡуйған һымаҡ, иртән тороу менән икебеҙ ҙә малға бесән һалырға сығабыҙ. Күршем, таңғы тынлыҡты боҙоп: “Ни хәл, күрше, имен-һау йоҡлап торҙоңмо, мал-тыуарың именме, килен, бала-саға һаумы-сәләмәтме?” — тип ихлас күңелдән сәләмләр булды. Йәүҙәт ағай ҙа, берәй йомошоң төшһә йәки ярҙам кәрәкһә, бар эшен ташлап йүгереп килеп етер ине. Бер нисә көнгә эш менән районға китергә тура килһә, өйҙө, мал-тыуарҙы ҡарарға ла иренмәне. Ул ғына ла түгел, минең хәләл ефетем вафат булып ҡалғас, ағайҙың тормош юлдашы, шул йылдарҙа ауыл магазинында һатыусы булып эшләгән Мәрйәм апай, өс йыл рәттән хужалыҡтағы ике һыйырҙы көн дә һауып, сепараттан айыртып, ғаиләләге дүрт малайҙы май-ҡаймаҡтан өҙмәне.
Үкенескә ҡаршы, күршеләрем — хөрмәтле Нурфәйез менән Йәүҙәт ағайҙарым — бөгөн беҙҙең арала юҡ инде. Бик иртә гүр эйәһе булды улар. Йорттары етемһерәп ҡалған һымаҡ булды. Шулай ҙа күрше ағайҙарым, миңә генә түгел, бүтән ауылдаштарына ла өлгө булып, һаман да йөрәк түрендә йәшәүен дауам итә.
Апайҙарым — тормош маяҡтарымБер туғандар тураһында һүҙ сыҡҡас, үҙебеҙҙең ғаиләләге өс апайым хаҡында ла һөйләгем килә. Атайым Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булып ҡалғас, береһенән-береһе бәләкәй дүрт баланы, 86 йәшлек өләсәйемде ауыр йылдарҙа астан үлтермәй көткән әсәйемә һәйкәл ҡуйһаң да аҙ һымаҡ. Дан ул йылдарҙағы әсәйҙәргә! Өйөбөҙгә “ҡара ҡағыҙ” килгәндә, иң өлкән апайым Санияға ун биш йәш тирәһе ине. Темәс педагогия училищеһына уҡырға инһә лә, уҡыуын артабан дауам итә алманы, атайымдың үлем хәбәре уны аяҡтан йыҡты. Әсәйемдең иҫ китмәле хәстәрлеге менән генә яйлап һауығып, зирәклеге арҡаһында ураҡ, бесән осоронда бригаданың иҫәпсеһе сифатында колхозда эш башланы. Әсәйемдең уң ҡулы булды. Ә беҙ, өс бала, мәктәптә белем ала инек. Сания апайым колхозда бер нисә йыл эшләгәндән һуң тормошон күрше Байым ауылы егете менән бәйләне.
Апайҙарым — тормош маяҡтарымИкенсе апайым Таңһылыу, Муллаҡай ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас та, ун биш йәше лә тулыр-тулмаҫтан, Түбәнге Иҙрис фермаһында һауынсы булып эш башланы, сөнки йөрәк сиренән яфа сиккән әсәйемә артабан колхоз эшендә ҡатнашырға насип итмәне — ул ҡаты ауырып түшәккә йығылды. Апайыма өс йәнде аҫрарға, уҡытырға тура килде. Әммә бирешмәне! Тормош һынауҙарын ғорур ҙа, намыҫлы ла үтте ул. Кем генә булып эшләргә тура килмәне Таңһылыу апайға! Ҡайҙа эшләүенә ҡарамаҫтан, үҙ һөнәрен яратып, еренә еткереп башҡарҙы, етәкселәрҙең ихтирамын яуланы. Ун ете генә йәшендә “Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалына лайыҡ булды. Тормошҡа сыҡҡас, Муллаҡай һөтсөлөк фермаһында һауынсы, сусҡа ҡараусы булып эшләргә лә тура килде. Бик күп маҡтау грамотаһына, “Коммунистик хеҙмәт бригадаһы ударнигы”, “Социалистик ярышта еңеүсе” билдәләренә лайыҡ булды, Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнашып, көмөш миҙал менән бүләкләнде.
Тормош юлдашы вафат булғас, төшөнкөлөккә бирелмәй, бер үҙе донъя көттө Таңһылыу апай. Кәртә-ҡураһы мал-тыуар менән тулы булды. Минең дүрт улымды уҡытырға, тәрбиәләргә, әсәйемде ҡарарға ла ярҙамлашты. Муллаҡай менән Ҡолсора араһын көн аша тигәндәй йәйәүләп үтеп, хәлебеҙҙе белешә торғайны. Әммә һөйөклө лә, һөйкөмлө лә апайыма ғүмер ҡыҫҡа бирелгән. Етмеш йәшен дә тултырмай, беҙҙе мәңгелеккә ташлап китте ул.
Өсөнсө апайым Сәлимә лә бик иртә колхоз эшенә егелде. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, колхозда ашнаҡсы, һуңынан Түбәнге Иҙрис ауылында һауынсы булып эшләне, ярыштың алғы сафында булды. Социалистик Хеҙмәт Геройы Гәүһәр Фәйзуллина менән бер ҡатарҙан эшләне, исеме райондың Почет таҡтаһынан төшмәне, алдынғы һауынсыларҙың слеттарында ҡатнашып, бүләктәргә, дипломдарға лайыҡ булды.
Тиҫтә йылдан ашыу фермала һауынсы булып эшләгәндән һуң, Сәлимә апайым тормошон Ишей ауылы егете менән бәйләне. Эшһөйәрлеге менән танылған ҡәҙерлебеҙ бында ла үҙен һынатманы. Мәктәптә оҙаҡ йылдар йыйыштырыусы булып эшләп, үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтте. Әҙеһәм еҙнәй менән 35 йыл татыу ғүмер кисерҙеләр. Өс улына һәм ҡыҙына һөйөклө әсәй, кәңәшсе, ҡәйнәһенә хәстәрлекле килен булды. Бер ваҡытта ла уларҙың һүҙгә килешкәнен ишетергә тура килмәне. Ҡартайған әсәйемде үҙенә алып тәрбиәләргә, күршеһендәге яңғыҙ ҡалған ике әбейҙе ҡарарға ла ҡыйынһынманы.
Әммә тормош ҡанундары аяуһыҙ ҙа, үкенесле лә шул. Кесе йәштән генә эшкә егелгәнгәме, көтмәгәндә апайым, алтмыш йәшен дә тултырмай, беҙҙе ташлап китте.
Бер туғандарымдың барыһы ла мине, яңғыҙ ҡустыларын, уҡытырға, кеше итергә теләне.
— Беҙ белем алманыҡ инде, ә һин нисек булһа ла тырыш. Әсәйҙе, донъяны үҙебеҙ ҡарарбыҙ әле, — тип һәр саҡ дәртләндереп торҙолар.
Өс апайымдың да намыҫлы хеҙмәте, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй йәшәүе тураһында хатта ҙур әҫәр яҙырға мөмкин булыр ине. Улар быға, һис шикһеҙ, лайыҡ. Шулай ҙа үҙемде бер ни тиклем тынысландыра алам. Күптән түгел Баймаҡ ҡала типографияһында элекке Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздың эшсәндәре тураһында күләмле генә “Данлы, ырыҫлы төйәгем” исемле китабым донъя күрҙе. Унда 280-дән ашыу хеҙмәт алдынғыһы, ауылдың күренекле шәхестәре тураһында бәйән иткәндә атай-әсәйемдең, өс апайымдың исеме телгә алынды.
Яҙмамдың башында бер туғандарҙың элегерәк һәм бөгөн нисек аралашыуы, үҙ-ара мөнәсәбәте хаҡында әйтеп үткәйнем. Шул яҡтан үҙемде бик бәхетле һанайым. Атайһыҙ үҫһәк тә, әсәйҙең тәрбиәһе йоғонтоһолор инде, ғаиләле булғас та бер-беребеҙҙе ташламаныҡ. Беҙ, дүрт бер туған, күрешмәй торһаҡ, юҡһыныр инек, һәр саҡ ҡатнашып, ярҙам итешеп йәшәнек. Үкенескә ҡаршы, апайҙарым да, әсәйем дә хәҙер был донъяла юҡ инде. Хоҙай Тәғәлә миңә ғүмер биреп, ниндәйҙер кимәлдә уларҙың фатихаһы менән осланмай ҡалған эштәрен дауам итергә форсат сығарҙы һымаҡ.
Сания апайыбыҙ 47 йәшендә генә йөрәк сиренән вафат булғас, Шәкирйән еҙнәй, ете балаһын етем итмәҫкә тырышып, икенсегә өйләнде, һәм ул ҡатыны менән ун биш йыл тирәһе татыу донъя көттө. Еҙнәбеҙ менән арабыҙҙы өҙмәнек, элекке һымаҡ ҡатнашып, аралашып йәшәнек. Ихлас күңелле, алсаҡ, йомарт, бар яҡтан да уңған ир-азаматтарҙың береһе ине. Алдынғы малсы булараҡ, үҙ һөнәре буйынса бер нисә тапҡыр район чемпионы тип танылды, колхоз, район һабантуйҙарында бил бирмәне. Илле йәшендә район кимәлендә көрәш буйынса абсолют чемпион исемен дә яуланы. Әйткәндәй, быйыл майҙа еҙнәбеҙҙең тыуған ауылы Байымда уның призына көрәш бәйгеһе үтте. Алтмыштан ашыу батыр ҡатнашты унда. Ярыштың барлыҡ сығымдарын беҙ һәм уның улдары, туғандары үҙ өҫтөнә алды. Иҫән-һау булһаҡ, был сара йыл да үткәрелер, тип ышаныс менән әйтә алам.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтер инем: был донъяға берәү ҙә мәңгелеккә килмәй. Ғүмеребеҙҙең ҡәҙерен белеп, бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп, үҙебеҙ тураһында яҡты хәтирәләр ҡалдырып китһәк ине.

Салауат МӨХӘМӘТШИН,
хеҙмәт ветераны,
“Башҡортостан”дың штаттан
тыш хәбәрсеһе.


Вернуться назад