Ошо көндәрҙә ҡәҙерле кешеләребеҙ04.12.2012
Ошо көндәрҙә ҡәҙерле кешеләребеҙ – Фәһимә Ғәйнетдин ҡыҙы менән Рафиҡ Исмәғил улы Канапатскийҙар алтын юбилейын үткәрә.
Атайыбыҙ хеҙмәт юлын Дәүләкән районының Суйынсы ауылында колхозда ябай эшсе булып башлап, сельпо директорына тиклем күтәрелде. Әсәйебеҙ хаҡлы ялға сыҡҡансы ауыл амбулаторияһында шәфҡәт туташы булып эшләне. Ҡәҙерлеләребеҙ беҙгә — биш улына ла терәк-таяныс, тормошта матур өлгө булды, бөгөн дә уларҙың кәңәштәренә мохтажбыҙ. Уңғанлыҡтарына, тырышлыҡтарына, ярҙамсыл һәм изге күңеллелектәренә таң ҡалырлыҡ. Балаңдың балаһы балдай татлы, тиҙәр. Атай менән әсәй дүрт ейәне һәм ете ейәнсәре өсөн өҙөлөп тора, ул ғына ла түгел, бер бүләһе һәм ике бүләсәре лә тормош йәме улар өсөн.
Ҡыуаныслы ғүмер байрамығыҙ менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ, иҫәнлек-һаулыҡ, тыныс ҡартлыҡ теләйбеҙ. Яҡындарығыҙҙың ихлас хөрмәтен, йән йылыһын тойоп, шатлыҡ-ҡыуаныста ғына ғүмер кисерергә насип итһен.

Иң изге теләктәр менән улдарың Рәмил, Раил, Ришат, Илфаҡ һәм Рәфил, шулай уҡ килендәрегеҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ, бүлә-бүләсәләрегеҙ.


Вернуться назад