Ышаныслы дуҫтар, рухи юлдаштар04.12.2012
Ышаныслы дуҫтар, рухи юлдаштарАмангилде — республикала иң матур һәм төҙөк ауылдарҙың береһе. Халҡы ла әүҙем: районда уҙғарылған барлыҡ сараларҙың да уртаһында ҡайнай, хатта республика күләмендә ойошторолған байрамдарҙа ла ҡатнашырға ваҡыт таба.

Күмәкләгән — яу ҡайтарған

Ошо көндәрҙә амангилделәр тәүгеләрҙән булып “Ауыл менән — “Башҡортостан”ға!” тигән акцияны башлап ебәрҙе, үҙ сиратында Үтәгән, Әбделғәзе, Ҡаҙмаш, Рыҫҡужа ауылдары менән берлектә Амангилде мәҙәниәт йортонда матбуғат байрамы үткәрҙе. Сарала Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ишморат Әминев, район хакимиәтенең аналитика һәм мәғлүмәт бүлеге начальнигы Линиза Сәғәҙиева, Амангилде ауыл биләмәһе башлығы Раян Фәттәхов, Амангилде почта бүлексәһе начальнигы Гөлйөҙөм Кирәева һәм башҡалар ҡатнашты. Алдан һәм шул көндә “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыусылар араһында төрлө бүләктәр уйнатылды. Мәҫәлән, Әбйәлил юл-төҙөлөш идаралығы начальнигы Мирхәт Рәжәпов дүрт тоҡ һоло бүләк итте. Барлығы 106 кеше “Башҡортостан” ға яҙылды, ә иң өлгөрҙәре бүләктәр отто. Тәүгеләрҙән яҙылыусылар — Гөлсәсәк Фәхрисламова менән Мәсүғүт Сафин — сәй сервизы алып ҡыуанды.
Матбуғат байрамы концерт менән асылды. Тамашасылар Әбделғәзе ауылындағы социаль хеҙмәткәр Ишмөхәмәт Исхаҡовтың моңло йырҙарын тыңланы һәм мәктәп уҡыусыларының сығышын ҡараны. Артабан Линиза Сәғәҙиева, сараны асып, амангилделәргә һоҡланыуын белдерҙе, артабан да уларҙың ваҡытлы матбуғат менән дуҫ булып ҡалыуын теләне.
Ниндәй генә эшкә тотонғанда ла халыҡты дәртләндереү кәрәктер. Был юлы ла тап шулай булды. Кемдәр быға тиклем өлгөрмәгән, мотлаҡ яҙыласаҡмын, тип ышандырҙы. Күп урындарҙа почта хеҙмәткәрҙәре халыҡ менән эшләмәй, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыусылар юҡ тип зарланғанда, ана бит, Амангилде бүлексәһе яйын тапҡан. Тик теләк кенә булһын! Әлбиттә, иң ҙур хеҙмәт почтальондар иңендә икәнлеген дә оноторға ярамай. Тап уларҙың тырышлығы менән һәр йортҡа һуҡмаҡ һалына, гәзит-журналдарға яҙылыу ойошторола. Мәҫәлән, 16 йыл рәттән Амангилде һәм Әбделғәзе ауылдарына гәзит-журнал таратыусы Зөлфиә Латипова кемдең ниндәй баҫмаға яҙыласағын алдан белеп бөткән.
— Ваҡытлы матбуғатты күберәк олораҡ быуын алдыра, — ти тәжрибәле почтальон. — Йәшниктәренә алып барып еткергәнде лә көтмәй, почта бүлексәһенән килеп алалар. Халыҡты гәзит уҡымай тип әйтеп булмай, әммә ауыл ерендә йәшәүселәр өсөн хаҡтар “тешләшә” шул.
Үтәгән ауылынан Ҡалиса Туҡбатова, Ҡаҙмаш һәм Рыҫҡужа ауылдарын хеҙмәтләндереүсе Илүзә Бикҡужиналарҙың да хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Эш хаҡы бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, улар сумкаларын яурындарына йөкмәп, ауыл буйлап йәйәүләп почта тарата. Ошондай ышаныслы дуҫтарыбыҙ булғанда, милли баҫмаларға яҙылыусыларҙың һаны йылдан-йыл артасағына ышаныс ҙур.
Беҙҙә матбуғатҡа яҙылыу мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирелә. Район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов ауыл биләмәләре башлыҡтары ярҙамында был тәңгәлдә эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Күмәкләгән — яу ҡайтарған, ти халыҡ. Шулай иткәндә генә һәр йортҡа милли баҫмалар килер, уларҙың тиражы ла артыр.

Гәзиттең яҡын дуҫтары

Мәсүғүт Муса улы Сафинға — 83 йәш. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул “Башҡортостан” гәзитен яратып уҡый. 1948 йылдан алдырған ағайҙың уның хаҡында әйтер һүҙе күп.
— Бала саҡтан “Башҡортостан”ды яратып уҡыйым, — ти ауылдың аҡһаҡалы. — Бигерәк тә ауыл тормошон яҡтыртҡан, ауыл хужалығы хаҡындағы мәҡәләләр оҡшай. Гәзит биттәрендә донъя, Рәсәй тураһында, уңған йәштәр хаҡындағы материалдарға урын аҙыраҡ бирелә. Йондоҙнамә бөтөнләй кәрәкмәй, тигән фекерҙәмен. “Умартасылыҡ дәрестәре”н, “Йорт-ҡура” махсус битен көтөп алам.
Гөлсәсәк Фәхрисламова ла “Башҡортостан”ды 1949 йылдан алдыра. “Гәзиткә ҡарата һөйөүем әсәйем Хафиза Ғәлиәхмәт ҡыҙы менән бәйле, — тине ул. — Бала саҡтан өйөбөҙгә күпләп гәзит-журнал килер ине. Артабан, мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән йылдарымда, гәзит минең иң яҡын дуҫыма әйләнде. Мәктәп директоры булғанда, беҙҙең педагогия коллективы районда ваҡытлы матбуғатҡа иң күп яҙылыусылар рәтендә ине. Һуңғы ваҡытта гәзиттең халыҡҡа яҡынайыуы һиҙелә, көнүҙәк проблемаларҙы күтәргән мәҡәләләр әленән-әле баҫыла, тәнҡит тә бар. Миңә бигерәк тә “Көн һайын ошо урында” рубрикаһы, “Аҡмулла” махсус сығарылышы оҡшай. Балалар өсөн тәғәйен “Тубырсыҡ” битен туплап, китап итеп эшләп, мәктәпкә тапшырам. Бер тәҡдимем бар: гәзит биттәрендә әҙәби әҫәрҙәр йышыраҡ баҫылһа ине. Бигерәк тә яратҡан яҙыусыларым Таңсулпан Ғарипова, Гөлсирә Ғиззәтуллиналарҙың хикәйәләрен яратып уҡыйым, сөнки ауылдарға әҙиптәрҙең яңы китаптары тиҙ килеп етмәй”.
Ышаныслы дуҫтарыбыҙ ҡайҙа? Әлбиттә, мәктәптә! Ысынлап та, ҡайһы ғына районға барһаҡ та, ниндәй генә ауылға юл төшһә лә, иң күп гәзитте алдырыусылар мәктәп коллективы икәне асыҡлана. Амангилде урта мәктәбе “Коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһын дәррәү күтәреп алған. Ундағы 22 уҡытыусының барыһы ла гәзиткә яҙылған.
Бөгөн мәктәптә 158 уҡыусы белем ала — бында күрше Үтәгән һәм Әбделғәзе ауылы балалары ла йөрөп уҡый. Мәктәп директоры Йомадил Әбүбәкеров әйтеүенсә, педагогия коллективында үҙ эшенең оҫталары эшләй. Уҡытыусылар яңы заман технологияларын ҡулланып, инновацион алымдар нигеҙендә һабаҡ бирә. Күптән түгел ноутбуктар ҡайтарылған. Хәҙер һәр уҡытыусы дәрескә ноутбук менән йөрөй, Интернет селтәрен ҡуллана ала.
Мәктәп яны участкаһында эшләү, мәктәпте йәшелләндереү буйынса ла маҡсатлы эш алып барыла бында. Уҡыусылар йәй буйы үҙҙәре ултыртҡан йәшелсә-емешкә һыу һибә, сәскә үҫтерә. Яңы уҡыу йылы башланған саҡта Амангилде мәктәбе шау сәскәгә күмелә. 2010 йылда коллектив республикала “Иң яҡшы мәктәп яны участкаһы” конкурсында беренсе урынды яулаған.
Кәримә УСМАНОВА
Әбйәлил районы.


РЕДАКЦИЯНАН. Гәзитебеҙгә яҙҙырыуҙы ойоштороуҙа һәм таратыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайының яңы рәйесе Ишморат Әминевкә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.



Вернуться назад