Моңло уның гармундары04.12.2012
Моңло уның гармундарыБына бөгөн шаян, йүгерек ел буран алып килде. Ҡыштың тәүге бураны. Ҡулъяулыҡ кеүек кенә күренгән болот киҫәге, күҙ асып йомған арала йәйелеп, таралып, күк йөҙөн ҡаплап алды ла, күбәләктәй уйнап, бөтөрөлөп ҡар яуа башланы. Ул көсәйгәндән-көсәйә барҙы.
Буран нисек шаулап килде, шулай уҡ тиҙ тынды. Саһман Әғләмов ете төҫкә инеп уйнаған ҡар балҡышын бик оҙаҡ күҙәтте. Күңеле ҡанатланып, иләҫләнеп китте. Яҙғы, йәйге, көҙгө айҙарҙа эш-мәшәҡәт күп була, халыҡ теле менән әйткәндә, тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Ә ҡышын иһә буш ваҡыт табыла. Саһман — гармун яһау оҫтаһы. Ул тормошҡа, тәбиғәткә, йыр-моңға ғашиҡ.
Ҡайһы ғына башҡорт, татар ауылын алма, унда гармунсы һәр саҡ табылған. Ә Саһман тыуып үҫкән Иҫке Бикмәт ауылы үҙенең оҫта гармунсылары менән тирә-йүндә дан тотҡан. Әғләмовтар ғаиләһендә тәрбиәләнгән малайҙарҙың дүртеһе лә орсоҡ буйы ғына саҡтарында уҡ ҡулдарына тальян, “вятский” ала. Оҫталыҡ, маһирлыҡ яғынан Әғзәм, Фәнзәүи, Саһман, Нәзиф бер-береһенән ҡалышмай.
Бөтә тиҫтерҙәре кеүек үк Саһман да тормош арбаһына бик йәшләй егелә. Үҫмер тимерлектә эшләй башлай. Тимерсе — ысын ир-егеттәр һөнәре. Ул саҡтарҙа тимерсеһеҙ бер нәмә лә ҡырып булмай. Көноҙоно тимер сүкей Саһман, колхоз мәшәҡәттәренән тыш, кешеләргә ҡыҫҡыс, һоҫҡо кеүек кәрәк-ярағын яһарға ла ваҡыт таба.
Эштән арып-талсығып ҡайтһа ла, кистәрен ғәҙәттәгесә ҡулына гармун ала егет.
Хәрби хеҙмәткә саҡырылыр мәл дә етә. Армияла Саһман шоферлыҡҡа уҡый, йәнә иретеп йәбештереүсе һөнәрен дә үҙләштерә.
Гармунсылар күп улар. Ә бына гармун эшләүселәр элек-электән бик һирәк осрай торған һөнәр кешеләре булған. Оҫта гармунсы булыу ғына ҡәнәғәтләндермәй Саһманды, ул гармун яһау серҙәрен дә ныҡлап, яҡшылап үҙләштерергә хыяллана.
Һалдат гимнастеркаһын һалғас, ул өлкән ағаһы Әғзәм гармун мастеры булып эшләгән “Яңы тормош” артеленә урынлаша. Баштараҡ иҫке, ватыҡ гармундарҙы ремонтлай. Уларҙы йәбештерә, ямай, ә үҙе яйлап ҡына оҫталарҙың эшен, һәр ҡул хәрәкәтен күҙәтә. Камал бабай бигерәк оҫта, гармунды бик килештереп яһай, тиҙәр. Гармун эшләгәндә иң нескә, ҡатмарлы урындарын үҙе генә башҡара, уның серҙәрен үҙе генә белә, кешенән йәшереп тота.
Саһман Камал ҡартҡа күрһәтмәй генә гармун эшләргә тотона: тырыша-тырмаша торғас, гармун килеп сыҡҡан кеүек була. Кәмселектәрен, етешһеҙлектәрен бөтөрөргә ағаһы ярҙам итә. Бының өсөн егеткә бер аҙ эләгә-эләгеүен. Шулай ҙа Камал бабайға гармун оҡшай.
— Маладис, һәләтең дә, тырышлығың да бар, бынамын тигән гармун яһау оҫтаһы сығасаҡ һинән, өйрән, — тип Саһманды маҡтап та ҡуя ул.
Беренсе гармунын шулай итеп эшләй Әғләмов. Егет ауылдың иң сибәр, уңған ҡыҙы — данлы Шакировтар нәҫеленән Мөғлифәне лә, моғайын, гармун моңдары аша үҙенә ҡаратҡандыр. Унан һуң эшһөйәрлеге, булдыҡлылығы ла бар бит.
Ҡулдан гармун яһау — бик тә ауыр, ҡатмарлы эш. Ҡатырға, күн, дермантин, еҙ, хром... һанай китһәң, бер гармун эшләү өсөн егерме төрҙән ашыу материал кәрәк. Корпусын һөйәндән яһайҙар. Оҫта кәрәкле ағасты тыуған ауылы урмандарынан эҙләп таба. Ныҡ та була, сыҙам да, эшкәртеүе лә еңел.
Саһман Әғләмов кисте, төндө ярата. Гармун эшләү өсөн иң уңайлы ваҡыт. Үҙ ғүмерендә ул йөҙҙән ашыу гармун яһаған. Әйткәндәй, гармундары еңел, етеҙ уйнала.
Һикһәнде ҡыуып бара бөгөн Саһман Әғләмов. Хәҙер гармун эшләмәй. Ара-тирә иҫке, ватыҡ гармундарҙы ремонтлау менән генә шөғөлләнә. Шулай ҙа гармун уның тормошонда, яҙмышында үҙенә башҡа айырым урын алып тора.
Финат ШАКИРЙӘНОВ
Борай районы.


Вернуться назад