24 ноябрҙә Башҡортостан юлдаш телеканалы тапшырыуҙары ысын мәғәнәһендә байрам тамашаһына әйләнде. Эш шунда: республика Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте тәҡдиме менән ул көн “Башҡорт теле көнө” тип иғлан ителде.
Күңелдәргә май булып яғылды ул тапшырыуҙар. Иртәнән кискә тиклем береһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ, фәһемлерәк программалар күрһәтелде. Көн дә көтөп алынған “Сәләм” булһынмы, “Ҡайтайым ауылыма”, “Арыҫлан”, “Башҡорт телен өйрәнәм”, “Тамыр”, “Башҡорттар”, “Башҡорт йыры-2012” кеүек тапшырыуҙармы — һәммәһе лә үҙ урынында, телеэкранды биҙәп торорлоҡ булды.
Популяр “Эҙәрмән” (“Следопыт”) тапшырыуын да Булат Кәримов был юлы башҡортса алып барҙы. Тырышһаң, булдырып була икән дә ул!
Тапшырыуҙарҙың береһендә Әбйәлил районынан 86 йәшлек Мәрфуға әбей Мусина зирәклеге, хәтерле булыуы менән һоҡландырҙы. “Көндәлек”тә хәйбуллаларҙың башҡорт теле буйынса контроль эш яҙыуын, телде һәйбәт белеүҙәрен күреп ҡыуандыҡ. Был да бер яңылыҡ.
Бына Розалия Солтангәрәева ҡатнашлығында “Телеүҙәк”тең башҡорт теленә арналған сығарылышы көтөлмәгәнсә тәрән йөкмәткеле булыуы менән күңелдәрҙе арбаны. Был “түңәрәк өҫтәл”гә, үҙебеҙҙең билдәле шәхестәребеҙ менән бергә, башҡорт телен яратҡан, хөрмәт иткән бүтән милләт кешеләре лә саҡырылғайны. Арала, исеме Синдли булһа кәрәк, башҡортса ап-арыу һупалаған бер Америка ҡатыны ла бар ине. Ырымбурҙан урыҫ егете Вячеслав Чернев, ҡаҙаҡ ҡатыны Айна Унбаева, үҙебеҙҙең Башҡортостандан күренекле үҙешмәкәр йырсы Вернер Семенов, Магнитогорскиҙан Андрей Харитонов, әңгәмәлә ҡатнашып, башҡорт теленең бәҫен күтәрерҙәй, уға ҡарата бүтән милләт кешеләренең ихтирамын тыуҙырырҙай фекерҙәр менән уртаҡлашты.
Башҡорт телен һыу кеүек эскән сыуаш ағайыбыҙ Вернер Семеновты башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ та электән беләбеҙ. Был юлы ла ул башҡортса иркен һөйләшеү генә түгел, йыры менән программаны биҙәп ебәрҙе. Ә Айна Унбаева: “Башҡорт теле миңә үҙемдең туған халҡымдың телен өйрәнеүгә юл асты”, — тине. Айна ҡасандыр берме, икеме йыл башҡорт мәктәбендә уҡыған, ә ҡаҙаҡ телен бөтөнләй белмәгән икән. Башҡорт теле аша ул ҡаҙаҡ телен дә бик тиҙ үҙләштереп ала.
Урыҫ егете Андрей Харитоновтың да, Благовар районында йәшәүсе мәктәп уҡыусыһы Денис Житковтың да башҡорт телен бик яратып өйрәнергә тырышыуҙары беҙҙең үҙ балаларын туған телдә уҡытыуҙың ҡәҙерен белмәгән ата-әсәләр өсөн фәһемле булғандыр, моғайын. Ә инде ошо осрашыуҙа Вячеслав Чернев менән барған әңгәмәне тулыһынса, түкмәй-сәсмәй гәзит биттәрендә баҫтырып сығараһы ине. Был егет — Ырымбур дәүләт университетының 2-се курс студенты. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ете телде белә. Башҡорт телен үҙ алдына өйрәнгән, уны бик күп нескәлектәренә тиклем үҙләштергән тип әйтергә була. Ул, мәҫәлән, “Рус һүҙенең башҡортса дөрөҫ яҙылышы рус булырға тейешме, урыҫмы?” тигән һорауға бик аңлайышлы итеп: “Башҡорт телендә урыҫ тип яҙыу дөрөҫ була”, — тип төшөндөрөп бирҙе. Ә беҙҙә, йәнәһе, башҡорт телен беләм тип йөрөгән күпме кеше ошо тәҡдимгә ҡабат-ҡабат ҡаршы сығып теңкәгә тейҙе. Вячеслав башҡорт теле грамматикаһын яҙырға ниәтләнеп йөрөүе тураһында ла һөйләне. Ә иң мөһиме — Башҡортостанда йәшәгән кешеләр башҡорт телен белергә тейеш, тип үҙ фекерен белдерҙе. Уға республикабыҙ йәмәғәтселеге мотлаҡ ҡолаҡ һалырға тейеш.
Телевидениела “Башҡорт теле көнө” проекты үҙенең маҡсатына өлгәште. Киләсәктә ул традицияға әүерелһен ине. Йылына бер генә түгел, бәлки, уны ике-өс ай һайын үткәреү кәрәктер? Был сара башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, дәүләт теле булараҡ даирәһен киңәйтеү маҡсатына тулыһынса яуап бирәсәк.
Рәшит ШӘКҮР,
шағир, филология фәндәре
докторы, профессор.