Ҡышҡа аяҡ баҫҡан осорҙо беҙҙең тарафта йәшәүселәр бик үк өнәп еткермәй: көндәр ҡыҫҡа, ҡараңғы тиҙ төшә, етмәһә, йырып сыҡҡыһыҙ бысраҡ. Әммә берҙән-бер көн ер туңа, бар тирә-яҡ мамыҡтай ап-аҡ юрған ябына. Ҡар ятыу менән һәр өйҙә тиерлек күңелле ҡаҙ өмәләре башлана.
Элек бындай эшкә иң уңған ҡыҙҙарҙы ғына саҡырғандар, ни тиһәң дә, ҡаҙ йолҡоу еңел түгел. Саҡырылмағандары үпкәләгән, сөнки өмәлә, оҫталыҡты, өлгөрлөктө күрһәтеүҙән тыш, төрлө быуын кешеләре менән аралашыу — үҙе бер мәртәбә, оло тормош мәктәбе. Был көндө өйләнмәгән егеттәр үҙҙәренә кәләш күҙләгән, кисен ҡунаҡ саҡырғандар. Табын түрендә, әлбиттә, тәмле ҡаҙ ите булған.
Шунан бирле был күңелле, быуындан быуынға тапшырылып килгән йола үҙгәрмәгән тиерлек. Ул элекке кеүек дуҫтарса аралашыу, төрлө темаға әңгәмәләшеү менән үтә, күңелле йыр һәм таҡмаҡтарҙан дәртләнгәс, эш тә ырамлы бара. Әлбиттә, биш-алты ҡаҙҙы хужабикә үҙе лә йолҡа ала, әммә ихатаңда бер нисә тиҫтә ҡош эркелеп йөрөһә, күршеләреңдең һәм дуҫтарыңдың ярҙамынан башҡа эште атҡарып сыға алмаҫһың. Өй тулы ҡыҙҙар, йәш килендәр, тәжрибәле апай-инәйҙәр менән бергә ярыша-ярыша ҡаҙ йолҡоуы үҙе ни тора!
Яңыраҡ Камалетдиновтар йортонда ла шундай байрам уҙҙы. Хужалар Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында эшһөйәр һәм тырыш ғаиләләр иҫәбендә. Ихата тултырып мал аҫрайҙар. Ун биш баштан ашыу эре малдары бар, бишәүһе — һауын һыйыры. Һарыҡ та үрсетәләр. Ә күркә, тауыҡ, ҡаҙ һәм өйрәктәрен һанап бөтөрлөк түгел.
100 баш ҡаҙҙы йолҡоу өсөн өмәгә ауылдың иң тырыш һәм тилбер апайҙарын саҡырғандар. Эш бер көндә генә бөтмәне, ике көн дауам итте. Ите лә, мамығы ла күп булды. Шулай уҡ ҡаҙ майы, ҡанаттар ҙа хужалыҡта кәрәк буласаҡ. Кисен, йола буйынса, мейестә бешерелгән телеңде йоторлоҡ бәлештән, һурпанан ауыҙ иттеләр, хужабикә һәр кемгә өлөш һәм бүләктәр таратты.
Өмәләр гөрләп тора. Бына шулай йыл һайын Әлшәй уңғандары, ҡаҙ бәпкәләре үҫтереп, халҡыбыҙҙың матур йолаларын дауам итә.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.
Әлшәй районы.