“Яуланған үрҙе һаҡлауы тағы ла ауырыраҡ”03.12.2012
“Яуланған үрҙе һаҡлауы тағы ла ауырыраҡ”Афарин!
Маҡсатың аныҡ, яҡты икән, ҡаҙаныштар ҙа үтә татлы. Быны “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы коллективы һәр уңышы менән раҫлап килә. Уларҙың “ТЭФИ-Төбәк-2012” конкурсында еңеп сығыуы республика халҡы өсөн тағы ла бер ҙур бүләк булды.
Һөнәри телевизион премияға быйыл 535 эш дәғүә иткән. Еңеүселәрҙе Ҡазан ҡалаһында тәбрикләнеләр. Беҙҙең “Тамыр”ҙың бер түгел, өс проекты юғары баһаланды! Республикаға, милләтебеҙгә дан килтергән ҙур ҡаҙанышы менән ҡотлап, телеканалдың директоры Гөлназ Ҡолһаринаға мөрәжәғәт иттек.

— “Һөт иле” тигән тапшырыуыбыҙ “Алтын Орфей”ға лайыҡ булды — был беҙҙең өсөн ифрат ҙур еңеү, — тине Гөлназ Фәрит ҡыҙы. — Шулай уҡ “Ҡаршылыҡтарға — юҡ!” тигән проектыбыҙ “Балалар өсөн иң яҡшы спорт тапшырыуы” номинацияһында беренсе урынды яуланы. Тағы ла бер ҡаҙанышыбыҙ — Рөстәм Аҙнабаев менән Руслан Фаршатовтың “Ҙур сумаҙан: Йырсы-шағир менән акустик сәйәхәт” тигән проекты. Ул “ТЭФИ-Төбәк”тә тәүге тапҡыр ойошторолған “Идеялар питчингы” исемле конкурста еңеп сыҡты.
“Тамыр”ҙың өс проектының шулай юғары баһаланыуы Рәсәйҙәге балалар өсөн иң яҡшы өс тапшырыуҙың икәүһе Башҡортостанда эшләнеүен дәлилләй кеүек. Михаил Швыдкой, Владимир Познер, Татьяна Черняева, Людмила Зайцева кеүек танылған телевидение белгестәренән һоҡланыу, рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү күңелде тағы ла талпындырып ебәрҙе. Билдәле комментатор Виктор Гусев “Ҡаршылыҡтарға — юҡ!” тигән тапшырыуыбыҙҙы айырыуса юғары баһаланы, уның йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыу, рух тәрбиәләү йәһәтенән ҙур әһәмиәтен билдәләне. В. Познерҙың: “Үәт, булдыраһығыҙ, башҡорттар!” — тип һоҡланыу белдереүен, М. Швыдкойҙың бүләк тапшырғанда: “Ҙур рәхмәт!” — тип башҡортса әйтеүен айырыуса оло мәртәбә тип ҡабул иттек.
“Алтын Орфей” һәр тележурналистың хыялында йәшәйҙер, ә “Тамыр” уға икенсе тапҡыр лайыҡ булды. Тауға менеүе еңел түгел, әммә яуланған бейеклекте һаҡлауы тағы ла ауырыраҡ.

Д. ИШМОРАТОВА.


Вернуться назад