Атаҡлы ҡурайсы, йырсы һәм актер, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан республикабыҙ төбәктәрендә төрлө сара уҙғарыла. Шәхестең яҡты рухына арнап, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың республика конкурсы үткәрелде.
Шуны билдәләү урынлы булыр: Ғата Зөлҡәфил улының тырышлығы менән заманында Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай класы асыла, һуңынан шул уҡ уҡыу йортонда башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары бүлеге үҙ эшен башлай. Хәҙерге ваҡытта ҡурайсылар юғары белем алыу бәхетенә эйә.
Сара барышында “Традицион башҡорт музыка ҡоралдарында уйнау үҙенсәлектәре” темаһына квалификация күтәреү курсы ла ойошторолдо. Ғата Сөләймәнов иҫтәлегенә арналған бәйге З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының тамаша залында гала-концерт менән тамамланды.
А. АБҘАҠОВ.