Күптән түгел Аҡъярҙа ҡыуаныслы ваҡиға булды — Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһындағы “СтройКомплекс-Сервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөгән 24 фатирлы йорт файҙаланыуға тапшырылды. Тантанала район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов өй туйлаусыларҙың ҡыуанысын уртаҡлашты, яңы фатирҙа имен-һау ғүмер кисереүҙәрен теләне.
Һуңғы ваҡытта Хәйбуллала төҙөлөш йылдам үҫә. Бигерәк тә торлаҡ һалыуға инвесторҙар йәлеп итеү йылдарға һуҙылған эште тиҙ, сифатлы башҡарыуға булышлыҡ итә. Аҡъярҙа яҙ социаль бина сафҡа инһә, әле уҡытыусылар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өй туйлай. Шуныһы һөйөнөслө: яңы тапшырылған фатирҙарҙың икәүһе етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға бүленде. Байғусҡар ауылынан Ләйсән Хужамбирҙина менән Атингән ауылынан Андрей Борисов рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә ашыҡты.
— Ҙур ҡыуаныс кисерәм. Мине ҡарап үҫтергән туғандарыма, торлаҡлы иткәндәрҙең барыһына ла оло рәхмәтлемен. Әле Магнитогорск ҡалаһында юғары белем алам, уҡыуымды тамамлағас, мотлаҡ Аҡъярға ҡайтасаҡмын, — тине Ләйсән.
Ул көндө хәйбуллаларҙың ҡыуанысы бының менән генә сикләнмәне. Район үҙәгендәге Мостай Кәрим урамында йәнә ике йорт файҙаланыуға тапшырылды. Немец технологияһы буйынса төҙөлгән объект ни бары ике айҙа сафҡа ингән. Генераль подрядсы “ТермоХольц” фирмаһының Аҡъярҙағы субподрядсы ойошмаһы тапшырған фатирҙар заманса булыуы менән айырыла. Бүлмәләр йылы, яҡты, һыу һәм канализация үткәрелгән. Бында ла ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған дүрт бала бер-береһенә күрше булып йәшәйәсәк. Фатир асҡыстары Виктория Власенко, Ирек Хәйбуллин, Олеся Күсәкова менән Әлфиә Ғүмәроваларға тапшырылды.
Башҡортостан дәүләт аграр университетының һуңғы курсында уҡыған Иректең дә хыялы ҙур: ҡулына диплом алғас, мотлаҡ Хәйбуллаға эшкә ҡайтырға иҫәбе. Ысынлап та, үҙ йортоң булғанда, ниңә ситтә ҡалырға?! Район хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге етәксеһе С. Пастухованың әйтеүенсә, йыл аҙағына тиклем федераль бюджет иҫәбенә тағы ла биш етемгә фатир биреләсәк.
Кәримә УСМАНОВА
Хәйбулла районы.