Айырым даръя яҙмышы юҡ,
Айырым ил яҙмышы юҡ,
Айырым тел яҙмышы юҡ –
Барыһы бер еп менән бәйләнгән.
(Р. Бикбаев).
Был һүҙҙәр тап Мәжит ағай Әминев хаҡында әйтелгән кеүек. Уның тормошо тыуған Башҡортостаны яҙмышы менән үрелеп бара, бөтә ғүмере илем, халҡым, телем тип янып-көйөп үтә. Милләтебеҙҙең абруйлы аҡһаҡалы тынғыһыҙ күңеле, тиктормаҫ булмышы менән күптәргә өлгө булырлыҡ. Салауат ҡалаһы гәзиттәрендә, республика матбуғатында уның тос фекерле мәҡәләләре йыш баҫылып тора.
Мәжит Әминев Федоровка районының Бала Сытырман ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, артабан уҡыу мөмкин булмаған. Тик бер нисә йыл үтеп, ауылда киске мәктәп асылғас, урта белем алған һәм совхоздан йүнәлтмә менән ауыл хужалығы институтының механика бүлегенә уҡырға ингән ул. Ауыл хужалығында төрлө вазифала эшләгәндән һуң, 1977 йылда Салауат ҡалаһына күсеп килгән. Бында ул индустриаль техникумда балаларға белем биргән, киске училищела директор урынбаҫары булып эшләгән.
Мәжит Әминев Бала Сытырманда эшләгән ваҡытында көнбағыш майы һығыу цехы асыуға күп көс һала. Бының өсөн уға тәжрибә туплау, кәрәкле ҡорамалдар эҙләү өсөн Рәсәй төбәктәрен ҡыҙырып сығырға тура килә. Һөҙөмтәлә эше юғары баһалана, цехты республика етәкселеге килеп күрә.
Ул милли көрәш менән дә мауыға, республика кимәлендә призлы урындар ала. Бала Сытырманда көрәш секцияһы асып ебәргән.
Мәжит Әминев — үҙбилдәләнеш осоронда ла сағыу эҙ ҡалдырған шәхес. Ошо осорҙо ағай әле лә тулҡынланып хәтергә ала.
– Үткән быуаттың 80-се йылдары аҙағында бер төркөм әүҙем кеше «Аҡбуҙат» милли ойошмаһын булдырҙы. Тәүге рәйесе итеп мине һайлап ҡуйҙылар. Ул осорҙа халыҡ шул тиклем әүҙем ине, йыйылыштарға йөҙҙән артыҡ кеше килә торғайны. Ҡала етәкселәренә талаптарыбыҙҙы еткерҙек, халыҡ араһында аңлатыу эше алып барҙыҡ, балалар баҡсалары мөдирҙәре менән башҡорт төркөмдәре асыу тураһында һөйләштек, башҡорт мәктәбен булдырыу буйынса әүҙем эш башланыҡ, Салауат башҡорт дәүләт драма театрына айырым бина алыу өсөн сығыштар яһаныҡ, – тип хәтерләй Мәжит ағай.
Уның халыҡ өсөн башҡарған изге эштәрен ауылдаштары ла, салауаттар ҙа яҡшы белә. «Салауат» гәзитендә, «Йәншишмә» башҡорт балалар баҡсаһының тирә-яғы кәртәләнмәгән», тигән һүҙҙәрҙе уҡығас та, ярҙам итергә ҡарар ҡыла. «Халыҡ заправкалары» йәмғиәтенең ул саҡтағы директоры Ғәбделхаҡ Әминев менән кәңәшләшәләр ҙә эшкә тотоналар. Сытырманда мәсет манараһы ҡуйыу, зыяратты кәртәләү эштәрендә лә әүҙем ҡатнашалар.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та Мәжит ағай тик ятмай. Мәҫәлән, тап ул көн иткән өйҙә һәм күршеләге өс йортта йәшәүселәр ҡалала беренсе булып торлаҡ хужалары ширҡәте (ТСЖ) ойошторған һәм уның рәйесе итеп Мәжит Әминевте һайлаған. Ағай оло йәштәгеләр өсөн фитнес клубы ла асҡан. Был ваҡиғаның үҙ тарихы бар. «Пенсияға сыҡҡас, йорт алдында ни эшләргә белмәй йыйылышып ултырған оло йәштәге ҡатындарға иғтибар иттем һәм уларҙы нимә менән дә булһа мауыҡтырғым килде. Ҡаланың 8-се торлаҡ-файҙаланыу идаралығы начальнигына фекеремде еткерҙем. Ул риза булды һәм спортзалда шөғөлләнергә рөхсәт бирҙе. Бөгөн үҙемде йәш һәм һау-сәләмәт тойоуым тап фитнесҡа бәйле», – ти Мәжит ағай. Әйткәндәй, пенсионерҙар өсөн фитнес клубы республикалағы башҡа бер ҡалала ла юҡ.
Бына ете йыл Мәжит Әминев хаҡлы ялдағылар менән спорт залында шөғөлләнә. Улар дуҫлашып, татыу коллективҡа әйләнгән. Бергә башҡа саралар ҙа ойошторалар. Мәҫәлән, Арҡайымда сәйәхәттә булып ҡайтҡандар, Өфөгә опера һәм балет күрергә барғандар. Ҡалалағы музейҙы һәм картиналар галереяһындағы бер күргәҙмәне лә ҡалдырмайҙар. Тамырҙарын да онотмай Мәжит ағай: ауылда өй һалып, умартасылыҡ менән шөғөлләнә.
Рима ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВА.
Салауат ҡалаһы.