Һуғыш яланымы ни: ҡорбандар артҡандан-арта30.11.2012
Һуғыш яланымы ни: ҡорбандар артҡандан-артаВИЧ-инфекция таралыуын, үҙ ҡосағына яңы ҡорбандар эләктереүен дауам итә. Был афәт беҙҙең республикала ла тәрән тамыр йәйҙе. Рәсәйҙә әле
700 меңдән ашыу сирле кешенең теркәлеүе билдәле. Вафат булыусылар 90 меңдән күберәк,
ти белгестәр.
Башҡортостанда был хәүефле сирҙе ауыҙлыҡлау өсөн ниндәй саралар күрелә? СПИД һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү буйынса республика үҙәгенең бүлек мөдире Нурфиға ХАФИЗОВА беҙҙе ҡыҙыҡһындырған
һорауҙарға яуап бирергә тырышты.

— Нурфиға Карам ҡыҙы, һеҙ — медицинаның ҡатмарлы өлкәһендә байтаҡ йылдар ҡайнаған, сирҙе иҫкәртеү һәм дауалау үҙенсәлектәрен яҡшы белгән табип. Хәүефле һандарҙың йылдан-йыл артыуы беҙҙе лә бик һағайта. Ҙур тырышлыҡ һалыныуына ҡарамаҫтан, ни өсөн ауырыуҙар кәмемәй?
— Тәүҙә дөйөм хәлде күҙ алдына килтереү өсөн һандарға иғтибар итәйек. Әле диспансер иҫәбендә 10 425 ВИЧ-инфекциялы кеше тора, шуларҙың 86 проценты — 21 – 40 йәшлектәр.
Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, сирлеләр һаны 29 процентҡа артҡан. Быйыл республикала йәнә 2260 кешенең ВИЧ-инфекцияға дусар булыуы асыҡланды. Сирҙең йылдан-йыл аҙыу юлдары билдәле инде: 56 проценты енси юл менән таралһа, 43 проценты наркотик ҡаҙағанда йоға. Аҙғынлыҡ һәм наркоманлыҡ күкрәп сәскә атҡанда, ВИЧ-инфекция ла йәшәйәсәк.
— Иң аяныслыһы әсә ҡарынында уҡ мәкерле сиргә юлыҡҡан сабыйҙарҙың ишәйеүелер, моғайын. Был юҫыҡта үҙгәрештәр күҙәтеләме?
— ВИЧ-инфекциялылар араһында ҡатын-ҡыҙҙың артыуы беҙҙе лә һиҫкәндерә. Өҫтәүенә уларҙың күпселеге бала табыу йәшендә, тимәк, йоғошло сирҙең әсәнән сабыйға күсеү ихтималлығы ла көсәйә. 1987 йылдан башлап республикала ауырыу әсәләрҙән 1821 бала донъяға килде. Күкрәк һөтө аша ла йоҡтороу осраҡтары булғылай.
— Сир таралыуының республикаға хас үҙенсәлектәре бармы?
— Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә инфекцияның төп таралыу юлы булып элеккесә инъекциялы наркотиктар ҡулланыу торһа, беҙҙә ул нигеҙҙә енси юл менән тарала. Шуға күрә эпидемиологик хәл ҡатмарлыраҡ, сөнки инфекция наркотик ҡулланыусыларҙың тар социаль төркөмөнән халыҡтың киң ҡатламына үтеп инде. Һығымтаны һәр кем үҙе яһаһын.
— Кешенең социаль статусы ниндәй ҙә булһа әһәмиәткә эйәме?
— Аныҡ ҡына мәғлүмәт бирә алмам, сөнки ауырыуҙарҙың социаль статусы йәшерелә. Әммә күпселекте эшһеҙҙәр тәшкил итеүе билдәле. Икенсе урында — эшселәр һәм өсөнсө урында — иркенән мәхрүм ителгәндәр.
— Афәттең таралыуын сикләү өсөн бөгөн ниндәй эштәр башҡарыла? Һөҙөмтә бармы?
— Сирлеләрҙе диспансер күҙәтеүенә алабыҙ, дауаға мохтаждарға медицина ярҙамы күрһәтәбеҙ. Уҡыусы йәштәр араһында иҫкәртеү сараларын киң йәйелдергәнбеҙ. 2008–2012 йылдарға иҫәпләнгән “Анти – ВИЧ/СПИД” республика программаһына ярашлы, быйыл 2 миллион 300 мең һум аҡса лаборатория ҡорамалдары алыуға тотонолдо. Киләһе йылдарға ла маҡсатлы программа төҙөлдө.
Төп бурысыбыҙ — сәләмәт тормошто пропагандалау, йәш быуын араһында аңлатыу эшен киң йәйелдереү. Эште һәр кем үҙенән, ғаиләһенән, туғандарынан башлағанда, СПИД-тың артабан таралыуына кәртә ҡуя аласаҡбыҙ.

Д. АРЫҪЛАНОВА әңгәмәләште.


Вернуться назад