Һынамыштар30.11.2012
-Һалҡын ҡыш – эҫе йәй.
-Ҡышҡы йылы – йәйге һыуыҡ.
-Ҡыш ҡоро һәм һалҡын икән, йәйҙең ҡоро һәм эҫе булыуын көт.
-Ҡарлы ҡыш ямғырлы йәйгә ишара.
-Ҡышҡы буран ынйыҡ йәйгә килтерә.
-Ҡышын ала ҡарғалар менән сәүкәләр ағас баштарының осона ҡунһа — һыуыҡҡа.
-Ҡышын һыуыҡтар алдынан тауыҡтар төнәргә кетәккә иртә инә һәм юғары күтәрелеп ултыра.
-Эт ҡарҙа аунаһа, көн аяҙытасаҡ.
-Ҡыш көнө шәре сыҡһа, ашлыҡ уңыр.
-Ҡыш көнө ҡояш әйләнәһендә дүңгәләк күренһә, буран булыр, ә инде ул ҡояшҡа бик яҡын икән, аяҙға.
-Ҡар тәрән булһа, иген уңыр.
-Төндә бәҫ булһа, көндөҙ ҡар яумай.
-Ҡолаҡ ҡысытһа, буранға.
-Бер ҡырпаҡ менән ҡыш булмаҫ.
-Ҡыш тоҙ еүешләнһә, ҡар яуасаҡ.


Вернуться назад