Майшәм һатыусылар байый, былай булғас...30.11.2012
Майшәм һатыусылар байый, былай булғас...Сирләп киткән ҡыҙымды физкабенетҡа йөрөтәм. Ошонда эшләгән мөләйем генә Зилә апай менән гел аралашып, хәл-әхүәлен белешеп торам. Бер килгәндә ул мине шаҡ ҡатырҙы.

Ышаныусылар
табылып тора


– Лилиә, гәзиттә эшләгәс, моғайын, ахырызаман тураһында минән күберәк беләһеңдер. Әҙерләнә башланығыҙмы?
– Нимәгә?!
– Ахырызаманға! Иремдән буржуйка эшләттем, бер йәшник майшәм, шырпы, консервалар һатып алып ҡуйҙым. Һин нишләп йоҡлап йөрөйһөң? 21 декабрҙә ахырызаман була тип Интернет күптән гөрләй бит.
– Әллә, ундай имеш-мимешкә иғтибар итмәгәс ни…
– Бына ҡара, миңә хатта СМС хәбәр ҙә килде, – тип Зилә апай миңә телефонында һаҡланған мәғлүмәтте күрһәтте.
Әйтеүҙәренсә, Кайлас эргәһендәге Гьяндерк тигән монастырҙа йәшәүсе лама үҙен Шамбала Оракулы тип таныштырған һәм ахырызаманға әҙерләнергә саҡырған. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, 2012 йылдың 21 декабрендә Ер шары бөтөн ҡояш системаһы менән бергә галактиканың "ноленсе һыҙаты" буйынса үтәсәк. Шуға ла Мәскәү ваҡыты менән иртәнге 10-дан Ер шарын ҡараңғылыҡ ялмап аласаҡ. Электр уты ла, бәйләнеш һәм тауыштар ҙа булмаясаҡ. Быға артыҡ борсолорға кәрәкмәй, бары тик алдан әҙерләнеү мөһим. Ҡараңғылыҡ өс-дүрт көндән тараласаҡ.
Ламаның кәңәше буйынса, тәү сиратта барлыҡ эштәрҙе лә тамамлап ҡуйырға кәрәк (ул лама башҡорттарҙың кеше үлгәс тә өс көнлөк эше ҡала тигән әйтеме барлығын белмәйҙер, ахыры). Балаларҙы, барлыҡ документтарҙы алып, ҡаланан ситкә, ауыл өйөнә барырға тәҡдим итә. Үҙегеҙ менән ике айға аҙыҡ-түлек алырға кәрәк, ти. Өйҙә иһә ошо ваҡытҡа етерлек һыу запасы, утын, шәмдәр әҙерләп ҡуйырға кәрәк. Бынан тыш та лама йәнә бер нисә кәңәшен әйткән. Уларға туҡталып тормайым.
– Зилә апай, һеҙҙе бары алдарға маташалар тип уйламайһығыҙмы?
– Юҡ, китсе, булмаҫ. Шундай ышандырырлыҡ итеп яҙғандар бит.
– Яҙыуын-яҙғас, ышаныусы кеше булыр тип өмөтләнгәндәр инде. Юҡҡа борсолмағыҙ, – тип дауахананан албырғап сыҡтым.
Кеше алдаусы енәйәтселәр тураһында йыш яҙырға тура килә. Ә бына ахырызаман етеүен иҫкәртеп, СМС ебәреүселәр менән тәүгә осрашам. Шулай ҙа, кешеләрҙең билдәһеҙлектән ҡурҡыуынан файҙаланып, ниндәйҙер ҡара ниәттәрен тормошҡа ашырырға тырышыусылар 21 декабрь алдынан әүҙемләште.

"Белорет урманында йәшенәм…"

Әсәйемә ҡайтҡанда, күршебеҙ Абдулла ағай күҙгә салынмағас, хәлен һораштым.
– Һөйләмәнемме ни? Ул бит Белорет районында ахырызаман еткәнен көтөп ята! – тип шаҡ ҡатырҙы әсәй.
Баҡһаң, почта хеҙмәте аша бушлай таратылған гәзиттәрҙең береһендә әүҙем эшмәкәрлек алып барған секталарҙың береһе "Ахырызаманды бергә ҡаршылайыҡ" тигән иғлан биргән. Абдулла ағай күрһәтелгән телефондан шылтыратҡан да сентябрь башында уҡ Белорет урманына сығып киткән. Ҡатынының, балаларының өгөтләүҙәре уға бер нисек тә тәьҫир итмәй. Айына бер тапҡыр пенсияһын алыр өсөн генә ҡайтып әйләнә лә тағы урмандағы ҡыуышына сығып китә. Ҡатынына һөйләүенән шуныһын ғына беләм: унда иллеләгән кеше йәшәй. Кемдер землянка эшләгән, кемдер ошо арала бәләкәй өй ҙә күтәргән. Мунсаһы ла бар. Туҡланыу уртаҡ. Ит ашамайҙар. Һәр кем үҙенә тәғәйенләнгән бурысты башҡара. Мәҫәлән, Абдулла ағай утын яра. Ахырызаманды тәбиғәт ҡосағында ғына имен-аман үткәреп ебәрергә була тигән ныҡлы фекер менән йәшәй бирәләр. Сектаның тағы бер нисә урында ошондай лагеры булыуы ла мәғлүм.

"Ҡыҙымды ҡайтарығыҙ"

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың бер юғары уҡыу йортонда эшләгән танышым килеп китте. "Күҙ алдыңа килтерәһеңме, — тине ул, тулҡынланып, — кисә Бөрйәндән бер апай шылтыратты. Минең ҡыҙымды ҡайтарығыҙ, ти. Нимә булды һуң, тип һорашып, шуны асыҡланым: апай 21 декабрҙә балаһы менән бергә үлергә йыйына икән. Ниңә халыҡ шундай юҡ-барға ышана икән?"
Ни өсөндөр тиҙ ышаныусанбыҙ шул. Хеҙмәттәштәребеҙҙең береһе районға командировкаға сығып килгәндән һуң, өс тоҡ он һатып алып, ахырызаманға әҙерләнә башлаған әбей тураһында ла һөйләгән ине. Ғөмүмән, ауыл инәйҙәре генә түгел, бай олигархтар араһында ла был хәбәрҙе ысынға алыусылар бар. Былтыр уҡ байҙарҙың бункерҙар төҙөй башлауы тураһында мәғлүмәттәр ишетелә ине. АҠШ-та, мәҫәлән, билдәле компанияларҙың береһе хатта заказдарҙы тормошҡа ашыра алмай аҙаплана икән. Бункерҙарҙа урын хаҡы 200 мең долларҙан 20 миллиард долларға тиклем еткән. Ахырызаман үткәс, был компания байығырмы, әллә көрсөккә эләгерме, уныһын күҙ күрер.
Дөйөм алғанда, халыҡты хәүефләндергән мәғлүмәт күп. Кемдеңдер психикаһы был хәбәрҙе күтәрә ала, кемдекелер — юҡ.

Майя календары яңылыша

Төрлө фараздарға инанһаң, кешелекте йыл һайын ахырызаман көтә. Тик быйылғыһына, Майя календарына һылтанып, айырыуса баҫым яһайҙар. Социологтар, халыҡтың фекерен белгәндән һуң, ошондай мәғлүмәт килтерә: Ер шары халҡының 15 проценты ахырызаман мин йәшәгән мәлгә тура килер тип ҡурҡа, ә һәр унынсы кеше апокалипсистың 2012 йылда буласағына ышана. Майя календары декабрҙә тамамлана. Артабан ни булыр? Белгестәр фекеренсә, бары тик яңы эра ғына тыуасаҡ. Был хаҡта Гватемаланың төньяғында майя ҡәбиләһенең тарихи ҡалаһында табылған яңы календарҙар һөйләй. Сенсация эҙләүселәр майя календары бөтөү менән донъя бөтә тигән фекерҙе яҡлай. Уйлап ҡараһаң, йыл да беҙҙең календарь 31 декабрь менән тамамлана. Был бит ахырызаман еткәнде аңлатмай!
Майя календарҙарын ентекләп тикшергән ғалим Уильям Сатурно билдәләүенсә, календарь ахырызаман тураһында һөйләмәй. Бары тик ҡәбиләнең иҫәпләүҙәре ете мең йыл алға эшләнгән. Шуға күрә гәзит уҡыусыларҙы юҡ-бар имеш-мимешкә көймәҫкә, тормоштоң хозурлығына һоҡланып, тыныс ҡына йәшәргә саҡырабыҙ.
Лилиә Нуретдинова


Вернуться назад