Яңы алымдарҙы өйрәнәйек30.11.2012
(Флүрә Дәүләтбаева. “Башҡортса телеграмма ебәрәйек!”
2012 йыл, 23 август)
“...Мораҡта йәшәгән әсәйемә үҙ телебеҙҙә ҡотлау телеграммаһы ебәрергә булдым. Һәр хәрефте берәм-берәм әйтеп тороп, ярты сәғәт ваҡыт китте. Ә әсәйем, телеграмманы үҙ телебеҙҙә уҡып, ҡыуанысынан иларҙай булып шылтыратты! Республикабыҙҙа ҡасан башҡортса, дәүләт телендә, шыма итеп ҡотлау телеграммаһын биреп, яҡындарыбыҙҙы ҡыуандырыу бәхетенә өлгәшербеҙ икән?” — тип борсолоуын белдергәйне авторыбыҙ. Уның мөрәжәғәтенә “Башинформсвязь” йәмғиәтенең генераль директоры Рөстәм Сафиев яуап бирҙе.

— Телекоммуникация мәсьәләләренә һәм башҡорт теленең үҫешенә битараф ҡалмаған кешеләрҙең булыуы һөйөнөслө, — тигән ул хатында. — Хәҙер элемтә хеҙмәте ныҡ алға китте. Интернетта ICQ һәм Skype, электрон почта, шулай уҡ кеҫә телефоны, факс аша тиҙ арала хәбәрләшеү мөмкинлеге бар. Шуныһы мөһим: яҙмаларҙы төрлө телдә ебәрергә мөмкин.
Был йәһәттән телеграф артта ҡала. Ул айырым граждандарҙың элекке хәбәрләшеү алымына өҫтөнлөк биреүе арҡаһында ғына йәшәп килә тиергә мөмкин. Европала 2001 йылдан халыҡ-ара телеграммаларҙы ҡабул итмәйҙәр. Австрияла, мәҫәлән, был хеҙмәттән 2006 йылда баш тарттылар.
Ошонан сығып, телеграфты үҫтереүҙең мәғәнәһе юҡлығы аңлашыла. Беҙгә лә, һеҙгә лә алға ҡарап йәшәргә һәм туған телде файҙалана алырлыҡ яңы, тиҙлекле технологияларҙы өйрәнергә кәрәк, тип иҫәпләйем.


Вернуться назад