[/right]
Анна Германдың донъянан китеүенә күпме йыл үтһә лә, халыҡ уның исемен онота алмай. Йырсының моңло тауышы барыһын да хайран ҡалдыра ине. «Когда цвели сады», «Надежда», «Эхо любви» кеүек йырҙары әле булһа халыҡ күңелендә. Ә беҙ Анна Герман тураһында беләбеҙме икән?
Ул Үзбәкстандың Ургенч ҡалаһында ғашиҡтар көнөндә тыуған. Атаһы Евгений Герман, Анна бер йәшлек сағында ҡулға алынып, атып үлтерелә. Бәлә көтмәгәндә килә тиҙәр – скарлатина ауырыуынан бер туған ҡустыһы Фредерик та үлеп ҡала. Әсәһе Ирма менән бәләкәй Аня ҡаланан ҡалаға күсеп йөрөй. Яҙмыш Ирманы Герман Бернер менән ҡауыштыра. Тиҙҙән ҡатынға Польшаға күсергә тәҡдим яһала. Вроцлав ҡалаһына килеп төпләнгәс, Ирма уҡытыусы булып урынлаша, Аня мәктәпкә йөрөй башлай. Уға өр-яңынан поляк телен үҙләштерергә тура килә. Шуға ҡарамайынса, ҡыҙ итальян, инглиз, француз, хатта аҙыраҡ монгол телендә лә аралашырға өйрәнә. Мәктәпте тамамлағас, Анна Вроцлав университетының геология факультетына уҡырға инә. Һуңғараҡ ул: «Геолог һөнәре миңә тормошто аңларға ярҙам итте. Беҙҙең донъя ергә бәйле, ә мин уны өйрәндем», – тигән.
Беренсе тапҡыр Анна Герман Вроцлавта Богуса исемле әхирәтенең туйында сығыш яһай. Ошо көндө ул ҙур уңыш яулай. Студент йылдарында «Каламбур» үҙешмәкәр театрында эшләй. Бер көн иң яҡын әхирәте, Вроцлав эстрадаһының дирекцияһына барып, Аня Германдың тауышын тыңлауҙарын үтенә. Ул йырлап күрһәткәс, барыһы ла хайран ҡала. Бер нисә көндән тәүге концертын бирә ҡыҙ. Үҙенсәлекле тауышлы полька тураһында хәбәр бөтә донъяға тарала. 1964 йылда Анна Герман «Эвридики» йыры менән ҙур танылыу яулай. Ошо мәлдәрҙә ул Збигнев Тухольский менән таныша. Әммә, күп тә тормай, ауыр фажиғәгә тарый: Миланға ҡайтып барғанда водитель руль артында йоҡлап китеп, аварияға осрағас, Анна ҡаты йәрәхәтләнә. Һөйгән йәре был ваҡытта уны ҡалдырмай. Ошондай ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, Герман ҡабат сәхнәгә сыға. Збигнев менән туй үткәрәләр, тиҙҙән, ғаиләне шатландырып, улдары тыуа. Йырсы ике йылын сабыйына бағышлай, уның өсөн әкиәттәр яҙа.
1980 йылда Австралияла Анна үҙенең һуңғы концертын ҡуя. Аяғындағы тромб уға сәхнәгә сығырға ҡамасаулай, шуға ул башҡаса сығыш яһамай. Һуңғараҡ табиптар унда яман шеш барлығын асыҡлай. Операция эшләп тә, Аннаны ҡотҡара алмайҙар. 1982 йылдың 26 авгусында биш йәшлек улын, ирен ҡалдырып, Анна Герман яҡты донъянан китә.
Әйткәндәй, 1 декабрҙә баш ҡалабыҙҙың «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында билдәле йырсының иҫтәлегенә арналған концерт була. Унда Анна Вески, Игорь Наджиев, Галина Ненашева, Иван Ильичев, Ксения Георгиади, Олег Безинских, Галина Невара кеүек артистар сығыш яһаясаҡ.
[right]
И. ҠОЛБАХТИНА әҙерләне.