Башҡортостанда ҡотороу сире буйынса көсөргәнешле эпизоотологик һәм эпидемиологик хәл күҙәтелә. Ҡотороу (гидрофобия) — полиэнцефалит билдәләре хас булған киҫкен вируслы йоғошло сир. Уны йәнлектәр, ярғанаттар, йорт хайуандары (эт, бесәй) һәм мал-тыуар таратыуы ихтимал. Ауырыу мал кеше сәләмәтлеге өсөн етди ҡурҡыныс тыуҙыра.
Вирусты йоҡторғандан һуң сир билдәләре күренгәнгә тиклемге осорҙоң бер нисә көндән бер йылға ҡәҙәр һуҙылыуы мөмкин. Кешенең уны хайуандарҙың тешләүе, тиренең яраланыуы һөҙөмтәһендә лә, һеләгәй аша ла йоҡтороуы ихтимал.
Ҡырағай йәки йорт хайуандарының һөжүменә дусар булған кешегә, яраның ҙурлығына, бәләкәйлегенә ҡарамаҫтан, 15 минут эсендә тәндең йәрәхәтләнгән йәки һеләгәйле урынын һабын йәки башҡа гигиена сараһы менән ағып торған һыуҙа йыуғандан һуң, яра ситтәрен 70 процентлы спирт йәки йод иретмәһе менән эшкәртеү мотлаҡ. Ваҡыттың бер минутын да әрәмгә ебәрмәй, медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итегеҙ. Врач тәғәйенләгән дауа тәртибен ҡәтғи үтәү кәрәк.
***
Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында 2004 йылдан алып халыҡ араһында сирҙең таралмауын иҫкәртеү, анализлау, махсус белгестәр (рабиологтар) әҙерләү менән шөғөлләнгән үҙәк эшләй. Йыл да дауаханаға хайуандар тарафынан тешләнгән 12-14 мең кеше мөрәжәғәт итә. Шуларҙың 10 меңгә яҡыны ҡотороу сиренән вакцина ала.
Әле Башҡортостандың ветеринария идаралығы 1 миллион 200 мең баш малға прививка яһай (элегерәк был күрһәткес йылына 400 мең тәшкил итте). Кешегә ташланған хайуандарҙың һәр өсөнсөһө сирле булғанлығы ла мәғлүм.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.