Инсультты еңерлек әмәл бармы?30.11.2012
Һуңғы йылдарҙа бөтә донъяла ҡан тамырҙарына бәйле сирҙәрҙең ғәйәт ҙур ҡолас менән таралыуы күҙәтелә. Рәсәйҙә инсульт, үлемгә илтеүсе сәбәптәрҙең береһе булараҡ, миокард инфарктынан ҡала, икенсе урынды тота.
Инсультҡа ҡаршы көрәш буйынса милли ассоциация төҙөгән регистр мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 2001—2003 йылдарҙа Рәсәйҙең 45 төбәгендә сир күрһәткесе йылына 1000 кешегә 3,36 тәшкил иткән. Тимәк, йыл һайын 480 меңдән ашыу кеше ошо хәүефле сиргә тарый. Эшкә һәләтле йәштәге һәр 100 пациенттың (25-тән 64 йәшкә тиклемге) 30-ы тәүге ай эсендә яҡты донъя менән хушлаша, ә йыл самаһы ваҡыттан һәр икенсеһе һәләк була. Инсульт кисергән һәр өсөнсө кеше тәрбиәгә мохтаж, ә һәр бишенсеһе үҙаллы йөрөй алмай.
Ауырыуҙың ғаиләһе өсөн дә мәшәҡәтле осор башлана. Дәүләт иңенә лә социаль-иҡтисади йөк булып ята хәүефле сир. Биш ауырыуҙың береһе генә үҙенең сәләмәтлеген тергеҙә һәм ғәҙәттәге тормошҡа ҡайта ала.
Ошо көндәрҙә Өфөлә “Клиник практикала тромбтарға ҡаршы терапия” тип аталған семинарҙың үтеүе медицина йәмәғәтселеге өсөн файҙалы булды. Мәскәү һәм Өфө белгестәре пациенттарҙа йыш осраған йөрәк ритмының тотороҡло боҙолоуҙарын, йәғни йөрәк алды фибрилляцияһын дауалау тураһында фекер алышты.
Даими булмаған йөрәк тибеше тромбтар барлыҡҡа килеү хәүефен бермә-бер арттыра. Ойошҡан ҡандың ағым менән баш мейеһенә эләгеүе һәм инсультҡа килтереүе мөмкин. Ошоғаса инсультты иҫкәртеү өсөн антикоагулянттар йәки ацетилсалицил кислотаһы (аспирин) менән дауалау тәҡдим ителде. Был иҫкәртеү сараларын ҡулланыуға сикләүҙәр индерелеүе яңы дарыуҙар уйлап табыуға этәрҙе лә инде.
Дауа файҙалы, хәүефһеҙ һәм уңайлы булырға тейеш. Белгестәрҙең әйтеүенсә, ривароксабан — тап шундай препараттарҙың береһе.
Әле республикала өлкәндәрҙең дүрттән бер өлөшө йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән яфалана. Былтыр шул сәбәпле 18610 кеше вафат булды. Был аяныслы хәлдән сығыу юлы бар — тәьҫирле, хәүефһеҙ иҫкәртеү сараларын файҙаланыу, һаулығыңа иғтибарлы булыу.
А. ЗАКИРОВА, медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡорт дәүләт медицина университетының Дипломдан һуң белем биреү институтының клиник кардиология кафедраһы мөдире:
— Йөрәк алды фибрилляцияһы — йөрәк ритмының йыш осраған боҙолоуы. Сир үҫешкән һайын инсульт хәүефе лә арта бара. Ер шарының өс миллионға яҡын кешеһе шул сәбәпле йыл да инсульт үткәрә. Сир хатта инвалидлыҡҡа алып килә, шуға күрә йөрәк алды фибрилляцияһын маҡсатлы рәүештә иҫкәртеү мөһим. Бөгөн тәьҫирле һәм хәүефһеҙ терапия сараларының күренә башлауы шатлыҡлы.