Медицина карталарының көнө һанаулы30.11.2012
Баш ҡаланың медицина хеҙмәткәрҙәре, ауырыуҙарҙың хәҙерге медицина карталарынан баш тартып, электрон мәғлүмәткә күсергә уйлай.
Тик һәр медицина учреждениеһында технологиялар тейешле кимәлдәме һуң? Өфө ҡала хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығы начальнигы Әлфиә Авзалетдинова әйтеүенсә, баш ҡалала шулай уҡ мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү буйынса берҙәм медицина үҙәге төҙөләсәк һәм табипҡа сиратҡа яҙылыу хеҙмәте камиллаштырыласаҡ.
“Һаулыҡ” милли проектына һәм тармаҡты яңыртыу программаларына ярашлы, быйыл Өфө медицина учреждениелары 700-ҙән ашыу компьютер, 500 берәмек оргтехника, 13 сервер алған. Әле поликлиникаларҙы программалар менән тәьмин итеү, локаль селтәр булдырыу буйынса эш бара. Электрон медицина картаһының пилот варианты әҙер, ул ҡайһы бер поликлиникаларҙа һәм 18-се дауаханала эшләй башланы ла инде.
Баш ҡала медицинаһын мәғлүмәтләштереү пациенттарҙы хеҙмәтләндереүҙе лә яҡшыртасаҡ. Мәҫәлән, электрон системаға индерелгән анализдар һөҙөмтәһе һәр медицина учреждениеһы өсөн яраҡлы һәм ауырыуға стационарға ятҡанда бөтә тикшереүҙәрҙе лә яңынан үтеүҙең кәрәге ҡалмаясаҡ.