Үҫмер булыу анһат түгел30.11.2012
Аңларға тырышығыҙ
Үҫмерлек — кеше тормошонда иң ҡатмарлы осорҙарҙың береһе. Тап ошо мәлдә уға стресҡа ҡаршы көрәшеп көсөргәнешлекте еңеүе ауыр. Ә йәш кешенең нервыһын ҡуҙғытыусы хәлдәр баштан ашҡан.
Организмдағы гормональ үҙгәрештәр психикаға ла йоғонто яһай. Үҫмер бик һиҙгергә әйләнә, хатта тышы яланғасланған, асыҡ электр үткәргес менән сағыштырырға мөмкин. Күргәнегеҙ барҙыр, бөтә үҫмерҙәр ҙә тиерлек тиҙ ҡыҙып барыусан, үпкәсел, кәйефтәре тотороҡһоҙ. “Ғәжәпләнергә ярамай, шулай булырға тейеш”, — тип иҫәпләй психологтар.

Стресты нимә тыуҙыра?
Беренсенән, тәндәге физиологик үҙгәрештәрҙең сәбәпсе булыуы ихтимал. Стрестың барлыҡҡа килеүе айырыуса енси өлгөрөү ғәҙәттәгенән иртәрәк башланған ҡыҙ һәм малайҙарҙа күҙәтелә. Үҫмерҙәр йыш ҡына организмдағы тәрән үҙгәрештәрҙе ҡабул итә алмай, ҡыйынһына, ояла.
Тулы кәүҙәлеләргә лә тиҫтерҙәре араһында анһат түгел. Улар ҡиәфәтенән тартына, үҙ эсенә йомола. Был осорҙа уларға бары яҡындары терәк, кәңәшсе була ала. Үҫмерлек осоронда ҡыҙ һәм малайҙар бер-береһен аямай. Уларға ҡәтғилек, ҡаты бәғерлелек хас, “дошман”дарына ҡаршы төркөм ойошторорға һәм көрәшергә әҙерҙәр.
Ата-әсәнең йәшәгән урынын алмаштырыуы ла үҫмергә кире йоғонто яһауы мөмкин. Ул элекке дуҫтары, өйрәнгән мөхите менән айырылышыуҙы ауыр кисерә, үҙ донъяһына бикләнә, яңы урында дуҫ-иш табып, күнегеп киткәнсе бер аҙ ваҡыт талап ителә.
Ғаиләләге проблемаларҙы бала ауыр ҡабул итә. Ата-әсәһенең айырылышыуы, яҡын кешенең ауырыуы йәки үлеме уны ҡайғыға һала, бындай хәлдәрҙә йыш ҡына үҫмер үҙен ғәйепле тоя. “Яуапһыҙ” мөхәббәт тә ҡайғыға һала. Тәүге тапҡыр ғашиҡ булыу үҫмер өсөн “мәңгелек мөхәббәт” булараҡ ҡабул ителә. Мәктәптәге проблемалар, ата-әсәнең һәм уҡытыусыларҙың артыҡ талапсанлығы ла стресс тыуҙырыуы ихтимал.
Балағыҙҙа тиҙ арыусанлыҡ, төшөнкөлөк билдәләре күҙәтелмәйме? Аппетитының кинәт яҡшырыуын, татлы һәм майлы аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк биреүен дә тояһығыҙҙыр? Стресс кисереүҙең тәүге билдәләре былар. Үҫмер үҙенең ҡиәфәтенән, өҫ-башынан ҡәнәғәт түгел, уҡырға ҡыҙыҡһыныусанлығы ҡырҡа кәмей. Тиҙ ҡуҙғыусанға, уҫалға әүерелә, дуҫ-ишенән алыҫлаша, йомола. Үҙ көсөнә ышанмай, мөмкинлектәрен түбән баһалай.
Был осраҡта балалар йәки мәктәп психологы менән кәңәшләшеү мотлаҡ. Һәр үҫмер — үҙенсәлекле шәхес. Ата-әсә психолог менән бергәләп мәсьәләне хәл итеү юлын таба ала.

Балағыҙ һеҙгә ышанамы?

Ғаиләлә ышаныслы мөхит тыуҙырыу өсөн бала менән төрлө темаға даими һөйләшеү, хатта бәхәсләшеү кәрәк. Ул күңелен өйкәгән һорауҙарҙан арынырға, йыуатыу һүҙҙәрен ишетергә теләй. Ғаиләлә тыңларға, аңларға тырышыусылар булмағанда, күңел йылыһын урам компанияларында, сит-ят мөхиттә эҙләй башлаясаҡ. Улығыҙҙың йә ҡыҙығыҙҙың һәләттәрен һәм мөмкинлек-тәрен дөрөҫ баһалау бик мөһим. Йыш ҡына музыка мәктәбендә йәки түңәрәктә шөғөлләнеү көстө лә, ваҡытты ла күп ала. Бала был хаҡта ата-әсәһенә белдерергә тартына, ҡыйыулығы етмәй. Үҫмер өҫтәмә дәрестәрҙән, шөғөлдәрҙән ҡәнәғәтлек кисерәме? Күңеленә ҡайһылары айырыуса яҡын? Яратҡан эш менән мауыҡҡан бала стресҡа бирешмәй, насар ғәҙәттәрҙән ары тора.
Компьютерҙа оҙаҡ ултырған үҫмер насар йоҡлай, ныҡ арый, төшөнкөлөккә бирелеүсән. Монитор янында өҙлөкһөҙ эш нормаһы — 1,5 сәғәт. Был йәштә 8-10 сәғәттән дә аҙыраҡ йоҡларға ярамай.
Йоҡо туймау хроник талсығыуға, эшкә һәләтлелектең кәмеүенә килтерә, ауырлыҡтарға, стрестарға ҡаршы торорға мөмкинлек бирмәй. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, өлкән класс уҡыусыларының өстән бер өлөшөнөң йоҡоһо туймай, күптәре ГТО нормативын үтәй алмай. Хәҙерге заман балаларын нисек спортҡа йәлеп итергә, хәрәкәтләнергә өйрәтергә?
Әгәр ҙә спорт балағыҙҙы бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай икән, тәбиғәт ҡосағына йышыраҡ сығырға тырышығыҙ, сәфәр һәм экскурсиялар ойоштороғоҙ. Физик көсөргәнеш һәм йәшәү урынын алмаштырыу стрестан арынырға ярҙам итәсәк.
Тормоштағы ауырлыҡтарға еңелсә, юмор менән ҡарау, мәсьәләләрҙе тыныс хәл итеү — үҫмер өсөн яҡшы миҫал. Иң ҡатмарлы мәлдәрҙә лә юғалып ҡалмаҫҡа, ыңғай яҡтарҙы эҙләргә һәм табырға өйрәнегеҙ. Балағыҙҙың уңыштарын күреп баһалағыҙ, ә уңышһыҙлыҡтары өсөн тәнҡитләмәгеҙ, сөнки “хаталарҙы төҙәтеү мөмкинлеге” уларҙың ғына ҡулында.


Вернуться назад