Ошоға тиклем Әбйәлил районының үҙәге Асҡарҙағы Пенсия фонды идаралығына эләгеү өсөн байтаҡ ҡыйынлыҡ аша үтергә тура килә ине. Оҙайлы сираттар, документтарҙы тапшырыу өсөн таң һарыһынан идаралыҡ ишектәрен “һаҡлау” үҙәккә үткәйне. Ниһайәт, әбйәлилдәрҙең хыялы тормошҡа ашты.
Яңыраҡ капиталь ремонттан һуң Пенсия фонды идаралығы бинаһы файҙаланыуға тапшырылды. Заманса йыһазландырылған, халыҡҡа ла, хеҙмәткәрҙәргә лә бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған бинала эшләүе күпкә еңелгә тура киләсәк. Муниципаль район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙовтың белдереүенсә, бинаға реконструкция эштәре башҡарыу өсөн 6 миллион һум аҡса сарыф ителгән.
К. ИШБУЛДИНА.
Әбйәлил районы.