Тормош һулышы29.11.2012
Конкурс тамам, етәкселәр тәғәйенләнде

28 ноябрҙә республиканың туғыҙ муниципаль районында контракт буйынса район хакимиәте башлыҡтарын тәғәйенләү буйынса Совет ултырыштары булды.
Асҡын районында конкурс йомғаҡтарына ярашлы Усманов Фларит Фоат улы, Белорет районында — Миронов Владислав Геннадьевич, Дыуан районында — Могильников Олег Алексеевич, Күгәрсен районында — Мусин Фәрит Мырҙагилде улы, Мәләүез районында — Вахитов Малик Шакир улы, Мишкә районында — Андреев Виталий Михайлович, Салауат районында — Хәйретдинов Ғәлей Ғәләүетдин улы, Федоровка районында — Ишмөхәмәтов Радик Ғилметдин улы, Саҡмағош районында Йосопов Риф Сәғәҙәтулла улы контракт буйынса район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде.

Һанлы тапшырыу ҡараясаҡбыҙ

Башҡортостанда 2015 йылға тиклем һанлы телевизион тапшырыуҙар селтәре булдырылырға тейеш.
Был эш “2009 — 2015 йылдарҙа Рәсәйҙә теле-радиотапшырыуҙарҙы үҫтереү” программаһына ярашлы башҡарыла. Билдәләнгән ваҡытҡа бушлай күрһәтелгән һанлы телеканалдарҙың иҫәбен кәмендә 20 процентҡа арттырыу бурысы тора.
Федераль программаны тормошҡа ашырыуҙа тыуған мәсьәләләр буйынса фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу дауам итә. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Өфөлә Рәсәй телевизион теле-радиотапшырыуҙар селтәренең Волга буйы һәм Урал федераль округтарындағы филиалдары директорҙары ҡатнашлығында төбәк кәңәшмәһе булды. Ҡунаҡтар, республикала теле-радиотапшырыуҙарҙы үҫтереү мөмкинлеге менән танышып, алдағы эшмәкәрлек планын төҙөнө.

Фәйзи Ғәскәровҡа бюст ҡуйылды

Дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле бинаһының фойеһында Фәйзи Ғәскәровҡа бюст ҡуйылды. Уны скульптор Владимир Дворник эшләгән.
Быйыл күренекле башҡорт балетмейстерының тыуыуына 100 йыл тула. Рәсәй халыҡтарының заманса сәнғәте фестивале ошо ваҡиғаға арналды. Өфөлә илдең иң яҡшы бейеү коллективтары — “Березка” дәүләт академия ансамбле, Красноярскиҙан, Адыгей Республикаһынан, Татарстандан, Силәбенән бейеү ансамблдәре, Кубань казактары хоры һәм Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаны.

Балаларға бүләк әҙерләнә

Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондарындағы инвалид балаларға Яңы йыл бүләктәре тапшырыласаҡ. Уларҙы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Венера Шәрәфетдинова менән Вадим Николайчук үҙ аҡсаһына һатып алды.
Физик мөмкинлектәре сикләнгән, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн депутаттар 450-гә яҡын бүләк әҙерләне. Улар Яңы йыл кисәләрендә, йыл аҙағына тиклем райондарҙа үтәсәк башҡа байрамдарҙа тапшырыласаҡ.
— Архангел районы хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләгән осорҙа уҡ ошондай матур йола бар ине, — ти Венера Шәрәфетдинова. — Балалар өсөн Яңы йылға бүләк һатып алыуҙа ярҙам һорап депутаттарға мөрәжәғәт итә торғайным. Коллегам Вадим Николайчук идеямды хуплап сыҡты.

Транспорт һалымы юҡҡа сығырмы?

Ил Президенты Владимир Путиндың парламент партиялары етәкселеге менән осрашыуында Дәүләт Думаһы депутаттары транспорт һалымын ғәмәлдән сығарыу тураһындағы башланғысты тәҡдим итәсәк.
Президентҡа Рәсәй Автомобиль хужалары федерацияһының мөрәжәғәте тапшырыласаҡ. Элегерәк был ойошма, транспорт һалымын юҡҡа сығарыуҙы яҡлап, 100 мең ҡултамға йыйғайны. Рәсәйҙә транспорт һалымы илдең һәр төбәгендә айырым билдәләнә. Бындай тәҡдим тәүге тапҡыр ғына индерелмәй. Шулай ҙа башланғыс дәүләт кимәлендә әлегә тиклем яҡлау тапманы.
А. ХӘЛИЛОВ, Д. ТӘЛҒӘТОВА.


Вернуться назад