Иғтибар үҙәгендә – Ҡариҙел районы29.11.2012
Иғтибар үҙәгендә – Ҡариҙел районыҠариҙелем, тыуған яғым минең,
Йөрәккәйем һиңә тоташҡан.
Аҡ ҡайындар серле бышылдаша,
Сал тауҙарың күккә олғашҡан.
Ҡариҙелем, тыуған яғым минең,
Алһыу таңдар тыныс атһындар.
Мәңге шулай гүзәл йырҙар менән
Балаларың һиңә ҡайтһындар.
Ҡариҙелем, тыуған яғым минең,
Тыуған тупраҡ, изге ерем һин.
Бармы икән һиндәй гүзәл, күркәм,
Ғорурланып йәшәр ғәзиз ил.
Л. ФӘЙЗЕЛОВА.

Район 1932 йылдың 20 февралендә барлыҡҡа килгән, Башҡортостандың төньяғында урынлашҡан. Майҙаны – 3 786 квадрат километр, шуның 2 347 квадрат километрын урман биләй. Район үҙәге Өфөнән 217 километр алыҫлыҡта ята, иң яҡын тимер юл станцияһы – “Суртан күле” (Пермь крайы). 2010 йылғы иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә 13 меңдән ашыу
башҡорт, 7 меңдән күберәк татар, 5 меңдән ашыуыраҡ урыҫ, бынан тыш, бүтән милләттәр ҙә йәшәй. Ылыҫлы урмандарҙың күплегенә һәм Павловка һыу һаҡлағысының матурлығына һоҡланып, халыҡ Ҡариҙелде "икенсе Швейцария" тип тә йөрөтә. Йырҙарҙа данланған Ҡариҙел һыуҙары Йүрүҙән, Кирҙә, Байҡы һәм Өрөш йылғалары ҡушылдыҡтары менән бергә киң, зәңгәр таҫма булып районды ике өлөшкә бүлеп аға. Һул яҡ яры – урман биләмәһе, бында башлыса ағас эшкәртеү менән шөғөлләнәләр. Дала ерҙәрендә иһә ауыл хужалығы үҫешкән. Районды Бөрө – Таштүбә – Сатҡы автомобиль юлы киҫеп үтә. 2001 йылда Ҡариҙел йылғаһы аша
понтон күпер һалынған.
Был төбәк дүрт Советтар Союзы Геройы биргән, улар – Петр Корочкин, Николай Романов, Сергей Черепахин һәм Нурлы Миңләхмәтов. Рәсәй Геройы исеменә Владимир Әлимов, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә Василий Дульцев лайыҡ булған.

Иғтибар үҙәгендә – Ҡариҙел районыБаҙар шарттарында юғалып ҡалманылар

Ҡариҙел районында етештерелгән продукция сауҙа баҙарында көндән-көн күберәк урын биләй. Баш ҡала халҡы ла төбәктең төрлө аҙыҡ-түлеген йәрминкәләрҙә эҙләп һатып ала. Айырыуса район ҡулланыусылар йәмғиәтенең продукцияһына күптәр өҫтөнлөк бирә. Был йәмғиәт төбәктә тотороҡло эшләүсе предприятиеларҙан һанала. Уның уңышлы эшмәкәрлеге хаҡында республикала ла яҡшы беләләр.

Күп кенә райондарҙа ҡулланыусылар йәмғиәте үҙенең эшен бөтөнләй тиерлек туҡтатһа, Ҡариҙелдә иһә, киреһенсә, яңынан сәскә ата тип әйтергә була. Был өлкәлә бөгөн 200-гә яҡын кеше эшләй. Йәмғиәттең 37 ауылда магазины бар, аяуһыҙ баҙар шарттары ла, конкуренция ла уларҙың эшмәкәрлеген туҡтата алмаған. Ул үҙ көсө менән ҡайһы бер ауылдарҙа элекке магазиндарҙы ремонтлап, үҙгәртеп, заманса сауҙа нөктәһенә әйләндергән. Мәҫәлән, Байҡыла ябылған сауҙа нөктәһен ҡабаттан асҡандар, ауыл халҡының күптәнге хыялы тормошҡа ашҡан. Район үҙәгендәге универмагтың икенсе ҡатында ла ремонт эштәре бара. Әлбиттә, бөгөн дә Иғтибар үҙәгендә – Ҡариҙел районыетәкселек алдында күп кенә ауылдарҙа иҫке магазиндарҙың яҙмышын хәл итеү бурысы тора, ремонт талап иткәндәре лә бихисап. Әммә реконструкция үткәреү менән бер рәттән яңыларын да төҙөй улар.
Йәштәр биҫтәһендә лә заманса супермаркет сафҡа индерелгән, һатыусыларға ла, һатып алыусыларға ла уңайлы шарттар булдырылған. Ошондай уҡ супермаркет район үҙәгендә лә бар. Кәштәләрҙә продукцияның ниндәйе генә юҡ! Супермаркет янында ғына икмәк бешереү цехы урынлашҡан. Бында икмәк менән бергә кондитер ризыҡтарын да етештерәләр. Йәмғиәттең ике икмәкханаһы ла газға тоташтырылған, әле үҙгәртеп ҡороу эштәре дауам итә. Тәмле һәм йылы продукция һатып алыусыға минутында барып етә. Үҙҙәренең машинаһында Өфө, Салауат ҡалаларына, күрше Мишкә, Мәсетле, Асҡын, Илеш, хатта Ҡырмыҫҡалы райондары ауылдарына ла икмәк, тәм-том оҙатыла.
Колбаса цехы ла һуңғы ваҡытта тотороҡло эшләй. Биш кешенән торған бригада биш төрҙәге бешерелгән һәм ярым ыҫланған колбаса ризыҡтары етештерә. "Беҙҙең ит ризыҡтарына ихтыяж ҙур, йыш ҡына заказ да бирәләр, сөнки бер ниндәй химик матдәләр, консерванттар ҡушылмай", – ти цех мөдире Флүзә Шәмсимөхәмәтова. Әйткәндәй, итте йәмғиәт район халҡынан һатып ала, халыҡҡа ла, уларға ла уңайлы, отошло. Аҡса ваҡытында түләнгәс, кешеләр беҙҙең менән эшләүҙе хуп күрә. Бынан тыш, йәмғиәт эшселәре ит, балыҡ, йәшелсә консервалай, бер нисә төр балыҡ ыҫлай. Был продукция ла күптән инде ҡулланыусылар араһында ҙур ихтыяж менән файҙалана, уларҙы Өфө, башҡа район магазиндарында ла һатып алырға була. Билмән етештереү ҙә һәйбәт ойошторолған. Макарон изделиеларын, алкоголһеҙ эсемлектәрҙе халыҡ яратып һатып ала. Хәҙер конкуренция осоро, баҙарҙа продукция күп, кешегә һайлап алыу мөмкинлеге бар. Әлбиттә, конкуренттарҙың күп булыуы һатып алыусылар өсөн генә отошло түгел, көндәшлек булғас, сауҙа баҙарында көрәшергә, үҙ маркаңды һаҡларға кәрәк. Быны етәкселек яҡшы аңлай.
Район ҡулланыусылар йәмғиәтенә бөгөн Өлфәт Ҡыямов етәкселек итә.
– Шөкөр, эшмәкәрлегебеҙ һис кенә лә туҡтамай, алға барыуын дауам итә. Әле башҡараһы эш етерлек, уй-хыялдар ҙа бихисап, – ти Өлфәт Вәғизйән улы. – Киләсәккә ҡарап йәшәргә кәрәк, хәҙер заманаһы шундай бит, баҙарҙағы ихтыяжды даими өйрәнергә тура килә. Йоҡлаһаң, эшең ҡайҙан алға барһын инде, шуға ла һәр кемдән тырышлыҡ талап ителә.
Ҡариҙел районы ҡулланыусылар йәмғиәтенең эшмәкәрлеге бөгөн республиканың күп кенә райондары өсөн үрнәк тә булып тора, сөнки ауылдарҙа яңы магазиндар асыла, элеккеләре тергеҙелә, продукция ваҡытында ҡулланыусыға барып етһен өсөн транспорт яңыртыла, заманса ҡорамалдар һатып алына.
Сауҙанан тыш, етештереү һәм эшкәртеү менән бер рәттән әҙерләү контораһы ла бында уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Халыҡтан йомортҡа, һөт, ит, балыҡ, бал, мал тиреһе, төрлө емеш-еләк, иҫке-моҫҡо һатып алыу һәйбәт ҡуйылған. Үҙҙәренең әле 100-ҙән ашыу умартаһы бар. Үҙәк баҙар – район халҡының яратҡан урыны, һәр кеше кәрәк нәмәһен бында һатып ала. Шәхси эшҡыуарҙарға ла уңайлы шарттар булдырылған, һәр кемгә сауҙа урыны бүлеп бирелгән. Ашханалар, кафелар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Туй-юбилейҙарҙы ла заманса биҙәлгән кафе-ашханаларҙа үткәреүҙе хуп күрәләр.
Район ҡулланыусылар йәмғиәте киләсәккә ҙур уй-хыялдар менән йәшәй. Сос, егәрле һәм уңған етәкселәре булғанда, йәмғиәт эшселәре тағы ла юғары һөҙөмтәләргә өлгәшер әле.

Иғтибар үҙәгендә – Ҡариҙел районыЙәш табиптар ауылды һайлай

Республикала 1 ғинуарҙан старт алған "Ауыл табибы" федераль проекты районда уңышлы тормошҡа ашырыла. Был программа йәш табиптар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан: юғары белемле ун медицина белгесенең эшкә ҡайтыуы шуны дәлилләй.

Үҙәк дауахананан тыш алты ауыл врач амбулаторияһы, 56 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Тимәк, ун табип бөгөн төбәктең медицина белгестәренә ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндереп бөтмәй, тағы ла кәмендә 13 табип талап ителә.
– Оҙаҡ йылдар медицина өлкәһендә хеҙмәт иткән табиптар хаҡлы ялға киткәс, эшләргә кеше лә ҡалманы тиерлек. Әлбиттә, беҙҙең тарафҡа йәштәрҙең килеүе ҡыуаныслы хәл. Уларҙың белеме, уй-хыялдары, заманса технологияларҙы оҫта, еңел ҡуллана белеүе район өсөн әһәмиәтле, – ти дауахананың баш шәфҡәт туташы Ләлә Ғарифуллина. – Дауахана заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған, күптәргә өлгө булырҙай һөнәри яҡтан тәжрибәле табиптар, шәфҡәт туташтары эшләй.
Ауылға эшкә ҡайтҡан хирург Илшат Мәүлиев, терапевтар Әлиә Рамазанова менән Олеся Вәғәзова, дерматовенеролог Илнара Ишмөхәмәтова, психиатр Анастасия Кислицына, фтизиатр Әлиә Мәүлиева һәм башҡалар ауырыуҙарҙың хәлен еңеләйтеү өсөн көсөн, белемен йәлләмәҫ, моғайын.
29 йәшлек Ҡариҙел районы егете, травматолог, медицина фәндәре кандидаты Дмитрий Моисеев та яҡташтарын ҡыуандырып, тыуған яғына эшкә ҡайтыуына үкенмәй. Уның олатаһы менән өләсәһе лә ғүмерҙәрен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бағышлаған. Атаһы Владимир Александрович менән әсәһе Танира Ринат ҡыҙын районда абруйлы табип тип беләләр. "Изге лә, мәрхәмәтле лә һөнәрҙе һайлауыма туғандарым, атай-әсәйем булышлыҡ иткәндер ул, – ти Дмитрий. – Бала саҡ хыялым тормошҡа ашты, хәҙер бар белемемде файҙаланып, халыҡҡа хеҙмәт итергә инде".
Надежда Сафина ла Ҡариҙелдән. Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыған осорҙа Дәүләкән ҡалаһы егете Иреккә кейәүгә сыҡҡан. 2009 йылда диплом алғас, Сафиндар Дәүләкәнгә эшкә ҡайтҡан. Икеһе лә интернатура тамамлаған. 2012 йылда улар яңы проект тураһында ишетеп, яҙмыштарын ауыл менән бәйләргә ҡарар иткән һәм Надежданың тыуған яғына – Ҡариҙелгә күскән. Ирек бөгөн дауаханала – хирург, ә Надежда – "Ашығыс ярҙам" бүлеге мөдире. Надежда ла мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ табип булырға хыяллана, ата-әсәһе лә ошо һөнәр эйәһе булғас, башҡа юл һайламай. Әле улар район үҙәгендә йорт һалыу ниәтендә ер биләмәһе һатып алған. Ике миллион һум аҡсаны фәҡәт төҙөлөшкә тотонмаҡсылар. Ике йәшлек Элина исемле ҡыҙ үҫтерәләр.
– Әлбиттә, ауыл еренә ҡайтып эшле лә булдыҡ, торлаҡ мәсьәләһен дә хәл иттек, – ти йәштәр. – Бындай программа ҡабул ителгәс, киләсәктә медицина белгестәренә ауыл ҡытлыҡ кисермәҫ, моғайын.

Иғтибар үҙәгендә – Ҡариҙел районыӘртәкүл оҫтаһының даны

Бала саҡта урманға барып, ауған ағастың тамырҙары араһынан берәй йәнлеккә йә булмаһа ҡошҡа оҡшаған өлөшөн һайлап алып, юнып, аҙаҡ лак һөртөп, сувенир эшләргә әүәҫләнеп киткәйнем. Тик ниңәлер был шөғөлгә артабан күңелем ятманымы, башҡаса тотонманым. Ауылда ла талдан төрлө әйберҙәр үреүсе, ағастан юнып матур һындар яһаусы оҫталар була торғайны заманында.

Оҫталар, әлбиттә, һәр районда ла етерлек. Әртәкүл ауылында ла талдан әйберҙәр үреү оҫтаһы йәшәй икән. Николай Шерстобитов, йәш булыуына ҡарамаҫтан, был шөғөлгә ихлас тотонған. Ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй, "һә" тигәнсе бер кәрзинде үреп тә ҡуйҙы.
Николай бала саҡтан ҡул эшенә маһир. Мәктәптә уҡыған йылдарында айырыуса хеҙмәт дәресен яратҡан. Аҙаҡ Өфөлә Көнсығыш иҡтисад гуманитар университетын тамамлағас, туған мәктәбендә ҡул эштәре буйынса түңәрәк алып бара.
– Кәрәкле материалды урмандан йыябыҙ. Уҡыусылар ҙа оҫтарып китте, ниндәй ағастың ныҡлы булыуын йәки үреүгә еңел бирелеүен яҡшы белә, – ти Николай.
Бөгөн уның төп эше, аҡса табыу сығанағы – талдан әйберҙәр үреү. Ҡатыны Оксана өй мәшәҡәттәренән бушаған арала, урманға барып, иренә материал йыйырға ярҙамлаша. Ике бәләкәй ҡыҙы ла Николайға булыша. Районда талдан әйбер үреүсе ул берәү генә. Нигеҙҙә уның һөлдәһе өсөн сәтләүек ағасын ҡуллана, кемгәлер усаҡ тоҡандырыуҙа ғына кәрәк тип һаналған ҡайын туҙы ла эшкә ярап ҡала. Ә бына тал уның өсөн табыш сығанағы һанала. Былтыр Красноярск крайынан киләсәктә тал ағасы үҫтереү өсөн үҫентеләр һатып алған. Тимәк, сифатлы материалға ҡытлыҡ булмаясаҡ.
Баш ҡаланан, шулай уҡ башҡа райондарҙан алыҫта ятһа ла, Әртәкүл оҫтаһының даны хаҡында күптәр хәбәрҙар. Ҙур байрам алдынан үрелгән әйберҙәргә ихтыяж айырыуса арта төшә, ти оҫта. Өфө, Бөрө, Силәбе, Магнитогорск ҡалаларынан, күрше райондарҙан Интернет аша заказ биреүселәр бихисап.
– Үҙ эшемде асырға уйлап, район хакимиәтенә бизнес-план төҙөп тапшырҙым. Әгәр ҙә хуплаһалар, тиҙҙән эшмәкәрлегем алға китәсәк, – ти ул.
Бөгөн оҫта төрлө формалағы кәрзиндәр, вазалар, йәшниктәр үрә. Заказ буйынса өҫтәл, хатта аш бүлмәһе өсөн гарнитур әҙерләй. Бәүелмәле ултырғыс бөгөн күптәрҙең йортон биҙәй. Әлбиттә, ҙур әйберҙәр яһауы оҙағыраҡ, мәҫәлән, бер бәүелмәле ултырғыс эшләүгә кәмендә бер аҙна самаһы ваҡыт кәрәк.
Оҫтаның ҡул эштәрен баш ҡалала ойошторолған йәрминкәләрҙә осратырға була. Уларҙы күмәртәләп һатып алыусыларҙың шәхси магазиндарында ла осратырға мөмкин.

Иғтибар үҙәгендә – Ҡариҙел районыЯңы йыл байрамында өй туйлаясаҡбыҙ!

Төбәктә тиҫтәнән ашыу төҙөлөш, шул иҫәптән ике юл-төҙөлөш ойошмаһы бар. Йыл башынан районда 248,5 миллион һумлыҡ 12 423,6 квадрат метр шәхси торлаҡ сафҡа индерелгән. Районда һуңғы йылдарҙа төҙөлөштөң һис туҡтағаны юҡ, яңы урамдар барлыҡҡа килә. Халыҡ матур, иркен йорттар һала. Йәштәр ҙә элекке кеүек ҙур ҡалаларға ашҡынып бармай, ауылда төпләнергә тырыша. Шуға ла торлаҡ мәсьәләһен үҙҙәре хәл итеү маҡсатында ер биләмәһе алып, өй күтәрә.

"Строй-Инвест" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте әле район үҙәгендә "Сбербанк" һаҡлыҡ банкының яңы заманса бинаһын төҙөй. Июлдә башланған төҙөлөш декабрҙә тамамланырға тейеш. Киләсәктә ҡариҙелдәргә бөтә уңайлыҡтары булған банкка йөрөү мөмкинлеге буласаҡ. Мастер Сергей Николаев белдереүенсә, 30 Иғтибар үҙәгендә – Ҡариҙел районыкеше эш менән тәьмин ителгән, бында нигеҙҙә Башҡортостанда етештерелгән төҙөлөш материалдары ҡулланыла икән. Төҙөүселәр Айрат Хәбипов, Илшат Йәнгиров, Салауат Мәснәүиев, Дамир Сәфәров банк бинаһын ваҡытында тапшырыу һәм сифатлы итеп төҙөү өсөн бар көсөн һала.
Ҡариҙелдәге иҫке йорттарҙы төҙөкләндереү буйынса ла байтаҡ эш башҡарыла. Күп фатирлы шыҡһыҙ өйҙәр бөгөн яңы, заманса төҫ алған. Әлбиттә, ауыл уртаһындағы үҙәк майҙандарҙы бай кешеләргә бүлеп бирһәң, улар заманса материалдар ҡулланып, бына тигән йорттар ҙа төҙөп ҡуйыр ине. Әммә район етәкселеге был урында йәш һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн өй һалырға ҡарар иткән.
Айырыуса Йәштәр биҫтәһе йылдам үҫә. Бында ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә балалар баҡсаһы, дөйөм ятаҡ, сауҙа урындары, шәхси магазиндар һәм башҡа ойошма-ведомство биналары сафҡа ингән.
Иғтибар үҙәгендә – Ҡариҙел районыОшо уҡ ҡасабала "Регион-строй" төҙөлөш компанияһы "Халыҡ бюджеты" проекты сиктәрендә һыу үткәргес төҙөй. Объектҡа һигеҙ кешенән торған бригада йәлеп ителгән (бригадиры — Р. Насибуллин). Улар алдында ете километр оҙонлоғондағы траншея ҡаҙыу бурысы тора. Инфраструктура ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сафҡа инә ҡалһа, биҫтә лә тиҙ арала төҙөләсәк, йәшәүселәр ҙә бер системанан тотороҡло рәүештә һәм етерлек күләмдә һыу аласаҡ. Шуға ла халыҡ был төҙөлөштөң тамамланыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Эсәр һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү маҡсатында Стәрлетамаҡ ҡалаһының "Бурвод" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ауылда 185 метр тәрәнлегендә скважина ҡаҙған. Унда һыу һурғысты урынлаштырыу эштәре тамамланған да инде. Ошо уҡ программаға ярашлы, ауылдарҙа 15 километр оҙонлоғонда һыу үткәргес селтәре алмаштырылған.
Ошо уҡ ҡасабаның Тыныслыҡ урамында республиканың "Социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды" коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы (генераль директоры – Д.Р. Миңлебаев) өс ҡатлы күп фатирлы йорт күтәреү менән мәшғүл. Ул 2012 йылдың икенсе кварталында башланған. Яңы йылға тамамларға иҫәп тоталар. Заказсыһы – "Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ төҙөлөшө фонды" дәүләт унитар предприятиеһы, ә генераль подрядсыһы – Ҡариҙелдә танылыу яулаған "Строй-Инвест" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (директоры – В.М. Халиҡов). Дөйөм майҙаны 825,54 квадрат метр тәшкил иткән йортта 12 – ике, 9 бер бүлмәле фатир буласаҡ. Хаҡы ла әллә ни ҡиммәт түгел, бер квадрат метры ни бары 22 мең һумға төшәсәк. Был фатирҙар, нигеҙҙә, районға эшкә ҡайтҡан йәш белгестәр, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, етемдәр һәм тол ҡатындарға биреләсәк.
Әле бында төҙөлөш ҡайнай, материалдарҙы Өфөнән, Бөрөнән, Ҡырмыҫҡалы районынан ташыйҙар. Әлбиттә, шуныһы үкенесле: төбәктә бөгөн төҙөлөш кәрәк-ярағы етештереүсе сәнәғәт предприятиелары юҡ кимәлендә, бер кирбес өсөн дә, мәҫәлән, йә Бөрөгә, йә Ҡырмыҫҡалыға юлланырға кәрәк. Ә был үҙ сиратында ҙур сығым талап итә, шуға ла төҙөлөш күпкә ҡиммәткә төшә.
Әммә төҙөүселәр һыр бирмәй, тырышлыҡтарына һүҙ тейҙерерлек түгел. Прораб Р. Ғәлиев участкаға етәкселек итһә, Ф. Ғәлиәхмәтов мастер вазифаһын уңышлы башҡара. Бригадала район үҙәгенән дә, күрше ауылдарҙан да йөрөп эшләйҙәр. Ташсылар М. Харипов, А. Харипов, Ф. Әхмәтов, Д. Бурков, В. Ғабдрахманов, М. Мостафин һәм башҡаларҙың эше маҡтауға лайыҡ. "Эш һәйбәт ойошторолған, төҙөүселәрҙән ҡәнәғәтмен. Яңы йыл байрамы алдынан эште теүәлләмәксебеҙ, материал етерлек, бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡ юҡ", – ти участка мастеры Фоат Ғәлиәхмәтов. Әйткәндәй, ул төҙөлөшкә 35 йылдан ашыу ғүмерен арнаған. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, һәр саҡ үҙенең сабырлығы, ышаныслы булыуы менән айырылып тора.
Урамда ҡыш. Тәбиғәт төҙөүселәрҙе әллә ни ҡыуандырмай ҙа, шулай ҙа эш график буйынса бара. Алла бойорһа, ҡариҙелдәр тиҙҙән өй туйлаясаҡ әле.
Махсус битте Самат Ғәлин менән Айрат Нурмөхәмәтов (фото) әҙерләне


Вернуться назад