Диплом эше етәксеһе Раил Кузеев бик талапсан булһа ла, студентына һәйбәт мөнәсәбәт күрһәтә: уның һәр бер яңылығын ҡул сабып ҡаршылап, һәр бер уңышына ҡыуана. “Башҡорттарҙың этногенезын, этник тарихын өйрәнеүҙең бөгөнгө хәле һәм тарихы” тигән темаға яҙылған диплом эшен уңышлы яҡлаған студентҡа аспирантураға туранан-тура юл асыла. БДУ-ның ғилми cоветы тарафынан Мәскәү дәүләт университетына “этнография” буйынса аспирантураға тәҡдим ителгән йәш белгес исеме бөтә донъяға билдәле этнограф С.А. Токаревҡа “Башҡорт халҡының этногенезы тарихының яҙылышы” тигән темаға авторефератын тотоп бара. Совет осорондағы фәндең үҫешен, сәнғәттең балҡышын, совет кешеһенең яҡты киләсәккә ышанысын күҙ алдына килтерәһегеҙме?! Ғалимдар ҙа фәндең тоғро ҡоло булған бит! Токарев та — ана шундайҙарҙан. Уның эске тойомлауы, студенттың диплом эше аша фәнни осошон күҙаллауы хаҡында уҡыусылары, уны белеүселәр һоҡланып һөйләй, яҙа, хәтирәләре менән уртаҡлаша. Токарев Янғужиндың авторефератын “биш”кә баһалай, имтихандар уңышлы тапшырыла. 1964 йылдың көҙөндә башҡорт егете Рәсәйҙә исеме киң билдәле этнограф К.И. Козлова етәкселегендә МДУ-ла аспирантурала уҡый башлай. Әммә сәмләнеп, тырышып белем алып йөрөгәндә, әрмегә саҡырыу ҡағыҙы килеп төшә. Ни эшләмәк кәрәк: Рим Янғужин ракета ғәскәрҙәрендә бер йыл хеҙмәт итеп ҡайта. Был да уның өсөн һис көтөлмәгән тормош мәктәбе була.
1968 йылға “Башҡортостан территорияһында ер эшкәртеү тарихы” (беҙҙең эраға тиклемге II — беҙҙең эраның XX б.б.)” темаһына яҡлай ул кандидатлыҡ диссертацияһын. 1990 йылда яҡланған докторлыҡ диссертацияһы “Башҡорт халҡының XVIII—XIX быуаттарҙа хужалығы һәм социаль структураһы” тип атала. 1991 йылда ул БДУ-ла Башҡортостан тарихы һәм этнографияһы кафедраһын асыуға өлгәшә һәм уның етәксеһе була.
Р. Янғужиндың ғилми эшмәкәрлеге башҡа коллегаларының хеҙмәтенән нимәһе менән айырыла һуң? Иң беренсе, моғайын, ғүмерен бағышлаған фиҙаҡәрлек өлгөһө булыуы менән Рим ағайҙың эше — күптәргә өлгө. Икенсенән, уның һәр мәҡәләһе, монографияһы ялан-тикшереү эштәренә нигеҙләнеүе менән ихтирамға лайыҡ. Яҙмаларында буш һүҙ һөйләү, бер фәнни эште күсереп, икенсеһенән йолҡоп алыу юҡ. Ул Рәсәй этнографияһында ғына түгел, тап үҙенең халҡының йәшәйешен өйрәнеп, донъя этнографияһы өсөн яңы, ҡыҙыҡлы донъя асҡан. Бөгөн уның монографиялары алтынға бәрәбәр. Һанап китһәк тә, моғайын, зыян булмаҫ (ниндәй телдә сыҡҡан, исемен шул телдә яҙам): “Караван-сарай”, “Этнический состав населения Башкортостана”, “Традиционный хозяйственный уклад башкир прошлого столетия (до 60-х годов)”, “Изучение этнографии башкир в XX столетии”, “Этнография башкир”, “Хозяйство башкир дореволюционной России”, “Хозяйство и социальная структура башкирского народа в XVIII — XIX вв.”, “Земледелие и земельные отношения у башкир в первой половине XVIII в.”, “Происхождение башкирского народа”, “Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан”, “Башҡорт ырыуҙары”, “Коренные народы России” (Ф. Хисамитдинова менән авторлыҡта). Күреүебеҙсә, ғалимдың үҙенән һуң ерлекле материал нигеҙендә яҙылған бик күп ғилми эштәре ҡалған, улар уның ғилми ғүмерен оҙонайта. Бөгөн асыҡтан-асыҡ әйтә алабыҙ: Рим Янғужин —башҡорт этнографияһын ентекле өйрәнеүсе, уның яңы офоҡтарын асыусы ғалим.
Уның эшмәкәрлегенең айырылып торған өсөнсө һәм, бәлки, иң төп билдәләренең береһе — хеҙмәте тыуған еренә мөхәббәттән яралған! Шуға ла ғилми эштәре ниндәйҙер ауыр, ғилми тел менән яҙылған фән һымаҡ уҡылмай, киреһенсә, ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырып, үҙенән-үҙе күңелгә яғыла. Шуға ла ауылдан сыҡҡан, алда әйтелгәнсә, урыҫса бер һүҙ белмәгән балаға Күктәр изге маҡсатын, тәбиғәт һалған һәләте нигеҙендәге ынтылышын тойоп, үҙҙәре юл асып торған. Йылдар үткәс, китаптары урыҫ телле аудиторияны ғына түгел, күпме илдәрҙе, халыҡтарҙы яулаған!
Уҡыусыһы булмаған, артынан башҡаларҙы эйәртмәгән оҫтаның баһаһы һуҡыр бер тин, тиҙәр. Рим Зәйнәғәбитдин улы Ф. Шәйәхмәтов, В. Моратова, Т. Ильясов кеүек һәм башҡа бихисап аспиранттары менән лайыҡлы рәүештә ғорурлана ала. Әле бер нисәһен генә телгә алып киттем, ә улар тотош бер фәнни батальон була алыр ине. Улар — уның эшен дауам итеүсе, ғалимдың яҡты иҫтәлеген һаҡлаусы, фиҙаҡәр хеҙмәтенә тап төшөрмәйенсә замандаштарына, киләсәккә еткереүгә өлөш индереүсе.
Рим Янғужин — БДУ-ла этнография музейына нигеҙ һалыусы ла. Бөгөн был урын лайыҡлы рәүештә ғалимдың исемен йөрөтә. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылы мәктәбенә лә Р. Янғужиндың исеме бирелде. Өфөлә йәшәгән йортонда иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Вафатынан һуң вузда ғилми конференция ла үткәрелде. Былар әле мәңгеләштереү эштәренең бер өлөшө генә. Ул бит үҙе лә халҡыбыҙҙың данлыҡлы улдарының исемен халыҡ хәтерендә һаҡлауға ҙур өлөш индергән кеше. Был осраҡта Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылындағы 1812 —1 814 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға, Ҡаһым түрәгә, “Ашҡаҙар” йырына ҡуйылған стелаларҙы күҙ уңында тотам. 2009 йылда З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Светлый путь (Воспоминания о профессоре Риме Зайнигабитдиновиче Янгузине)” хәтер йыйынтығы баҫылып сыҡты. Ундағы иҫтәлектәрҙе уҡып, таң ҡалырлыҡ! Химия фәндәре докторы И. Абдрахманов, Удмурт дәүләт университетының философия фәндәре докторы Б. Родионов, тарих фәндәре докторы, Мәскәү дәүләт университеты профессоры К. Козлова, Беларусь Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре М. Пилипенко, техник фәндәр докторы Э. Юлбарисов, Мордва дәүләт университеты профессоры Н. Мокшин, Санкт-Петербург тарихсыһы А. Решетов, Ҡабарҙа-Балҡар дәүләт университеты профессоры С. Эфендиев, Үзбәкстан милли университеты профессоры И. Джаббаров һәм башҡа бик күп замандаштары уның хаҡында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлаша. Бер факультетта, кафедрала эшләүселәрҙе лә теҙеп яҙһаң, ҙур бер исемлек килеп сығыр ине. Шағирҙар, журналистар, уҡытыусылар Рим ағай тураһында йылы итеп телгә алған. Арабыҙҙан китеүенә ике йыл тигәндә бындай йыйынтыҡ туплай алыу, моғайын, еңел эш тә булмағандыр, сөнки күптәр ваҡыт тарлыҡҡа, хәтер юҡлыҡҡа зарланыусан. Зәйтүнә апай яҡын кешеһенең яҡты исемен лайыҡлы рәүештә ҡәҙерләп һаҡлай. Китаптың төрлө йылдарҙа төшкән фотолар менән байытылыуы, монографиялар, ғалимдың өс йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәте исемлектәре менән тулыландырылыуы уның баһаһын арттыра төшкән.
Үҙеңдән һуң ҡалһын хеҙмәтеңЯңыраҡ “Ашҡаҙар” каналында Рим ағайҙың яҡты иҫтәлегенә бағышланған тапшырыу ҡабатлап бирелде. Белгән, әммә арабыҙҙа булмаған кешенең тауышын ишетһәң, йөрәкһеп кителә... Ошо мәҡәлә лә ҡәберенә гөлләмә булып ятһын. Әллә күпме наградалары, маҡтаулы исемдәре бар, донъялыҡта уныһы ла кәрәктер. Махсус рәүештә телгә алманым. Әммә мәңгелеккә күскән ғалимдың ерҙә ҙур хеҙмәте ҡалған — шуныһы мөһим. Берәү ҙә мәңгелек түгел, әммә Күктәр бәндәгә үҙенең исемен эше менән мәңгеләштереү мөмкинлеген биргән. Халҡы тарихын яҙып, ғалим Рим Янғужин исемен милләте йөрәгенә генә түгел, Рәсәй этнографияһы, донъя ғилеменә яҙып китте.
(Аҙағы. Башы 237-се һанда).
[right]Лариса АБДУЛЛИНА.
[/right]