Улар менән донъя түңәрәк29.11.2012
Улар менән донъя түңәрәкОло инде өләсәй,
Байтаҡ ғүмер кисергән,
Атайымды, туғандарҙы
Яҡшы итеп үҫтергән.

Халҡыбыҙҙа “Матур ғаилә — ил күрке” тигән мәҡәл бар. Шул матур ғаиләләрҙең нигеҙ ташы — өләсәйҙәр. Улар — беҙҙең тормош йәме, иң аҡыллы, мөләйем кешеләр. Өләсәйҙәрһеҙ донъя йәмһеҙ булыр ине.

Һөйөклө өләсәйем Рәзилә Ҡолбирҙина Иҫке Мөсәт ауылында йәшәй. Ул изге күңелле, йомарт кеше. Үҙ ғүмерендә ғазаплы һәм шатлыҡлы мәлдәрен күп кисергән. Оҙаҡ йылдар колхозда һыйыр һауған, ауыр хеҙмәттән ҡурҡмаған, ни ҡушһалар, шуны башҡарған. “Эштән кеше үлмәй, өйрәнегеҙ, балаларым”, — ти ул беҙгә.
Өләсәйемә — 73 йәш. Оло булыуына ҡарамаҫтан, ең һыҙғанып донъя көтә: өй тултырып гөл-сәскә үҫтерә, һарыҡ һәм ҡош-ҡорт тота. Ҡасан ғына барып инһәң дә, телде йоторлоҡ аштары менән һыйлай. Ҡоймаҡтары, мейестә ҡабарып бешкән икмәктәре бик тәмле, төрлө ҡайнатма әҙерләргә лә көс-дәрт таба. Тағы ла йөн иләй, ойоҡбаш бәйләй, ҡораманан матур-матур түшәктәр эшләй. Ғөмүмән, тик ултырырға һис яратмай. Өләсәйемдең уңғанлығына һоҡланам, киләсәктә унын кеүек сабыр, тыныс холоҡло, изге күңелле булырға теләйем.
Олатайым Рәжәп Шаһисолтан улы менән береһенән-береһе булдыҡлы, уңған ике ул һәм дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Оло улы — минең атайым — шофёр, кинйә улы — полицейский, ҡыҙҙары ла тормошта үҙ юлын тапты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, олатайыма беҙҙең бөгөнгө уңыштарҙы күрергә яҙманы: ул ете йыл элек мәрхүм булды.
Беҙ аҙна һайын өләсәйемә барып, ярҙам итеп торабыҙ. Килеп инһәк, ҡыуанып китә, сәйен ҡуя башлай. Күмәкләшеп көлөшә-көлөшә ҡоймаҡлап сәй эсәбеҙ. Шул арала ҡәҙерле кешебеҙ кәңәштәрен бирергә өлгөрә. “Ололарҙы ҙурлаһаң, Хоҙай һине ҙурлар”, — ти ул. Тағы ла дин ҡушҡанды үтәргә, доғаларҙы яттан белергә, әҙәпле булырға өйрәтә. Үҙе йыл да ураҙа тота, ҡунаҡ саҡырып, олатайымдың йыллығын үткәреп тора, тормошобоҙ имен булһын өсөн аяттар уҡыта.
26 ейән-ейәнсәре һәм һигеҙ бүлә-бүләсәре һәр ял, байрам һайын өләсәйҙең эргәһенә атлығып тора. Ул беҙҙе айырып ҡарамай, барыбыҙҙы ла тигеҙ ярата. “Алты балам — алты бармағым, ҡайһыһын тешләһәм дә ауырта”, — ти ул. Гел йылмайып-көлөп йөрөгәне, алсаҡ йөҙлө булғаны өсөн дә яратабыҙ һөйөклөбөҙҙө.
Айзилә ҠОЛБИРҘИНА,
Иҫке Собханғол мәктәбенең
IX класс уҡыусыһы.
Бөрйән районы.


Вернуться назад