Ғаиләгә һөйөү берләштерә28.11.2012
Кисә Өфөлә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләүҙең йөҙөнсө тантанаһы үтте. Биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатындарҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ҡотланы.

— Әсәләр был тормошта айырым ихтирамға, хөрмәткә лайыҡ, — тип билдәләне вице-премьер. — Көн һайын киләсәк быуында тәрбиәләүгә һалған ҙур хеҙмәтегеҙҙе сағылдырырлыҡ һүҙҙәр табыуы ҡыйын. Күп балалы әсәләрҙең хеҙмәте тағы ла яуаплыраҡ һәм ауырыраҡ.
Бөгөн Башҡортостанда ғаилә институтын нығытыу маҡсатында бик күп эш башҡарыла, яңы пособиелар ғәмәлгә индерелә. Мәҫәлән, киләһе йылдан йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан түбәнерәк булған ишле ғаиләләргә йәш ярымдан алып өс йәшкә тиклемге һәр бала өсөн өс мең һум күләмендә пособие түләнәсәк. Бынан тыш, Башҡортостан Президенты Указына ярашлы, республикала күп балалы һәм инвалид сабый тәрбиәләгән ғаиләләргә ер бүленә. Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, әле ерҙәрҙе ыҙанлауға ғына 68 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Шулай уҡ күп балалыларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса программа эшләй. Йыл һайын ошо маҡсатҡа 100 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫарының фекеренсә, “иҡтисади нигеҙ ниндәй генә булмаһын, дәүләт күпме аҡса бүлмәһен, ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштергән иң мөһим төшөнсә — балаларға, ғаиләгә һөйөү”.
— Һәр ҡатын-ҡыҙ, һөнәре буйынса кем булыуына ҡарамаҫтан, нисә бала тәрбиәләһә лә, бөгөн тыныслыҡ, ныҡлы ғаилә, балаларының яҡты киләсәге хаҡында хыяллана, — тине Лилиә Ғүмәрова.
Тантанаға 36 әсә килде. Улар араһында бөтә ғүмерен бала тәрбиәләүгә арнаған хужабикәләр ҙә, эшселәр ҙә бар ине.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.


Вернуться назад