Урам аша күперсек...27.11.2012
Өфөлә Санкт-Петербург белгестәре ярҙамында ике ер өҫтө үткәүеле төҙөү күҙаллана. Ошондай уҡ объекттың Коммунистик урам менән Салауат Юлаев проспекты киҫелешендә лә барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Питер делегацияһының эш сәфәре нигеҙҙә “Өфө — Аэропорт” юлын реконструкциялау мөмкинлектәрен тикшереүгә арналды. Баш ҡала етәкселеге менән Санкт-Петербургтағы “Гипростроймост” институты вәкилдәренең осрашыуы барышында үткәүелдәр төҙөү мәсьәләһе ҡаралды.
2015 йылға, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы менән БРИКС саммиттары үткәрелгән осорҙа, юлды киңәйтеп, ике йүнәлештә лә алтышар һыҙатлы итеү, транспортҡа автоматлаштырылған идара итеү системаһын ғәмәлгә индереү күҙаллана.
— Трасса бик көсөргәнешле, ял көндәрендә 20-ләп юл-транспорт ваҡиғаһы була. Һөҙөмтәлә хәрәкәт тотҡарлана. Шуға күрә һөҙөмтәле идара итеү системаһы кәрәк, — тине Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов. — Ул төрлө структураларҙың эшен көйләйәсәк. Шулай уҡ операторҙар, күсмә дежур пункттары кәрәк.
Белгестәр әйтеүенсә, Коммунистик, Менделеев урамдарында һәм Сипайлово биҫтәһендә ер өҫтө үткәүелдәре төҙөү юлда тығындарҙы кәметәсәк.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад