Заман студенты булһаң, премия бирәләр...27.11.2012
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем алыусыларға “Беҙҙең заман студенты” тигән йыллыҡ премия тапшырылды.

Сараны ойоштороусылар кешенең ғүмерен, сәләмәтлеген һәм именлеген төп ҡиммәт тип ҡабул иткән студенттарҙы дәртләндереү маҡсатын күҙ уңында тота. Быйыл “Изге йөрәк”, “Ғүмер тамсылары”, “Изгелек юлынан”, “Кескәй туғандарыбыҙға ярҙам”, “Таҙа планета хаҡына”, “Беҙ — волонтерҙар”, “Үҙ ғүмерен аямаусылар” номинацияларында ҡатнашҡан 66 кеше ошо премияға лайыҡ булды.
Еңеүселәр араһында ғәҙәттән тыш хәлдә тәүәккәл эш иткән, кешене ҡотҡарып ҡалған, тәүге медицина ярҙамы күрһәткән, янғын һүндереүҙә булышлыҡ иткән өсөн физик культура факультетынан Руслан Фәтҡуллин, Евгений Погадаев, Артур Кәримов, Владислав Филиппов, Роман Манайчев, Дарья Глушко, Руслан Мөхәмәтов, Марина Бобкина, Анна Васильева, Филологик белем биреү һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар институтынан Юлиә Бәҙретдинова, Алина Әмирханова, Педагогика институтынан Дарья Кузнецова, Илмир Бирғәлин, Сергей Акатьев, Фәрит Ирназаров, Һөнәри белем биреү һәм мәғлүмәт технологиялары институтынан Әлиә Зарипова, Айнур Палатов бар. Уларға университеттағы түләүле сараларға бушлай йөрөү хоҡуғын биргән сертификаттар, шулай уҡ 33 көн дауамында ашханала бушлай туҡланыуға талондар тапшырылды.
Уҡыу йорто ректоры Раил Әсәҙуллин билдәләүенсә, тап ошондай кешеләр айырым гражданлыҡ позицияһына эйә, улар үҙҙәренән бигерәк башҡаларҙың именлеге тураһында уйлай.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад