Зәлифә КАШАПОВА, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, мәғариф ветераны: “Башҡортостан” гәзитенең аҙнаға биш килә торғанын ғүмер буйы алдырабыҙ, ғаиләбеҙ менән яратып уҡыйбыҙ.
Республикабыҙҙың күпселек халҡы ҙур ҡалаларҙан ситтә урынлашҡан ауылдарҙа йәшәй. Бик күптәр ил, республика яңылыҡтарын иң беренсе сиратта матбуғат аша белә.
“Башҡортостан” – ысын-ысындан халыҡ трибунаһы. Гәзит күтәргән көнүҙәк мәсьәләләр, төрлө конкурстар, акциялар, борсоулы хәлдәрҙе, халыҡ тауышын еткергән, ауыл тормошон һүрәтләгән, мәғариф, эшҡыуарлыҡ, ауылда йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү темаһын яҡтыртҡан материалдар бик кәрәкле тип әйтер инем. Айырып алғанда, беҙгә “Йорт-ҡура”, “Йәнтөйәк”, “Сәләмәт булығыҙ!”, “Юрист кәңәштәре”, “Умартасылыҡ серҙәре”, “Белем һәм тәрбиә”, “Тәгәрмәс” рубрикалары оҡшай. Үҙем, ижад итеүсе кеше булараҡ, “Шиғриәт тулҡынында”, “Аҡмулла” битендә сыҡҡан шиғырҙарҙы, мәҙәниәт-сәнғәт тормошон сағылдырған, әҙиптәр ижадына бағышланған мәҡәләләрҙе бигерәк тә көтөп алам, күбеһен киҫеп алып, йыйып та барам. Яңы рубрикалар, мәҫәлән, “Һеҙ яратҡан йыр”, кроссворд-сканвордтар күңелде йәлеп итеп, ял сәғәттәрен файҙалы үткәрергә ярҙам итә.
Билдәле, ауылдарҙа гәзиттең көнөндә үк уҡыусыға килеп етмәүе бик аяныс. Был — бөгөнгө ваҡытта беҙҙе иң борсоған мәсьәләләрҙең береһе. Ул халыҡтың матбуғатҡа яҙылыу сараһына ла кире йоғонто яһап, аяҡ сала. Ярай, хәҙер Интернет бар. Унда “Башҡортостан” гәзитенең сайты булыу — ҡыуаныслы хәл, сөнки ҡулға һуңлаған гәзит килеп кергәнсе, ныҡ ҡыҙыҡһындырған материалды беҙ унан да уҡый алабыҙ.
Киләсәктә лә яҡын дуҫыбыҙ, кәңәшсебеҙ — олпат “Башҡортостан”дан айырылмайыҡ!