Ишембай районының Этҡол һәм Маҡар ауылдарында Рәсәй Президентының Башҡортостандағы йәмәғәтселекте ҡабул итеү белгестәре халыҡ менән осрашты. Сара барышында 80-дән ашыу мөрәжәғәт ҡаралды.
Белгестәр билдәләүенсә, мәсьәләләрҙең күпселеге газ үткәреүгә, һыу менән тәьмин итеүгә, шулай уҡ юл һалыу, төҙөкләндереүгә арнала. Пенсионерҙар, инвалидтар, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр закон буйынса тейешле льготалар менән ҡыҙыҡһынды. Йәш ғаиләләр ауылда социаль ярҙам күрһәтеү юлдарын аңлатыуҙы һораны.
Бер нисә мөрәжәғәт “Герой әсә” исемен алыуға, эш хаҡы буйынса бурысты түләтеүгә, юл билдәләренең ҡуйылмауына ҡағылды.
Ғ. ХӘБИРОВ.