Ошо көндәрҙә Байғаҙы ауылында ғәҙәти булмаған сара үтте, сөнки уның геройы беҙҙең арала күптән юҡ инде. Миллионлаған ҡорбандар аша яуланған Еңеүгә 66 йыл үтеп китһә лә, уның шаңдауы бөгөн дә ишетелә.
Байғаҙынан һуғышҡа 62 ир-егет китеп, шуның 24-е яу яланында ятып ҡалған, ә 38-е төрлө тән яралары менән әйләнеп ҡайтып, ең һыҙғанып тыныс тормош төҙөүҙә ҡатнаша, ғаилә ҡороп, балалар үҫтерә. Һуғыштан әйләнеп ҡайтҡан һалдаттар араһында Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған өлкән сержант Дамулла Фазулла улы Баязитов та була. Хәйер, Дан ордены биреү тураһындағы бойороҡто ишетеп, уны ҡулына ала алмағанына ғүмере буйы әсенеп йәшәй ветеран. Бына ҡанлы һуғыш тамамланыуға 66 йылдан ашыу ваҡыт үткәс, ниһайәт, орден батырҙы эҙләп тапты.
Орденды тәүҙә ветерандың улы Марс Баязитов юллай башлай. Ләкин төрлө административ кәртәләр алдында баҙап ҡала. Унан был изге эшкә яугирҙең кинйә ҡустыһы Хажғәле ағай Сабитов тотона.
Дамулла Баязитов 1939 йылда алына армияға. Унан ҡайтып та өлгөрмәй, һуғыш башлана. Тәүге алышты Ленинград фронтында ҡаршылай. Яраланып госпиталдә ятып сыҡҡандан һуң, Волхов фронтына ебәрелә. Шунда фашист танкын дөмөктөрә. Ошо батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә лә инде. Һуңғараҡ взвод командиры ярҙамсыһы итеп үрләтелә. Күп тапҡырҙар күрһәткән батырлығы өсөн “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнә. Ете тапҡыр яралана. Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағынаса ҡатнашып, имен әйләнеп ҡайтыу бәхете насип була уға. Һуғыштан һуң Дамулла Баязитов колхозсы, унан колхоз рәйесе, ферма мөдире булып эшләй.
Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте башлығы Динир Әхмәтйәнов:
— Яугир орденын үҙ мәлендә ҡулына алып, ғорурланып тағып йөрөһә, тағы ла һәйбәтерәк булыр ине, — тине. — Был — һалдат өсөн иң ҙур наградаларҙың береһе. Бөгөн балалары, ейәндәре ҡыуана, яугир атай-олатайҙары менән ғорурлана, ә ауылдаштары фәһем ала. Юғары бүләк үҫеп килеүсе быуынға ла тәрбиәүи йәһәттән бик әһәмиәтле.
Белорет ҡалаһы, Белорет һәм Бөрйән райондары буйынса хәрби комиссариат етәксеһе Вадим Ҡасимов яугирҙең хәрби юлы тураһында бәйән иткәндән һуң, ата нигеҙен һаҡлаусы кинйә улы Вараға ярты быуаттан ашыу “аҙашып йөрөгән” Дан орденын тапшырҙы.
Был орденға хужаһы түшендә сыңлау бәхете яҙманы, әлбиттә. Уның ҡарауы, ветерандың балалары, ейәндәре, ауылдаштары күңелендә яугирҙең батырлығы хаҡында оҙаҡ, бик оҙаҡ сыңлар әле...
Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА.
Бөрйән районы.