Был донъяла өләсәйемдең иркәләүен, наҙын тойоп үҫеүемә ифрат бәхетлемен.
Миңнира өләсәйем — Күгәрсен районының Тәүәкән ауылы ҡыҙы. Ул 1947 йылда Мөғлифә менән Хисаметдин Яхиндарҙың төпсөк ҡыҙы булып донъяға килгән. Өләсәйем күп балалы ғаиләлә тыуһа ла, ҡәһәрле һуғыш туғандарының ғүмерен бик иртә өҙгән. Улар Зиннур ағаһы һәм Роза апаһы менән атай-әсәйҙең йыуанысы, ҡыуанысы булып ҡалған.
Һуғыштан һуң, ни тиклем ауыр булмаһын, өләсәйем тырышып белем алған. Ауылда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, уҡыуын күрше Ырымбур өлкәһенең Алмалы ауылында дауам иткән. Урта мәктәпте тамамлап, өлгөргәнлек аттестатын ҡулына алғас, хеҙмәт юлын Мәләүез районының Яңы Казанковка ауылында башлаған, урыҫ балаларына башланғыс белем биргән. Ошо йылдарҙа ситтән тороп Бәләбәй педагогия училищеһына уҡырға ингән. Бына ошолай итеп, тырыш, маҡсатлы өләсәйем үҙенең тынғыһыҙ оло тормош юлын башлап ебәргән. Ғүмеренең иң күркәм осоронда — йәшлек таңы атҡанда — яҙмыш уны ауылдашы Әбделнасир Йомағол улы Шәгәров менән ҡауыштырған. Улар, өйләнешеп, тыуған ауылында ныҡлы нигеҙ ҡорған. Нисәмә тиҫтә йыл Шәгәровтар ауылдың иң күркәм, ныҡлы ғаиләләренең береһе тип иҫәпләнә. Өләсәйем менән олатайым үҙҙәренең күңел йылыһын, һөйөүен дүрт балаға бүләк иткән. Хәҙер уларҙың барыһы ла — үҙҙәре атай-әсәй, шулай уҡ уңған ҡыҙ һәм улдар тәрбиәләй.
Минең өләсәйем — хеҙмәт ветераны. Ул, үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, 40 йыл тыуған ауылы Тәүәкәндә уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Бәләкәй булһам да, аңлайым: был һан күпте һөйләй. Үҙ эшен, балаларҙы яратҡандар ғына ярты ғүмерен мәктәпкә бағышлай алалыр. Өләсәйем — нәҡ шундайҙарҙың береһе. Ул — талапсан, эшһөйәр, эргә-тирәһендәгеләр менән уртаҡ тел таба белгән, алсаҡ кеше. Абруйлы уҡытыусыны ауылдаштары ысын күңелдән хөрмәт итә, ярата. Уҡыусылары әле булһа ла осрашыу кисәләренә саҡырып тора.
Өләсәйем ваҡытын матур, файҙалы итеп үткәрә белә. Ауылда ойошторолған кисәләрҙе моңло тауышы менән биҙәй, моңһоу ҙа, күңелле лә йырҙары менән ҡыуандыра.
Матбуғат баҫмалары менән дә бик дуҫ. Башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдарҙы алдыра, береһен дә уҡымайынса ҡалмай. Әйткәндәй, “Башҡортостан” гәзите — исемлектең башында. Өләсәйҙең уҡырға яратҡанын белеп, беҙ ҙә әсәйем менән уға нимә бүләк итергә тип аптырап тормайбыҙ — гәзит яҙҙырабыҙ. Яҡыныбыҙға был бик оҡшай.
Өләсәйем хәстәрләгән аш-һыу, ул бешергән икмәк-бәлештәр тураһында айырым әйтеп китмәйенсә булмай. Һәр бешергән ризығы — телеңде йоторлоҡ! Сер итеп кенә әйтәм: тап шуға күрә йәйге каникулымды ауылда өләсәйем янында үткәрергә яратам! Өләсәйем эргәһендә генә йөрөйөм, ул мине төрлө һөнәргә өйрәтә. Уның “Эшләгәнең кеше өсөн, өйрәнгәнең үҙең өсөн” тигән әйтемен хәтеремдә тотам. Һәр кәңәше, теләге — минең өсөн тормош һабағы.
Ҡамыр аштары бешереүҙә иһә өләсәйемә ысын ярҙамсымын. Бәлеш өсөн эслекте лә үҙе әҙерләй. Йәй көнө балан, муйыл, еләк, алма йыйып киптерә. Был емештәрҙән шулай уҡ төрлө ҡайнатмалар ҙа эшләй. Шуныһы ҡыҙыҡ: ҡайҙан хәтерләй тиһең, балаларының ниндәй бәлеш яратҡанын белеп, төрлөһөн бешерә. Өләсәйемдең һыналған мейесендә икмәге лә күпереп, ҡабарып бешә, хуш еҫле, йомшаҡ, тәмле була. Йыш ҡына ауылға килгән хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ул бешергән икмәк менән ҡаршы алалар. Итле аштарға килгәндә, ҡаҙылыҡты, тултырманы оҫта тултыра. Был милли ризыҡтар ҙа ауыҙҙа иреп кенә торғандай.
Уның әскелтем ҡорото иһә бөтә дарыуҙы алмаштыра. Үҙем дә ҡоротто бик яратам, шуға күрә өләсәйем минең өсөн уны бәләкәй генә итеп, түңәрәкләп киптерә. Ғөмүмән, һәр ашы табынды биҙәп тора.
Өләсәйем миңә бешеренеү серен, нескәлектәрен төшөндөрә. Унан ҡайһы саҡта аптырап, һорап ҡуям: “Был эштәрҙең барыһына ла нисек өлгөрәһең?” Ул иһә: “Мине илһамландырып тороусы олатайың бар бит. Ул тормошомдағы төп таянысым, ныҡлы терәгем, ышанысым”, — тип ғорурланып, яуап бирә. Ысынлап та, эргәңдә һине ярты һүҙеңдән аңлаған кешең, ярҙам итеүсе балаларың, шат тауышлы ейән-ейәнсәрҙәрең булғанда ғына тормош мәғәнәгә тулалыр. Мин өләсәйемә ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, олатайым менән һәр тыуасаҡ көнгә ҡыуанып-шатланып йәшәүҙәрен теләйем. Улар беҙҙең өсөн һәр саҡ тормошобоҙҙоң яҡты маяғы булып торһон!
Гөлназ КҮСМӘЕВА,
V класс уҡыусыһы.
Салауат ҡалаһы.